6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Пекинда сығыш яһау еңелдән булмаясаҡ
30.07.08


       Олимпиада башланыуға бармаҡ менән генә һанарлыҡ көндәр ҡалды. Составты ла иғлан иттеләр, яҡынса бурыстар ҙа ҡуйылды. Кисә олимпиадасылар Рәсәй Президенты менән осрашты.
       Билдәле булыуынса, Рәсәй делегацияһы иң ҙурҙарҙың береһе булып сыҡты. Беҙҙең икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙән Пекинға 850 кеше барасаҡ, шуларҙың 457-һе - спортсылар. Ватандаштарыбыҙ спорттың 39 төрөндә миҙал өсөн көрәшәсәк.
       Рәсәй Олимпиада комитеты президенты Леонид Тягачев бөтәһен дә иҫәпләп ҡуйған инде:
       - Команда зачетында беҙ Ҡытайҙы уҙырға иҫәп тотабыҙ. Был бик ҡыйын, әммә хәлдән килерлек. Беҙҙә, дөйөм алғанда, 80 миҙал булыр, тип уйлайым.
       Ул беҙҙә 79-85 кеше миҙалға дәғүә итеүенә ышана. Уларҙы ниңәлер ул "башҡарыусылар" тип атай.
       Тягачевтың был һүҙҙәре артына нимә йәшеренгән һуң? Спортсыларыбыҙ АҠШ-ҡа тиңләшә алмаясаҡ. Рәсәйҙең өлөшө - рәсми булмаған иҫәптә хужалар-ҡытайҙарҙан икенсе позицияны тартып алырға маташыу. Кемгә нисектер, ә мин быға бик ышанып етмәйем.
       Һигеҙ төрҙә Рәсәй спортсылары ҡатнашмаясаҡ. Мәҫәлән, беҙҙекеләр футболда, тхэквондола, софтболда, үләндәге хоккейҙа булмаясаҡ...
       "Беҙҙең көсөбөҙ еңел атлетикала, йөҙөүҙә, баскетболда, волейболда һәм гандболда" тиҙәр. Бигүк улай түгел, минеңсә. Еңел атлетикала һәм йөҙөүҙә американдар көслө. Был дисциплиналарҙа улар уңыш йыясаҡ. Спорттың команда төрҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙар баскеты ышаныс уята.
       Башҡортостан спортсыларынан Уйындарҙа туғыҙ кеше ҡатнашасаҡ.
       Биш кеше беҙҙең республикабыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ. Улар Галина Богомолова (еңел атлетика - марафон), Лилия Шобухова (еңел атлетика - 5000 метр), Георгий Андреев (еңел атлетика - марафон), Александр Колобнев (велоспорт-шоссе - төркөм уҙышы), Владимир Гусев (велоспорт-шоссе - төркөм уҙышы, индивидуаль уҙыш).
       Эйе-эйе, аптырамағыҙ. Әлеге мәлгә Гусевты допинг менән ғауға арҡаһында Олимпиаданан ситләтмәнеләр, унда допинг тапманылар, шулай ҙа анализының Ҡаҙағстандың "Астана" командаһында ҡабул ителгән нормаларға тап килмәүе арҡаһында Владимирҙы ундағы команданан сығарҙылар.
       Халыҡ-ара велосипедистар союзының (UCI) допингҡа ҡаршы мәсьәләләре буйынса менеджеры Анна Гриппер:
       - Әлеге ваҡытҡа беҙ UСI-ҙа Владимир Гусевҡа ҡарата бер ниндәй ҙә дисциплинар ҡарар ҡабул итмәнек, - тип хәбәр итте. - Шулай итеп, ул, Олимпиада уйындарын да индереп, һәр төрлө рәсми ярыштарҙа сығыш яһау хоҡуғын һаҡлай. Артабан нисек булыр - быныһын әйтә алмайым...
       Республикабыҙҙан олимпиадасылар исемлеген дауам итәбеҙ. Башҡортостан ауыр атлет Дмитрий Клоковҡа, йөҙөүсе Ксения Москвинаға һәм "тау ишкәкселәре" Дмитрий Ларионов менән Михаил Кузнецовҡа ярҙам күрһәтеүсе ике төбәктең береһе булып тора.
       БР Физик культура, спорт һәм туризм буйынса министрлығында спорт һәм Олимпиада резервын әҙерләү буйынса бүлек бар. Был бүлек начальнигы Василий Жирнов миңә түбәндәгеләрҙе хәбәр итте:
       - Беҙҙең атлеттарҙан берәйһе Рәсәй Президентына ҡабул итеүгә эләгерме-юҡмы, әйтә алмайым. Хәҙер барыһы ла Уйындарға әҙерлек менән мәшғүл.
       - Һеҙ Башҡортостандан спортсылар һаны менән ҡәнәғәтһегеҙме? 457-нән туғыҙ - был аҙмы?
       - Тураһын әйткәндә, ҡәнәғәт түгелмен. Афиныла беҙҙең спортсылар 11 булғайны, хәҙер уларҙың һаны туғыҙға тиклем кәмене. Уйындарға барыуға Рөстәм Сабирхузин менән Константин Фомичев дәғүә иткәйне, ләкин килеп сыҡманы. Мин фехтование менән дә ҡәнәғәт түгелмен - спорттың был олимпиада төрөнә күпме аҡса һалына, ә бер лицензия ла яулағандары юҡ...
       Ләкин шуны билдәләп үтергә кәрәк, Пекинға эләккән туғыҙ спортсының кәмендә дүртәүе миҙалға етди дәғүә итә. Бер призлы урын яуланһа ла беҙҙең өсөн ҙур байрам буласаҡ, ә әгәр инде Ҡытайҙан дүрт алтын килһә - бында инде барыһы ла шатлығынан үрле-ҡырлы һикерәсәк.
       Спортсыларҙы батырлыҡҡа рухландырыу өсөн Рәсәй Хөкүмәте яҡындағы көндәрҙә Ҡытайҙан миҙал менән ҡайтыусыларҙы аҡсалата дәртләндереүҙе арттырыу мөмкинлеген эҙләй. Әлегә алтынға гарантиялы сумма - 50 мең доллар, ләкин уны 100 мең евроға тиклем күтәреүҙәре мөмкин.
       Кәрәкле медицина ҡорамалдары һәм дарыуҙар менән врачтарыбыҙ Ҡытайға китте лә инде. Ә бына спортсыларға Олимпиада комитеты мөмкин тиклем һуңыраҡ барырға кәңәш итә. Пекинда бик эҫе һәм һауа ауыр. Ҡыҫҡаһы, шарттар бик яҡшынан түгел.
       Спортсыларыбыҙға ваҡыттағы айырмаға күнегергә ярҙам итеү өсөн сборҙар һәм күнекмәләр Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта үтә. Иркутск ҡалаһы күптәр өсөн үҙенсәлекле бер күсеү базаһы булып торасаҡ. Һәр хәлдә, күп атлеттарыбыҙ уның аша осасаҡ.
       Беҙҙең делегация өсөн олимпиада осоро рәсми рәүештә 5 августа, Олимпиада ауылында Рәсәй флагын күтәргәс, башланасаҡ. Спортсыларыбыҙ килеп, тиҙ генә клубтарҙа сығыш яһаясаҡтар ҙа ҡайтасаҡтар. Күп вәкилдәребеҙҙең тап шундай план. Мәҫәлән, Уйындарҙы асыуҙа Шобухова ла, Богомолова ла булмаясаҡ. Хәйер, улар Ҡытайҙан шунда уҡ ҡына ҡайтып китмәҫ, моғайын - ниндәй ҡатын-ҡыҙ стадион буйлап миҙал тағып ғорур атлап үтергә теләмәһен?

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал