6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сауҙа

Хәҙерге бизнес еңел бирелмәй
25.07.08


       Нимә һуң ул сауҙа? "Файҙа алыу маҡсатында матди байлыҡтар менән һәр төрлө алмашыу", - тип аңлата Брокгауз менән Ефрондың бәләкәй энциклопедик һүҙлеге. Ысынлап та - был планетабыҙ халҡы ғүмеренең күп өлөшөн арнаған эшмәкәрлек түгелме?
       Күҙ алдына килтерегеҙ әле, ер йөҙөнән бөтә магазиндар һәм баҙарҙар юғалды ти. Ә ҡорһаҡ ашарға һорай бит! Нимә эшләргә, ҡайҙа йүгерергә? Дача участкаһына ҡыяр-помидор, картуф-кишер йыйырғамы? Насар түгел, әлбиттә. Ләкин был ғына ҡотҡармай бит. Колбасаһы, майонезы кәрәк, газлы һыуын эске килер. Ә улар, билдәле булыуынса, ағаста үҫмәй бит.
       Ошонда туҡтап, ни өсөн был фәлсәфәүи һөйләшеүҙе башлауыбыҙҙы аңлатып китәйек. Ә бына ни өсөн. Беренсенән, июль айының дүртенсе йәкшәмбеһендө сауҙа өлкәһе вәкилдәре үҙ профессиональ байрамдарын билдәләй бит. Икенсенән, ошо айҡанлы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында тантаналы сара үтте. Эйе-эйе, бына шундай тос һәм күңелле сәбәптәр.
       Рәсми ҡотлау текстарын килтереп тормай, республикабыҙҙың сауҙа өлкәһендәге ҡаҙаныштары хаҡында телгә алайыҡ.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев үҙ сығышында телгә алғанса, бөгөн республиканың сауҙа тармағы 23 мең күмәртәләп, ваҡлап һатыу һәм йәмәғәт туҡланыуы ойошмаһын берләштерә. Ә был 2000 йылдағыға ҡарағанда бер ярым тапҡырға күберәк!
       Байрам айҡанлы, беҙ ҙур аҙыҡ-түлек магазины директоры, Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһының башҡарыусы директоры Римма Миясарова һәм кеҫә телефондары һатыу буйынса салон хужаһы Наталья Любина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
       - Римма Камил ҡыҙы, Наталья Игоревна, һеҙ сауҙала нисә йыл эшләйһегеҙ инде?
       Римма Миясарова:
       - 26 йыл! Сауҙаға мин 1982 йылда килдем, бынан алда техникумды, ә һуңынан институтты тамамланым. Был магазинға осраҡлы рәүештә килеп эләктем, тип әйтергә мөмкин. Һәм шунан алып эшләргә ҡалдым да.
       Наталья Любина:
       - Был бизнеста - һигеҙ йыл.
       - Был ваҡыт эсендә, һеҙҙеңсә, сауҙа өлкәһендә ниндәй үҙгәрештәр булды?
       Р.М.:
       - Продукция сифатына яңы талаптар барлыҡҡа килде - әгәр элек тауар белгесе тауарҙы алғас, накладнойға ғына ҡул ҡуйһа, хәҙер һәр әйберҙең - шырпы ҡабынан алып йәшелсә-емешкә тиклем - счет-фактураһы, сифат танытмаһы һәм сифат сертификаты була. Ассортимент һиҙелерлек киңәйҙе, конкуренция көсәйҙе, һөҙөмтәлә эшҡыуарҙарҙың һайлау мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Дөйөм алғанда, эшләүе хәҙер ҡыҙығыраҡ та, әммә ауырыраҡ та.
       Н.Л.:
       - Беренсе сиратта, һатып алыусылар үҙгәрҙе. Улар бәйләнсек, ваҡсылға, үҙ ҡулланыусы хоҡуҡтары тураһында хәбәрҙарға әйләнде. Шул уҡ ваҡытта бындай һатып алыусы менән эшләүе лә күңелле. Һорау тәҡдимде тыуҙыра, клиент талапсан булған һайын, тауар ассортиментына һәм сифатына, хеҙмәтләндереү кимәленә, мәҙәнилеккә һәм этикетҡа талаптар ҙа ҙурыраҡ була бара. Эшҡыуарҙарыбыҙға кәрәкле профессиональ үҫеш бына шул инде.
       - Һеҙҙеңсә нисек, сауҙа өлкәһендә эшләүе ауырмы?
       Р.М.
       - Ихтимал, эйелер. Мәҫәлән, иҫәпһеҙ-һанһыҙ тикшереүҙәрҙе генә алайыҡ. Беҙ ҡыҙыл һыҙатта урынлашҡанбыҙ, шуға күрә беҙҙе барыһы ла тикшерә "Өфө һыу каналы" белгестәре лә, йылытыусылар ҙа, энергетиктар ҙа... "Береһе сыға, икенсеһе инә" тип әйтергә мөмкин. Бындай тикшереүҙәр иҫәбен кәметеү тураһында законға ҡул ҡуйылһа ла, әлегә реаль үҙгәрештәр күрмәйбеҙ.
       - Эшегеҙҙә иң ҡатмарлыһы нимә?
       Р.М.:
       - Даны сыҡҡан конкуренциялыр, моғайын. Бында һүҙ продукцияға хаҡтар бик түбән ҡуйылған бәләкәй магазиндар тураһында ғына түгел, шулай уҡ һатып алыусыларҙы йәлеп итеү буйынса мөмкинлектәре киңерәк булған ҙур селтәр гиганттары тураһында ла бара.
       Улар менән ярышыуы ҡатмарлы, әлбиттә. Ләкин беҙҙең "ваҡыт менән һыналған" үҙ һатып алыусыбыҙ ҙа бар, ул, яҡында магазиндар күп булыуға ҡарамаҫтан, тап беҙгә өҫтөнлөк бирә. Уларҙың күбеһен һатыусыларыбыҙ йөҙгә генә таныу түгел, исем- шәрифе менән дә белә.
       Н.Л.:
       - Ҡайһы бер дөйөм моменттарҙы хөкүмәт ҡатнашлығынан тыш хәл итеп булмай. Мәҫәлән, касса аппараттарын бөтөрөү тураһындағы мәсьәләне, улар эшҡыуарҙарҙың күп аҡсаларын "йота", дәүләткә лә бер нәмә лә бирмәй. Бөтөрөү тураһында күптән һүҙ алып барыла, ләкин әле булһа бер ниндәй үҙгәреш юҡ.
       - Профессиональ байрамығыҙҙы нисек билдәләйһегеҙ?
       Р.М.:
       - Беҙҙең коллективта йыл һайын июлдең дүртенсе йәкшәмбеһендә аквапаркта ял итеү традицияға ингән. Эште иртәрәк тамамлайбыҙ ҙа, балаларыбыҙ, ирҙәребеҙ менән йыйылышып, ял итергә китәбеҙ. Беҙҙең коллектив татыу, күңелле - барыһына ла оҡшай. Шуға күрә бына ун йыл инде ошо ғәҙәтебеҙгә хыянат итмәйбеҙ.
       Н.Л.:
       - Дөрөҫөн әйткәндә, бер нисек тә. Эштә, удар хеҙмәт менән!
       Нишләйһең, бында бер ниндәй ҙә "криминал" юҡ. Иң мөһиме, кеше Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләй. Уларға эштәрендә уңыштар, сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ теләп ҡалабыҙ, был сифаттар хәҙерге бизнеста бик тә кәрәк. Байрам менән!

Дарья Святохина
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал