6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Алтын Йондоҙ кавалеры
31.07.08


       1960 йылдың 30 июлендә Советтар Союзы Маршалы С.М. Буденный Мәскәүҙә өфөлө Ғүмәр Ғариф улы Теләшевҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин орденын һәм "Ураҡ һәм сүкеш" алтын миҙалын тапшыра. Семен Михайлович Башҡортостан яугирҙарын, граждандар һуғышы осоронан комбриг Муса Лут улы Мортазинды һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытынан генерал Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатовты яҡшы белгән була.
       Хәҙер иһә Буденный Тыуған илебеҙҙең юғары наградаһын республиканың яңы быуын вәкиленә - нефть эшкәртеү заводының йәш эшсеһе Ғүмәр Теләшевҡа тапшыра.
       "Башҡортостан" ҡыҫҡаса энциклопедияһында уның биографияһы менән танышырға мөмкин.
       Ғүмәр Ғариф улы Теләшев 1931 йылдың 13 декабрендә Дәүләкән районы ауылында тыуған. Хәҙер билдәле нефтехимик, фән докторы, профессор, Хеҙмәт Геройы, атҡаҙанған химик һәм рационализатор ҙур булмаған ауылдан ҙур фәнгә юл һала.
       1961 йылда Ғүмәр эшләү менән бер үк ваҡытта Өфө нефть институтын да (хәҙерге ӨДНТУ) тамамлай. Ғилми-тикшеренеү ректификация лабораторияһына етәкселек итә, тәжрибә- тикшеренеү цехы начальнигы, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының фәнни-технологик цехы директоры була, нефть институтының нефть һәм газ эшкәртеү технологияһы кафедраһы профессоры дәрәжәһенә эйә була.
       Талантлы ғалим 170-тән ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырып сығара, 100-ҙән ашыу уйлап табыуҙар авторы.
       Ғ.Ғ. Теләшев нефтехимияны һәм нефть эшкәртеүҙе үҫтереү өсөн тәғәйен нимәләр эшләгән һуң? Фәнни терминдарҙа буталмау өсөн "Башҡортостан" энциклопедияһына мөрәжәғәт итәйек. Унда шулай тип әйтелгән: "Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге нефтте тәрән эшкәртеү проблемалары менән бәйләнгән. Теләшев етәкселегендә юғары эффектлы масса алмаштырыу конструкциялары һәм аппараттары сәнәғәттә ҡулланыла башлай, экологик яҡтан таҙа булған мотор яғыулыҡтары етештереү технологияһы үҙләштерелә, юғары сифатлы ҡорос иретеүҙә электрод рәүешендә ҡулланылған, сүскә оҡшаш структуралы коксты ҙур күләмдә етештереү илебеҙ сәнәғәтендә беренселәрҙән булып ойошторола".
       Был өлкәне белмәгәндәр өсөн аңлайышһыҙ булһа ла, бик абруйлы яңғырай.
       1962 йылдан миңә "Ленинсы" йәштәр гәзитендә эшләргә тура килде. Шул саҡта уҡ Ғүмәр Теләшевтың исеме бөтә республикаға билдәле ине.
       1958 йылдың ноябрендә Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының Ғүмәр Теләшев етәкселегендәге АВТ-1 ҡоролмаһы коллективы социалистик ярыштың яңы формаһы - коммунистик хеҙмәт өсөн хәрәкәт инициативаһы менән сығыш яһаны. Хәҙер был хәрәкәт тураһында оноттолар, ә ул саҡта Башҡортостанда унда 803 коллектив сығыш яһаны. Коммунистик хеҙмәт бригадаһы исемен уларҙың 29-ы алды.
       Ғүмәр Теләшев "Ленинсы" хәбәрсеһенә:
       - Мин ул саҡта ҡоролма начальнигы инем, йәғни бригадаға етәкселек иттем, - тип һөйләне. - Миңә 27 йәш ине. Коллектив йәш, дәртле булды. Барыһы ла, эшләргә, уҡырға, цехҡа, заводҡа, Тыуған илгә файҙа килтерергә, тигән теләк менән янды. Беҙ бер ғаилә булып йәшәнек, яҡты киләсәккә ышандыҡ һәм уны хәлдән килгән тиклем тиҙерәк яҡынайтырға маташтыҡ.
       "Хәлдән килгән тиклем" завод комсомолецтары өсөн эштән һуң да тыуған предприятиеһында ҡалыуҙы белдерҙе. Сәғәттәр буйына проект өҫтөндә ултырҙылар, ижад иттеләр.
       - Беҙҙең коллектив бик мөһим бер проблеманы хәл итеүгә - технологик ҡоролмаларҙың ремонт-ара эшләүен оҙайтыуға - өлгәште, - тип хәтерләй ул. - Ентекләберәк аңлатам. Ғәҙәттә, ҡоролмалар ике-өс ай эшләгәндән һуң ремонт талап итте. Быға, тәбиғи, ҙур аҡса талап ителде. Беҙ мәсьәләне хәл иттек. Ҡоролмаларҙың ремонттан ремонтҡа тиклем эшләү срогын бер йылға һуҙҙыҡ. Ә рекорд ике йыл булды. Беҙҙең тәжрибәне Советтар Союзының нефть эшкәртеү тармағының башҡа предприятиелары араһында ла тараттылар.
       Ил буйынса коммунистик хеҙмәт бригадалары байтаҡ барлыҡҡа килде. Шуға күрә 1960 йылда Мәскәүҙә ошондай бригадалар слеты үтте, унда улар тәжрибә уртаҡлашты. Иң яҡшылар наградланды. Герой алтын Йондоҙон Теләшев тап ошо слетта ала.
       Ул әйләнеп ҡайтҡас, "Ленинец" редакцияһына гәзит уҡыусыларҙан һорауҙар яуҙы. Ауыл егете Теләшев нисек данлыҡлы нефть эшкәртеүсе булып киткән? Ғүмәр Теләшев бына нимәләр тине:
       - Ул саҡта, 40-сы йылдар аҙағында - 50-се йылдар башында, нефтселәр, нефть эшкәртеүселәр көн геройҙары булды. Башҡортостанда яңы ятҡылыҡтар үҙләштерелде, нефть табыу артты, заводтар төҙөлдө. Нефть менән бәйле бөтә нәмә дөйөм ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, нефтсе һөнәре бик популяр булды. Моғайын, миңә лә тәьҫир иткәндер инде. Өфө нефть эшкәртеү заводына эшкә барҙым, нефть институтына уҡырға индем.
       Өфө нефть эшкәртеү заводында оҙаҡ эшләмәнем, 1954 йылда Яңы Өфө заводына күстем. Бында ҡоролма начальнигы булдым. Коллективыбыҙ бик һәйбәт ине. Беҙ тулы ҡанлы тормош менән йәшәнек, дәртләнеп эшләнек. Эш хаҡы беҙҙең өсөн икенсе планда булды, иң мөһиме - дөйөм уңыш. Ваҡыт менән иҫәпләшмәнек, кәрәк булһа, көнөн дө, төнөн дә эш урынында ҡалырға әҙер инек. Ләкин уҡыу, ял, спорт тураһында ла онотманыҡ. Бында ла бөтә нәмәне килешеп эшләнек. Әгәр кемгәлер ашығыс рәүештә институтҡа йәки техникумға кәрәк булһа, һәр кем иптәшен алмаштырырға әҙер торҙо, спорт ярыштарында ла шулай уҡ. Ә ял иткәндә ғаиләләр менән бергәләп ял итергә тырыштыҡ.
       Йылдар үтте. Советтар Союзы тарҡалды. Хәҙер "Социалистик Хеҙмәт Геройы" тигән исем дә юҡ, социалистик ярыш та бөттө, кешеләрҙең хеҙмәткә мөнәсәбәте үҙгәрҙе.
       Ғүмәр Ғариф улы эшләүен дауам итә. Һуңғы интервьюларының береһендә ул:
       - Мин хәҙер ҙә һайлаған йүнәлешем буйынса эшләүемде дауам итәм, - тине. - Беҙ Башҡортостан нефтехимияһы өсөн ғилми һәм проект эшкәртмәләре менән шөғөлләнәбеҙ.
       Мин әле лә "иҫкесә" эшләйем. Беренсе урында нисек тә аҡса табыу түгел, ә иң мөһиме - һәр эште намыҫлы башҡарыу...
       Күңелендә, холҡонда элекке совет тормошонан иң мөһим, яҡшы сифаттарҙы һаҡлаған Ғ.Ғ. Теләшев кеүектәр хәҙер күп түгел. Ләкин улар бар.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал