6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Карлсон эҙҙәре буйлап
29.07.08


       Стокгольм ҡалаһында, ҡәҙимге урамда, ҡәҙимге өйҙә Өфөнән ҡәҙимге ғаилә - Ғөбәйҙуллиндар ҡунаҡ була. Был ғаилә ҡәҙимге атайҙан, ҡәҙимге әсәйҙән һәм ҡәҙимге ике баланан - Искәндәр менән Раушаниянан тора.
       - Мин һис тә ҡәҙимге түгел, - тип әйтә ала Искәндәр, ләкин әйтмәй, сөнки эште һүҙҙән өҫтөн ҡуя. БДУ-ның 19 йәшлек студенты уҡыуҙан буш ваҡытында Европа буйлап сәйәхәт ҡыла һәм фотоға төшөрә. Мәҡәләмде билдәле яҙыусы Астрид Линдгрендың "Сабый һәм ҡыйыҡта йәшәүсе Карлсон" әҫәренән тәүге юлдары менән башлаған өсөн уның тоҡомдарынан ғәфү үтенәм, ләкин улар мәҡәләм геройына шул тиклем тап килде. Китап персонаждары менән күңелле ваҡиғалар барған Стокгольмда Искәндәр ата-әсәһе менән яҡын туғандарына барып сыға. Был ҡала уның өсөн икенсе тыуған иленә әйләнгән. Уның Парижда ла, Гамбургта ла, Бременда ла булғаны бар, шулай ҙа Швецияның баш ҡалаһын айырыуса ярата. Уның бында үҙенең яратҡан мөйөштәре, урындары бар.
       Бер ваҡыт шулай дуҫтары Искәндәрҙең сираттағы сәфәренән алып ҡайтҡан фотографияларҙы ҡарап ултырҙы.
       - Ә ниңә һиңә күргәҙмә ойоштормаҫҡа һуң? Ул, һис шикһеҙ, күптәргә оҡшар ине, - ти улар.
       Искәндәр шунда уҡ уларҙың кәңәшен тотто. Тәүҙә ҙур архивтан үҙенсә иғтибарға лайыҡ фотографияларҙы һайлап алды. Һуңынан уларҙы дуҫтарына таратты, тегеләре үҙҙәренә оҡшаған фотоларҙы билдәләне. Искәндәр бөтә теләктәрҙе иҫәпкә алып, уларҙы экспозицияға тупланы.
       Бөгөн уның эштәрен фотокүргәҙмә үткәреү изге традицияға әйләнгән "Ҡунаҡхана" Үҙәк художество галереяһында күрергә мөмкин. Һынлы сәнғәт, акварель, декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте менән бер рәттән бында һәр ваҡыт художестволы фотография ла урын ала. Быға тиклем һис ҡасан булмағанса, был жанр тамашасылар араһында бик популярға әйләнде. Шуны иҫәпкә алып, фотографиянан алда график дизайн, коллаж һәм модель әҙерләү менән шөғөлләнә башлаған Искәндәр үҙенең тәүге персональ күргәҙмәһе өсөн тап фотографияларҙы һайланы. Автор әйтеүенсә, тап һүрәттәр күберәк тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итә, ләкин перспективала - Искәндәрҙең башҡа эштәре лә ҡуйыласаҡ күргәҙмә ойоштороу.
       Фотография менән етди мауығыу дүрт йыл элек башланды. Әлегә тиклем һүрәттәр уға график дизайнда эшләү өсөн генә кәрәк булды.
       - Ҡапыл миндә үҙемде уратып алған бөтә нәмәгә ҡыҙыҡһыныу уянды, - ти Искәндәр. - Мин ҡояш байыуына һоҡланам һәм Өфөнөң боронғо урамдары буйлап йөрөргә яратам. Миңә шулай уҡ хәҙерге архитектура ла оҡшай, фото аша мин объектарҙың, биналарҙың матурлығын күрһәтергә тырышам. Ниндәйҙер бер мәлдә мин, ҡала рухы - ул йорттар һәм урамдар ғына түгел, унда йәшәүсе кешеләр ҙә булыуын аңланым.
       Искәндәрҙең ҡала фотоэтюдтары үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә. Фотографиялар әҙәбиәт, сәнғәт төрө кеүек үк, унда әҫәр өҫтөндә фекер йөрөтөп, ҡаланы уға ысын герой һыҙаттары биргән автор менән берләштерергә мөмкин. Һөҙөмтәлә ҡала үҙендә барған ваҡиғаларға йоғонто яһарға һәләтле тере йән эйәһенә әйләнә. Федор Достоевскийҙың Петербургы, йәки Андрей Белыйҙың Петербургы булған, яҙыусылар улар тураһында үҙ повестарында һәм романдарында һөйләгән.
       Авторҙың үҙе менән һөйләшеү бик ҡыҙыҡлы булды. Искәндәр әйтеүенсә, сәйәхәттәренең маҡсаты - иҫтәлекле урындарҙы ҡарау ғына түгел, шулай уҡ кешеләр менән дә танышыу.
       - Һәр ҡалала, кешеләрҙең ҡайҙа - Рәсәй йәки Европа ҡалаһындамы - йәшәүенә ҡарамаҫтан, үҙеңә компания табырға мөмкин, - ти Искәндәр. - Минең тыуған Өфөмдә лә, әйтәйек, Стокгольмда ла дуҫтарым күп. Музыка, китаптар, сәнғәт - темаларҙың иге-сиге юҡ.
       Граффити хаҡында.
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә был художестволы жанрҙы аңлап етмәйҙәр әле. Сит илдә һоро бетон ҡоймаларға һүрәт төшөрөү хулиганлыҡ түгел, ә сәнғәт тип иҫәпләнә, - тип аңлата Искәндәр.
       Ул был эште аңлай. Үҙе ҡасандыр ябай, америка стиленән башлаған. Йәғни һүрәттә төҫтәр, мөйөштәр күп, ә хикмәтле хәрефтәр менән яҙылған һүҙҙе уҡып та булмай. Һуңынан яңы мәктәпкә, постграффити стиленә килгән, бында инде өстән артыҡ төҫ ҡулланырға ярамай, һәм һыҙыҡтар ҙа аныҡ. Бында һүҙ мөһим түгел, ә композиция.
       - Граффити стилендә башҡарылған эштәрҙән ҡасан да булһа күргәҙмә ойоштороп булһын ине, тип бик тә теләйем. Сифатлы граффити ҡаланы йәмһеҙләмәйәсәк, киреһенсә, уға билдәле бер стиль бирәсәк, - тип ышана Искәндәр.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал