6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Рәмил Яҡупов: мәктәптә мотлаҡ ирҙәр эшләргә тейеш
30.07.08


       "БАШвестЪ" быйыл "Мәғариф" милли проектына ярашлы "педагогик" грантҡа лайыҡ булған уҡытыусылар тураһында материалдар серияһын дауам итә. Бөгөн баҫмабыҙҙа билдәләнгән ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар исемлеген республика уҡытыусылар составының көслө енес вәкиле тулыландыра.
       Уның ғаиләһендә бөтәһе лә уҡытыусылар: атаһы, әсәһе, апаһы, ағаһы, шуға күрә һөнәр һайларға тура килмәй - Рәмил Фәрит улы Яҡупов уҡытыусы була. Бөгөн ул Сибайҙың 8-се мәктәбендә йәшәйеш именлеге нигеҙҙәрен уҡыта, ә көҙ йөҙ мең һумлыҡ грант аласаҡ.
       - Мин уҡытыусы булып тыуғанмын, тип әйтергә мөмкин, - тип шаярта Рәмил Фәрит улы. - Мәктәпкә мин армиянан һәм педучилищенан һуң килдем. Йылдар үтеү менән мин, һөнәр һайлауҙа яңылышмағанмын, тип ышаныслы әйтә алам.
       Рәмил Фәрит улы 24 йыл уҡыта. Шуның 15 йылы - Сибайҙың 8-се мәктәбендә. Математика һәм рус теле уҡытыусылары ҡайһы предмет мөһимерәк булыуы хаҡында күпме генә бәхәсләшмәһен, балалар өсөн "йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре" дәрестәре һәр ваҡыт иң кәрәклеһе буласаҡ.
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең заманда "ғәҙәттән тыш хәл" нимә булыуын белмәгән кеше юҡтыр, - тип билдәләй Яҡупов. - Әлбиттә, улар менән бындай хәлдәр көн һайын булып тормай, ләкин хатта бер генә осраҡтан да кеше бик етди имгәнеүе мөмкин бит. Көндән-көн улар күбәйә бара.
       Әммә дәрес ни тиклем генә файҙалы булмаһын, ул, беренсе сиратта, мауыҡтырғыс, файҙалы булырға тейеш. Дәрес ҡыҙыҡлы булһын өсөн Рәмил Фәрит улы "Үҙ ғүмереңде ҡотҡар" махсус курсы эшкәрткән.
       Сибай педагогының авторлыҡ программаһы өс өлөшкә бүленә: беренсеһе - туранан-тура уҡытыу, уға Яҡупов үҙенең дәрес пландарын индергән. Уҡытыусы таянған төп принцип - уҡытыуҙың күргәҙмәлелеге. Лекцияларға һәм таблицаларға алмашҡа фильмдар, шаһиттарҙың дәрескә килеп хәл-ваҡиғаларҙы аңлатыуы, теге йәки был хәлде моделләштерергә, ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен иҫәпләп сығарырға ярҙам итеүсе компьютер программалары. Шулай итеп, уҡыусылар үҙ тәжрибәһендә түгел, ә уҡытыусы һүҙҙәренә нигеҙләнеп, ябай булмаған хәлдә йүнәлеш алырға өйрәнә.
       Яҡупов программаһының икенсе блогы кластан тыш саралар эшкәртеүҙән ғибәрәт. Бергәләп "Зарница"лар, конкурстар үткәреү күнекмә алырға, йәғни теорияны практикала нығытырға ғына түгел, балаларға дуҫлашырға ла ярҙам итә. Шуға күрә төрлө, шул иҫәптән хәрби сборҙарға Сибай мәктәбе малайҙары тулы составта барыуына, хатта уларға үҙ класташ дуҫтары өсөн көйөргә, дәртләндерергә ҡыҙҙар ҙа килеүенә һис тә ғәжәпләнерлек түгел.
       Һуңғы өсөнсө блокка балаларға үҙ аллы эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә ярҙам итеүсе саралар инә. Өлкән класс уҡыусылары урта һәм кескәй звено уҡыусылары өсөн класс сәғәттәре әҙерләй, бында улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре, янғын хәүефһеҙлеге, наркотиктарҙың зыяны тураһында һөйләй. Үҙ сиратында, өлкәнерәк балалар менән педагогтар ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, тап Рәмил Фәрит улы Яҡуповтың уҡыусылары мәктәп музейы өсөн Чечняла һәләк булған Сибәй мәктәбен тамамлаусы ике егет тураһында документтар йыйҙы. Был эҙләнеүҙәр нигеҙендә мәктәптә Ватанды һаҡлаусыларға арналған таҡтаташ асыласаҡ.
       Йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы үҙ коллегалары менән бергә ойошторған бөтә сараларҙан иң мөһиме булып йыл һайын үткәрелгән "Үҙ ғүмереңде ҡотҡар!" дөйөм мәктәп ярышы тора. Әлбиттә, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ғүмеренә бер нәмә лә янамай. Әммә педагогтар балаларға экстремаль хәлдәрҙә үҙ көстәрен һынап ҡарарға тәҡдим итә: уҡыусылар бер-береһенә яһалма һулыш алдырыу, йөрәгенә массаж яһай, "яралыларҙы" носилкаға һалып медпунктҡа алып бара, был ваҡытта компас серҙәренә эйә булған иптәштәре урында йүнәлеш ала.
       Кемдер, был "Ҡотҡарыу"ҙа айырылып торған артыҡ бер нәмә лә юҡ - барыһы ла стандарт "Зарница"ға оҡшаған, тип әйтеүе мөмкин. Бының менән өлөшләтә генә килешергә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уҡыусыларҙың күбеһе буш ваҡытын компьютер артында үткәреүҙе өҫтөн күрә, ә тәбиғи аралашыу йыш ҡына икенсе планға күсерелә. Был яҡшымы йәки насармы - айырым һөйләшеү темаһы. Ә бит хәүефһеҙлек техникаһын белеү һәм башҡа кешеләр менән уртаҡ тел таба белеү әле бер кемгә лә ҡамасаулағаны юҡ.
       - Кластан тыш саралар һәм ярыштар формаһында йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре буйынса өҫтәмә занятиелар кәрәкме-юҡмы, тигән һорау булырға ла тейеш түгел: әлбиттә, эйе. Ғәҙәттән тыш хәлдә үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген балалар хәтерләү генә түгел, "төн уртаһында уятҡанда ла" белергә тейеш, - тип билдәләй Яҡупов. - Ябай миҫал килтерәм. Биш йыл элек миңә дуҫтарым менән бергә янған өйҙә ҡалырға тура килде, ут бик тиҙ таралды. Бындай осраҡта күптәр тәҙрәне ватырға һәм утты һүндерергә тотонорға маташыр ине. Әммә тегеһен дә, быныһын да эшләргә ярамай. Беренсенән, беҙ электр утын һүндерҙек, икенсенән, һауаға өҫтәмә рәүештә кислород инмәһен өсөн, тәҙрәләрҙе асмайынса, ялҡынды һүндерҙек. Был ҡарарҙы ҡабул итеүгә бер-ике секунд ваҡыт үтте. Һөҙөмтәлә бер кем дә зыян күрмәне.
       Рәмил Фәрит улы балаларҙы ла бер нәмәгә лә вайымһыҙ булмаҫҡа өйрәтә.
       - Яҡын кешеләрең, бәләгә тарыған үтеп барыусы өсөн яуаплылыҡ тоймайынса йәшәргә ярамай, - тип раҫлай Яҡупов. - Уҡытыусы иһә үҙенең һәр уҡыусыһы өсөн бигерәк тә яуаплы. Дәрестә булһынмы ул йәки башҡа ерҙәме, быныһы мөһим түгел.
       Был вайымлы педагог ҡына түгел, ә ысын ир кеше позицияһы. Әйткәндәй, "уҡытыусы - ул ҡатын-ҡыҙҙар һөнәре" тигән таралған әйтемгә ҡарата Яҡуповтың үҙ фекере:
       - Ғаиләлә баланы тәрбиәләү һәм уҡытыу менән ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, ир кеше лә шөғөлләнә: был барыһына ла аңлашыла, ни өсөн мәктәптә башҡаса булырға тейеш? Ир кеше - күпкә ҡатыраҡ, ҡатын-ҡыҙ йомшаҡлыҡ күрһәткән урында, ул яза бирә ала, ваҡыты менән был малайҙарға ғына түгел, ҡыҙҙарға ла кәрәк. Әгәр беҙ балаға аттестат биреү генә түгел, ә һәр яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләргә теләһәк, мәктәптә мотлаҡ ирҙәр эшләргә тейеш.

Елена Мужайлова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал