6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Табын шишмәһендә ял иттек
30.07.08


       Әлбиттә, һәр кем сит илгә барып ҡайтырға теләй. Һәм, әлбиттә, хәҙер, йәй. Отпускынан сыҡҡан коллегаларың ҡояшҡа янған тәндәре менән ары-бире үткәндә һәм уҙышмаҡтан үҙ компьютерҙары мониторында сәйер ағастар, дельфиндар менән йәнәш, аквапарктар, диңгеҙ уртаһындағы яхталар фонында төшкән фотоларын күрһәткәндә нисек күҙең ҡыҙмаһын... Ләкин "БАШвестЪ" "Туризм" рубрикаһында яҙып сыҡҡанса, барыһына ла бындай бәхет тәтемәй бит әле - кемгәлер эшләргә лә кәрәк! Бында, тыуған Башҡортостаныбыҙҙа.
       Бөгөн беҙ ял көндәрен отпуск кеүек көтөп алыусылар өсөн материалдар серияһын дауам итәбеҙ. Соль-Илецкиҙа тоҙландыҡ, Шүлгәнташты арҡырыһына-буйына иңләнек. Хәҙер Красноусолға сәфәрҙе планлаштырырға ла мөмкин.
       Юҡ, беҙ ундағы шифахананы рекламаларға йыйынмайбыҙ. Бер тоҡ аҡса йыймайынса, унда башыңды тығырға ла кәрәкмәҫлеген барыһы ла яҡшы белә. Билдәле Табын шишмәһе - бына беҙҙең һөйләшеү предметы. Ғафури районындағы был ғәжәйеп, иҫ киткес матур тәбиғәт киҫәге изге төйәктән бигерәк, курорт зонаһын хәтерләтә.
       Нисек булды.
       Беренсе тапҡыр беҙ изге Табын шишмәһенә ике йыл элек барғайныҡ. Таныштарҙан ишетеп белә инек инде - Тоҙлойылғаға ҡойған тоҙло шишмәләре менән тыныс ҡына мөйөш, тап ошонан республикабыҙ магазиндарына шифалы Красноусол минераль һыуы килтерелә лә инде, тау түбәһендә торған ғибәҙәтхана - христиан ҡанундары буйынса изге һыу инеү урыны, уның һыуында ҡойоноп сығып, яңынан тыуғандай булаһың... Шау-шыулы пляж палаткаларынан алыҫыраҡ, ғаилә менән барырға ҡарар иттек.
       Өфөнән 150 километр араны ике сәғәттә үттек. Сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыу ваҡытына барып өлгөрҙөк, кибеттән бәләкәй тәреләр, шәмдәр һатып алдыҡ та, уларҙы ҡаяға ҡуйҙыҡ. Һыуға йүнәлдек. Ғибәҙәтхана менән һыу инеү урынын, уның менән бергә изге сығанаҡтарҙы айырып торған юл буш ине. Изге һыуға тәрегә өс тапҡыр тейеп алғандан һуң ғына инергә, ҡатын-ҡыҙҙарға һыуыҡтан ҡулдарын һелтәп сәбәләнмәҫкә, ә һыуыҡ температура режимына тыныс ҡына түҙергә кәрәклеге тураһында иғланды уҡығас, кәрәкле ғөрөф-ғәҙәтте үтәнек. Белгәндәр вәғәҙә иткәнсә, тәнде өтөп алырлыҡ утты тойҙоҡ, яңынан донъяға тыуҙыҡмы ни? Һуңынан инде бөтә тәнгә рәхәтлек таралды. Бөтә ауырыуҙар ҡайҙалыр китеүенә, ә яңылары урап үтәсәгенә ышаныс уянды. Тойғолар - әйтеп аңлатҡыһыҙ...
       Бер аҙ ваҡыттан һыу инеү урынына кешеләр йыйыла башланы. Урындағы санаторийҙан балаларҙы килтерҙеләр. Ығы-зығы башланды, ләкин барыбер, телһеҙ кинолағы кеүек, нисектер барыһы ла тыныс ҡына барҙы. Алыҫ түгел урманда өҫтәл йәйеп, ашап алдылар ҙа яр буйлап киттеләр. Саф һауа һулап, изге урындарҙан ыңғай энергетика алып, әйләнеп ҡайттылар. Буш ваҡытыбыҙҙа ошондай ял да урын алырға тейеш, тигән фекергә килеп, тағы килергә кәрәк, тип хәл итеп ҡайттыҡ.
       Хәҙер нисек.
       Үткән ял көндәрендә Красноусол яғына һуғышҡа барғандай йыйындыҡ. Яулыҡ, күлдәк, оҙон итәктәр, салбарҙар - сумка тулы... Эҫе, әлбиттә, ләкин ошондай урында нисек ярым-яланғас йөрөп ятаһың. Етмәһә, тағы бер ғаиләне мөғжизәле һыуҙа ҡойоноп сығырға күндерҙек. Уларҙың һаулығы ҡаҡшағайны, шуға күрә беҙ уларҙың әхлаҡи рухын да, физик хәлен дә Красноусол минералкаһы һәм изге һыуы менән нығытыуға бик тә ышандыҡ. Төшкә табан ҡуҙғалдыҡ. Юл буйына "яңы кешеләргә" ҡаланан алыҫта рәхәтләнеп ял итеү ләззәтен һөйләп барҙыҡ.
       Табын шишмәһенә етәрәк - машиналар колонналары. Тәртип һаҡлаусылар водителдәрҙе төрлө яҡҡа ебәрә: урын аҙ, ә ял итеүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Машиналарҙы ҡуйыу менән проблема. Бөтәһе лә геүләшәләр, ҡулдары менән һелтәйҙәр, "үткәреүселәргә" аҡса һоналар. Шишмә территорияһы хәҙер кәртәләп алынған, ингән урында - әйләнеүсе турникеттар менән ҙур ҡорос ҡапҡа. Хужа ҡулы күренә, был яҡшы. Тик тәбиғәт ҡосағы - ситлектә. Ҙур булмаған монастырҙың алдында, сәбәпһеҙ инмәҫкә, тигән яҙыу эленгән. Күрәһең, төрлө хәлдәр булғандыр.
       Халыҡ мыжғып тора. Анапалағы пляжмы ни. Шулай уҡ шау-шыу, төрлө төҫтәге һыу инеү костюмдарынан күҙҙәр ҡамаша. Ғибәҙәтхана һәм мәхәллә кешеләре алдында асфальт юл буйлап һыу инеү кейемендә генә йөрөү һис килешмәй, минеңсә.
       Артабан яр буйлап тағы бер нисә һыу инеү урыны, мәрмәр плиткалар менән биҙәлгән ҡоҙоҡтар тип атар инем мин уларҙы. Улар, беҙ аңлауыбыҙса, башҡа дин вәкилдәре өсөн. Вәғәзле яҙыуҙары ла, православие тәреләре лә юҡ. Үткән килгәнебеҙҙә лә шулай ине. Тик был юлы һыу инеү урыны ниндәйҙер бер дыуамал бассейнға әйләнгән. Һыу инеү урыны - тәһәрәт алыу өсөн бит, ә сумып, сыр-сыу килеп һыу инеү өсөн бассейн бар, шулай түгелме ни? Бына ҡыҙып алған ирҙәр шау-шыу килеп һыу эсендә бәхәс ҡорған, ә бер бәләкәй малай унынсы тапҡырҙыр инде башы менән тоҙло һыуға ташлана. "Ысын" һыу инеү урынында ла шау-шыу күршеләгенән ҡалышмай.
       Әлбиттә, һәр кем бында үҙенсә ял итеү өсөн килгән. Кешеләр күңел асҡанда, шатланғанда - нисек ҡәнәғәтһеҙлек белдерәһең инде. Хәҙер тормош ауыр, көсөргәнешле - ә ниңә һуң онотолоп ял итмәҫкә? Барыһы ла (шул иҫәптән күңел асыу индустрияһы ла) үҙ урынында булырға тейеш, тип әйтһәм, монафиҡлыҡ тип ҡабул итерһегеҙ микән, тип ҡурҡам. Мин, ярай, ябай кеше. Ләкин шау-шыулы, дини булмаған компаниялар менән күрше булыу, әйтәйек, монастырь башлығын, сиркәү хужаһын борсомай микән ни?
       Белмәйем. Мин был сәфәрҙән көтөлгән тәьҫораттар алманым. Бәлки, мин сиктән тыш стереотиптарға, ҡағиҙәләргә, ҡанундарға буйһонамдыр? Алла - һәр кемдең күңелендә, тиҙәр бит. Әсәйем мөһим проблемаларҙан ситкә китеп, үҙен кәрәкле тулҡынға "көйләй" алды. Ул ҡәнәғәт һәм ғаилә менән Красноусолға барыу традицияһын дауам иттереүҙе теләй. Моғайын, киләһе йыл йәй тағы Табын шишмәһенә барырбыҙ.
       Нисек булыр?

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал