6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Матбуғат

Башҡортостандың юлдаш телевидениеһында яңы проект әҙерләнд е
17.03.04


       Быйылғы йылдың февраль айынан башлап Башҡортостан юлдаш те левидениеһы Рәсәйҙә беренселәрҙән булып эшҡыуарҙар өсөн теле визион каналын РБК - ТВ ( РосБизнесКонсалтинг) асты.
       Яңы телеканал эшҡыуарҙар аудиторияһын кәрәкле мәғлүмә т менән тәьмин итеүгә ҡоролған. Программаларҙың береһен алып
       барыусы Наил Әширов әйтеүенсә, көн һайын сығасаҡ мәғлүмәт -
       аналитик тапшырыуҙың маҡсаты - республикала эшҡыуарлыҡты яң ы кимәлгә күтәреү, дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙы иҡтисадтың перспектива лы тармаҡтарына йүнәлтеү, шулай уҡ ҡулланыусыларҙың мәнфәғәт ен яҡлау. Бында телевизор ҡараусыларҙы Рәсәй һәм донъя бирж а системаларының финанс мәғлүмәттәре, эксперт һәм аналитикта рҙың комментарийҙары һәм башҡалар көтә. Банк, страховкалау, макро һәм микроиҡтисад, фонд баҙарҙарынан хәбәрҙәр ҙә тапшыр ыласаҡ.
       Тапшырыу авторҙары республикала һәм Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ үҫе шенең айырыуса отошло йүнәлештәре, иҡтисадтың төрлө тармаҡта рында тенденцияларҙың үҫеш перспективалары, эшҡыуарлыҡ һәм д әүләттең хеҙмәттәшлеге һәм башҡа етди иҡтисади темаларына иғ тибар бүлергә планлаштыра.
       Эфирға сыҡҡан тапшырыуҙарҙы ҡараусылар программала иң алд ынғы техника яңылыҡтары: "йүгерек юлдар", он - лайн яңылыҡта ры файҙаланыуына иғтибар итмәй ҡалмағандыр, моғайын.
       Программа 25 - 55 йәштәрҙәге, юғары белемле һәм уртасанан
       артығыраҡ килем алыусы эшлекле кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Эшлекле һәм финанс мәғлүмәт беренсе сиратта етәкселәр, банк,
       инвестиция компаниялары, фонд, биржа, аудитор һәм консалтин г компаниялар хеҙмәткәрҙәре, журналистар, федераль һәм регио наль дәүләт структура һәм орган вәкилдәре, эшҡыуарҙар һәм то п - менеджерҙар һәм башҡа бик күптәр өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра .

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал