6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Урындағы пекинлаштырыу
31.07.08


       2008 йылдың һигеҙенсе айының һигеҙенсә көнөндә Пекинда рәсми рәүештә Олимпиада асыла. Әлбиттә, унда бик күптәр эләгергә теләй ҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта бик билдәле һәм танылған кешеләргә лә урын етмәйәсәк. Күптәр үҙ өйөндә телевизор алдында ултырып, трансляция аша ғына ҡарай аласаҡ.
       Уйындарға эләгә алмау йәл, әлбиттә. Мин, мәҫәлән, унда журналист сифатында йәки, унан да бигерәк, художестволы гимнастика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы массажсыһы ролендә бик теләп барып ҡайтыр инем...
       Ләкин юҡ шул - Өфөлә телевизор алдында төрлө йыйылма командаларҙың костюмдарын ентекле күҙҙән үткәреп ултырырға тура киләсәк. Әйткәндәй, рәсәйҙәрҙең кейемдәрен был юлы мин һис тә оҡшатманым. Ҡышҡы бик матур кейемдәрҙән айырмалы, йәйгеһе мыҫҡыллау кеүек күренә. Нишләйһең инде, бер-ике сәғәт оялырҙар ҙа - аҙаҡ тик спорт, спорт, спорт.
       Ярай, формаларҙы ҡалдырып торайыҡ. Өфөлә БР Физик культура, спорт һәм туризм буйынса министрлығы Өфө хакимиәте менән бергә Олимпиада асылған көндө күмәкләп күңел асыу үткәрергә ҡарар итте.
       "Аҡбуҙат" ипподромында Физкультурниктар көнөнә һәм Пекиндағы ХХIХ йәйге Олимпиада уйындарына арналған спорт байрамы үтәсәк.
       Ҡытайҙағы Уйындарҙы асыуҙы байрам ҡунаҡтары ипподромдағы ҙур экранда 17 сәғәттә ҡарай аласаҡ. Рәсәй делегацияһы сыҡҡас, беҙҙекеләрҙең нисек ҡысҡырасағын күҙ алдына килтерәм инде. Кешеләр ҡайһы бер дуҫ илдәрҙе лә хуплап ҡаршы алыр, тип уйлайым - мәҫәлән, Украина, Ҡаҙағстан, Беларусь, Тажикстан, Хорватия, Сербия, Зимбабве, Израиль һәм Лихтенштейнды.
       "Аҡбуҙат"та байрам иртәрәк, сәғәт 10-да, спорт ярыштарынан (футбол, пляж футболы, стритбол, саңғы роллеры, көрәш, көнсығыш көрәштәре, армспорт, конкур, канат тартышыу) башланасаҡ, унда меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Ярышта бәләкәстәрҙән алып өлкәндәргә тиклем теләүселәрҙең барыһы ла ҡатнаша ала. Бының өсөн 279-05-36, 279-05-89 телефондары аша Өфө хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитетына заявка бирергә кәрәк.
       Ярыш еңеүселәрен һәм призерҙарҙы бүләкләгәндән һуң ипподром ҡунаҡтарын төрлө спорт вәкилдәренең күрһәтмә сығыштары көтә, финал аккорды булып парашютсылар һикереүе торасаҡ.
       Тантаналы сара ҙур экранда Олимпиаданы асыуҙы ҡарау һәм юртаҡ тоҡомло аттар ярышы менән тамамланасаҡ. Аттар сабышы 19 сәғәттә старт ала.
       Күреүебеҙсә, ҡалала өфөләрҙе Уйындар баш ҡалаһы Пекинда йәшәүселәргә виртуаль әйләндереү өсөн барыһы ла эшләнгән. Ҡытай был илдә етештерелгән автомобиль хужалары өсөн генә түгел, башҡаларға ла бер аҙ яҡыныраҡ һәм мөләйемерәк булып күренәсәк.
       Ә бер көн алдан, 7 августа, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Башҡортостан Республикаһының физик культура һәм спорт өлкәһендәге республика башҡарма власть органының 85 йыллығына арналған байрам үткәреләсәк. Бында физкультура активы, спортсылар, спорт тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандар бүләкләнәсәк. Лайыҡлылар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Физик культура һәм спорт буйынса федераль агентлыҡ, шулай уҡ БР Физик культура, спорт һәм туризм буйынса министрлығы наградалары менән билдәләнәсәк.
       Ҡотлау һүҙҙәре менән Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм физик культура, спорт һәм туризм буйынса министр Владимир Самородов сығыш яһаясаҡ, тип көтөлә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал