6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

"10 йылдан һуң беҙ 10 йылға оҙағыраҡ йәшәргә тейешбеҙ"
29.07.08


       Рәсәйҙәрҙең ғүмер оҙайлылығын арттырырға - ил етәкселеге алдына шундай бурыс ҡуйылған. Был бурыс комплекслы, һәм ул бөтә ғаләм менән бергәләп хәл ителергә тейешле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берҙә, беҙҙең һаулығыбыҙ өсөн яуаплылыҡ медицинаға йөкмәтелә, тигән фекер өҫтөнлөк итә. Ләкин был улай түгел - фән мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һаулыҡтың торошо һаулыҡ һаҡлауға 8-10 процент ҡына бәйләнгән. Бөтә ҡалғаны - йәшәү рәүеше, генетика... Шуға ҡарамаҫтан, медицинаны бер кем дә, иң элек, медиктар үҙҙәре лә иҫәптән юйып ташламай. "10 йылдан һуң беҙ 10 йылға оҙағыраҡ йәшәргә тейешбеҙ", - БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Зөфәр Мортазин перспективаларҙы шулай образлы һүрәтләне. Был хәҙер бөтә ерҙә үткәрелгән тармаҡты яңыртыуға йүнәлтелгән ҙур эштең аралағы йомғаҡтары, тип әйтергә мөмкин. Һәм баҫым иң ауыртҡан нөктәләргә яһала. Хәҙер улар - йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары.
       Әйтегеҙ әле, ҡайһыбыҙ хәҙер үҙенең ҡан баҫымына зарланмай. Хатта мәктәп уҡыусыларының да гипертония. Һөҙөмтә булараҡ, инфаркт, инсульттар "йәшәрә". Башҡортостан халҡының өстән бер өлөшө тиерлек йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфалана. Үлем сәбәптәре структураһында ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары яртыһынан ашыуын биләй. Республика кардиология диспансеры белгестәренең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, вафат булыусыларҙың 80 процентҡа яҡыны - эшкә һәләтле йәштәге ирҙәр.
       Республикала былтыр вафат булған 55144 кешенең 31650-һе йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары сәбәпле яҡты донъя менән хушлашҡан. Миокард инфаркты ғына йыл һайын республика халҡын 1100 кешегә кәметә.
       Һандар, дөрөҫөн әйткәндә, шаҡ ҡатырлыҡ. Тимәк, республикабыҙ картаһынан былтыр ҙур булмаған бер ҡала юҡҡа сыҡҡан, тип әйтергә мөмкин бит. Шуға күрә йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһы былтыр һаулыҡ һаҡлау сигенән сығып, дөйөм милли проблемаға әйләнеүе ғәжәп түгел. Әйткәндәй, уны иң юғары кимәлдә хәл итә башланылар.
       Башҡортостанда, мәҫәлән, быйыл төбәк ҡан тамырҙары үҙәге төҙөләсәк. Республика етәкселеге ошондай ҡарар ҡабул итте. Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының өс бүлексәһе базаһында төп үҙәк ойошторалар, унда инсульт менән сирләүселәргә юғары технологиялар ҡулланып ярҙам күрһәтеләсәк. Ә бындай пациенттарҙы асыҡлаясаҡ беренсел звено Өфөнөң 18-се дауаханаһында, Белоретта һәм Октябрьскийҙа ойоштороласаҡ.
       Был эш федераль проектҡа ярашлы ла үткәрелә. Республикабыҙ ҡан тамырҙары менән сирләүселәргә медицина ярҙамын камиллаштырыу буйынса программа тормошҡа ашырылған Рәсәй Федерацияһының 12 субъекты иҫәбенә инде. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов менән Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Юрий Беленков тейешле Килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Бынан һуң Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы республикабыҙға был дауалау йүнәлеше буйынса медицина ҡорамалдары һәм материалдар һатып алыуға федераль бюджеттан 241,5 миллион һум аҡса бүлергә ҡарар ҡабул итте. Республика ҡаҙнаһынан был маҡсаттарға тағы 120 миллион һум аҡса индереләсәк. Бөтә беренсел бүлексәләр - заманса медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән компьютер томографияһы, ә төбәк ҡан тамырҙары үҙәге өҫтәмә рәүештә цифрлы ангиограф - йөрәк, баш мейеһе тамырҙарын, периферик тамырҙарҙы тикшереү һәм пациенттың тамырҙары һәм йөрәге эсендә ҡанһыҙ ысул менән операциялар үткәреү өсөн рентгендиагностик комплекс менән йыһазландырыласаҡ.
       - Планлаштырылған сараларҙы тормошҡа ашырыу ҡан тамырҙары патологияһынан үлемде 15-18 процентҡа, айырым алғанда, инсульттан - алты-ете процентҡа кәметеүгә, инсульттар һанын - 20, шул иҫәптән ҡабаттан ҡан тамырҙары боҙолоуын 15 процентҡа кәметергә булышлыҡ итәсәк, - тине Зөфәр Мортазин.
       БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, үҙ сиратында, ҡорамалдарҙы монтажлау өсөн биналарҙы ваҡытында әҙерләү, подразделениеларҙы медицина психологтары, логопедтар, нейрохирургтар, ҡан тамырҙары хирургтары менән өҫтәмә комплектлау мәсьәләләрен айырым контролгә аласаҡ.
       Хәйер, медиктар һаулығыбыҙ, элеккесә, үҙебеҙҙең ҡулда булыуы тураһында ҡабатлауҙан туҡтамай. Уны, йәшәү рәүешен тамырынан үҙгәртеп кенә, яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин. Кешеләр ашар алдынан ҡулдарын йыуырға өйрәнгәс, үлем тиҫтәләгән тапҡырға кәмегәйне бит...

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал