6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Эстрада

"We are the champions" йыры башҡорт телендә яңғырай
01.08.08


       Queen төркөмөнөң "We are the champions" тигән йыры хәҙер башҡортса яңғырай. Был йырҙы "Далан" фольклор-эстрада төркөмөнә башҡарыу тәҡдим ителде. Шулай итеп республикабыҙ ВГТ РК-ның яңы проектында әүҙем ҡатнашты. Ул "Вести" каналында Пекинда Олимпиада уйындарында Рәсәйҙең йыйылма командаһына ярҙам сифатында старт алды.
       Бөгөнгө көндә Башҡортостандан тыш, Мордовия, Карелия һәм Алтай Республикаһынан ансамблдәр үҙҙәренең композицияларын тәҡдим итте. Рәсәйҙең милли республикаларынан һәм төбәктәренән йырҙың бер нисә варианты инеүе көтөлә. Һәр төркөм композицияны үҙ манераһында һәм туған телендә башҡара.
       Беҙҙең музыканттар йыр өҫтөндә нисек эшләне икән? Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, "Далан" төркөмө лидеры Артур Туҡтағолов ошо хаҡта һөйләне.
       - Был беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт, - тине Артур телефон аша. - Миңә был проекттың республикалағы кураторы, Өфөләге "Вести" бюроһы мөдире Азамат Сәлихов шылтыратты һәм беҙҙең коллективты һайлап алыуҙарын әйтте, ниндәй яуаплы миссия тапшырылыуын мин аңланым.
       "Далан" фольклор-эстрада төркөмө һигеҙ йыл инде үҙенең сағыу сығышы менән халыҡты ҡыуандырып килә. "Далан" Рәсәй һәм халыҡ-ара сараларҙа республика исеменән сығыш яһай. "Далан" башҡа төркөмдәрҙән үҙенең ҡабатланмаҫ милли стиле менән айырылып тора. Коллективтың 2002 йылда үткән төрки йәштәренең "Урал моңо" халыҡ-ара конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ булыуы уның үҙенсәлеген һәм уникаллеген дәлилләй.
       "Далан" төркөмө һәр йыл тиерлек гастролдәргә сыға. Ағымдағы йылда музыканттар Санкт-Петербург, Урал аръяғы һәм Ҡаҙағстан ҡалаларында сығыш яһаны. "Далан" фольклор-эстрада төркөмө ваҡытты бушҡа сарыф итмәй - улар концерт һәм репетициялар араһында ҡыҫҡа тәнәфестә лә яңы проект өҫтөндә эш башлай.
       - Башта йырҙы тәржемә итергә кәрәк ине, - тип һүҙен дауам итә Артур. - Төркөмдә инглиз телен белгән музыканттарыбыҙ бар, шуға күрә тексты башҡорт теленә күсереү артыҡ мәшәҡәт тыуҙырманы. Әлбиттә, килеп сыҡҡан вариант бер нисә редакция аша үтте. Музыкаға бер аҙ милли колорит өҫтәп, беҙ уны үҙгәрттек. "Далан" төркөмөнөң гитарисы Ильяс Юлыев "Champions" башҡорт версияһын аранжировкалау менән шөғөлләнде, Рөстәм Шәрипов ҡурайҙа уйнаны, думбырала - Вилмир Әүбакиров. Йырҙы Гүзәл Аҫылбаева менән башҡарҙыҡ.
       - Элек һеҙгә сит ил башҡарыусыһын ҡабатларға тура килдеме?
       - "Далан" репертуарында Араш һәм Авраам Руссоның бер нисә йыры бар, әммә нигеҙҙә, әлбиттә, ул башҡорт халыҡ йырҙарынан һәм республика композиторҙарының билдәле йырҙарынан тора. Әммә беҙ шундай фекергә килдек: Рәсәйҙә беҙҙең төркөм танылыу яулаһын өсөн, рус телендә күберәк композициялар яҙырға кәрәк. Әлбиттә, беҙ унда үҙебеҙҙең тыуған төйәгебеҙ, башҡорт балы, ҡыйыу батырҙар һәм сая һылыуҙар тураһында йырлайбыҙ.
       - "We are the champions" йырының башҡорт версияһына клип бармы?
       - Эйе. Беҙ оператив эшләнек. Музыканттар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йырҙы ла өлгөрттө, клиптың идеяһы ла уйланғайны. Әйткәндәй, беҙ уны Салауат Юлаев һәйкәле янында төшөрҙөк.
       - Һеҙҙең ҡарашҡа яҡшы килеп сыҡтымы?
       - Эйе, уйымса, насар түгел. Әйтәләр бит, композиция башҡара-башҡара шымара, камиллаша ул. Һәр саҡ, беҙ уны ҡабат-ҡабат башҡарған һайын, ул яҡшыра бара.
       - Күптән түгел һеҙҙең төркөм чемпиондар тураһында тағы ла бер композиция башҡарҙы, ул "Салауат Юлаев" хоккей клубына арналды. Еңеүселәргә дан йырлау традицияға әйләндеме?
       - "Салауат Юлаев - чемпион" йыры беҙҙең команда еңеү яулағанға тиклем ижад ителгәйне. Әммә публика был йырҙы "Салауат Юлаев" командаһы чемпион тип иғлан ителгәс кенә ишетте һәм баһаланы. Был композиция дискыға ингән һәм ул һатыуҙа бар.
       - Пекиндан Олимпиада барышын күҙәтеп барыу теләге бармы?
       - Әлбиттә! Төркөмдә спорттың бөтә төрөн яратыусылар бар. Ә мин хоккей һәм футбол яратам. Бөтә ярышты ла ҡараясаҡмын, әлбиттә, Рәсәй йыйылма командаһы өсөн "көйәсәкмен".

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал