6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Алмашыу буйынса гастролдәр
31.07.08


       Тәүҙә Өфөлә Шанхайҙан артистар "Ғалим һәм палач" спектакле менән булып китһә, һуңынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистарына Шанхай тамашасыһына үҙен күрһәтергә сират етте. Күптән түгел улар Ҡытайға гастроль сәфәренән әйләнеп ҡайтты һәм шунда уҡ үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
       Театрҙар Мәскәүҙә үткән "Алтын битлек" фестивалендә танышты, бында бөтә донъянан художество етәкселәре һәм продюсерҙар йыйыла.
       - Был форумда мин Шанхай театр баҙары президенты менән осраштым, - ти Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Рәйес Исмәғилев. - Ул спектаклдәребеҙҙе ҡараны ла гастролдәргә саҡырҙы. Беҙ, Шанхай драма сәнғәте үҙәгенән артистар беҙҙә үҙ спектаклдәрен күрһәтә, ә беҙ Ҡытайҙа - үҙебеҙҙекен, тип килештек. "Ғалим һәм палач" спектакле күптәргә оҡшаны, был бик үҙенсәлекле театр. Осраҡ менән файҙаланып, ижади оҫтахана ойошторҙоҡ, унда беҙҙең һәм ҡытай артистары этюд яһаны. Уларҙың сәхнәлә нисек эшләүен һәм беҙҙең нисек эшләүебеҙҙе сағыштырыу бик ҡыҙыҡлы булды.
       Беҙҙең артистарыбыҙ нимә менән яуап бирҙе һуң? Шанхайға улар ҡытай вәкиле һайлаған үҙенсәлекле "Ҡоҙаса" фольклор спектаклен алып барҙы. Артист Хөрмәтулла Үтәшев әйтеүенсә, был бик күп артистар ҡатнашҡан спектаклдәрҙең береһе. Быға ҡушып оркестр, спектакль буйына тере музыка яңғырай. Үҙебеҙ менән артыҡ йөк алып бармау өсөн Шанхай театрында бөтә кәрәкле ҡаты декорацияларҙы әҙерләнек.
       - Шанхайҙа ике тиҫтәгә яҡын дәүләт театры иҫәпләнә, шәхси театрҙар ҙа бар. Беҙ Шанхай драма сәнғәте үҙәге сәхнәһендә сығыш яһаныҡ, - ти Рәйес Исмәғилев. Был 18 ҡатлы бина, бер нисә ҡатын театр биләй, ә ҡалғандары ҡуртымға тапшырыла. Шулай итеп, үҙҙәренә өҫтәмә эш хаҡы булдыралар. Театр бер ҙур һәм ике бәләкәй залдан тора - бөтәһендә лә спектаклдәр бара. Театр труппаһы гастролдәргә күп йөрөй, уларҙың спектаклдәрен донъяның күп ҡалаларында күрергә мөмкин.
       Театр директоры әйтеүенсә, улар ҙа, күберәк гастролдәргә сығырға кәрәк, тигән һығымтаға килгән. Спектаклдәребеҙ сит илдекеләрҙән һис тә ҡалышмай бит.
       - Беҙ ҡуйған спектаклдәр юғары халыҡ-ара талаптарға яуап бирә, - ти ул. - Шуға күрә был йүнәлештә әүҙем эшләйәсәкбеҙ. Ләкин үҙебеҙҙең тамашасы тураһында ла онотмаясаҡбыҙ.
       - "Ҡоҙаса" - күңелле спектакль, уның барышында тамаша залында туҡтауһыҙ көлөү яңғырай. Ҡытай тамашасыһы уны нисек ҡабул итте?
       - Тамашасылар беҙҙе бик йылы ҡаршыланы. Улар рәхәтләнеп көлдө. Әлбиттә, тәржемә ителгән һәр спектакль кеүек үк, ул үҙ шармын бер аҙ юғалтты, ләкин, дөйөм алғанда, яҡшы ғына килеп сыҡты, - тине Хөрмәтулла Үтәшев. - Мин ҡытайса бер нисә һөйләм ятлап алдым. Персонажым төп героиня Назаға үҙ һөйөүен аңлатҡанда, мин уға үҙ тойғоларым тураһында ҡытай телендә әйттем. Зал алҡышлап ҡул сапты.
       Ҡытай тамашасыһы башҡорт театрына, дөйөм республикаға ҡағылған бөтә нәмә менән бик тә ҡыҙыҡһынды. Башҡортостандың күргәҙмә-презентацияһы ойошторолған фойела халыҡ шығырым тулы булды. Бынан тыш, танылған музыкант Азат Биксурин ҡурайҙа уйнап тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы.
       Артистарыбыҙҙың Ҡытайҙағы сығышы әкәмәтһеҙ ҙә үтмәне. Төрлө техник яңылыҡтар менән йыһазландырылған залда көтөлмәгәндә ҡытай теленә тәржемә алып барылған компьютерҙарға ниҙер булды ла ҡуйҙы. Уларҙы төҙәтеп, артистар уйнауын дауам иткәс, тамашасылар актерҙарҙы көслө алҡыштарға күмде, һәм ҡаушап ҡалыуҙың эҙе лә ҡалманы. Артистарҙың үҙҙәренә хатта тағы ла яҡшыраҡ уйнай башлаған кеүек тойолдо.
       - Традицион һорау - Ҡытайҙа нимә ғәжәпләндерҙе?
       Рәйес Исмәғилев:
       - Кешеләрҙең сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуы. Хатта иң өлкәндәре лә йәйәү йөрөгәндә көскә аяҡтарын һөйрәп барған кеүек, ә велосипедтарына ултырҙымы, елдәй елдереп сығып китә.
       Ҡытайҙар спиртлы эсемлеккә вайымһыҙ. Быға Рәйес Исмәғилев спектаклдә күмәк күренештә ҡатнашҡан саҡта инана. Спектаклдә бер күренеш бар, унда төп ролдәрҙе башҡарыусыларҙың береһе Алмас Әмиров тамаша залына араҡы шешәһе тотоп сыға һәм барыһын да һыйлай башлай. Шунда ҡытайҙарҙың бөтөнләй эсмәүе асыҡлана.
       Алһыу Бәхтиева, артистка:
       - Мине ҡалала ҙур тышҡы реклама булмауы аптыратты. Баҡһаң, ул унда тыйылған икән. Бөтә кино яңылыҡтары, концерттар, спектаклдәр тураһында почта аша таратылған буклеттарҙан, шулай уҡ радио һәм телевидение аша ишетеп белергә мөмкин.
       Рәзифә Дилмөхәмәтова, артистка:
       - Ҡытайҙар бик ҡунаҡсыл булып сыҡты. Беҙ донъяның төрлө ҡалаларында гастролдәрҙә булдыҡ, ләкин Ҡытайға барып ҡайтҡас, бөтә труппа менән инглиз телен өйрәнә башларға ҡарар иттек. Төркиәгә, Ҡаҙағстанға барһаҡ, беҙҙең телдәребеҙ бер аҙ оҡшаш, ләкин башҡа илдәрҙә телде белмәү арҡаһында аралаша алмау бик үкенес.
       Ҡытайҙар шулай ҙа телдәребеҙ араһында ҡайһы бер оҡшашлыҡ тапты. Спектаклдән һуң үткәрелгән банкетта беҙҙән йырлауыбыҙҙы үтенделәр. Ҡытай артистарының береһе беҙгә ҡушылып йырлай башлағас, беҙ хайран ҡалдыҡ. Уларға моңло башҡорт композициялары бик оҡшаны.
       - Уларҙан өйрәнерлек нәмәләр бармы?
       Рәйес Исмәғилев:
       - Һис шикһеҙ. Беҙ йылына уртаса биш спектакль сығарабыҙ,ә уларҙа 20 премьера. Бик әүҙем эшләйҙәр. Уларҙың театр коллективы 350 кешенән тора, ә беҙҙә 300 тирәһе. Беҙгә лә ошондай темпҡа өйрәнергә кәрәк, тип иҫәпләйем.
       - Тағы ла Ҡытайға гастролгә барырға уйлайһығыҙмы?
       - Беҙ оҙайлы хеҙмәттәшлеккә иҫәп тотабыҙ. Әгәр быйыл халыҡсан колорит һәм фольклор менән классик спектакль күрһәтһәк, киләһендә, әйтәйек, "Кәкүк ояһы"н ҡуйырбыҙ. Ҡытайҙар, беҙҙең театр репертуарында бөтә донъяға билдәле рус классиктарының пьесалары, француз, инглиз спектаклдәре лә булыуын белгәс, бик ғәжәпләнде. Улар мотлаҡ был спектаклдәрҙе үҙ сәхнәһендә күрергә теләй.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал