6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Тыл өсөн оялырлыҡ түгел
25.07.08


       Фронт һуғыша, ә тыл яугирҙарҙы бөтә кәрәкле нәмә: ҡорал, аҙыҡ-түлек, кейем менән тәьмин итә. Милицияның матди-техник тәьминәте менән Эске эштәр министрлығының тыл подразделениелары шөғөлләнә. Бөтә төбәктәрҙән ошондай подразделениелар етәкселәре Өфөлә йыйылды, бында тыл хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үтте.
       Сара Конгресс-холда үткәрелде. Кәңәшмәлә ҡатнашыу өсөн Башҡортостан баш ҡалаһына Рәсәй Эске эштәр министрлығының тыл департаменты начальнигы вазифаһын башҡарыусы Евгений Мартынов килде. Ултырыш башланғанға тиклем ул Конгресс-холл алдындағы майҙанда урынлаштырылған милиция махсус техникаһы өлгөләрен, шулай уҡ бина эсендәге ҡоралдар һәм махсус саралар күргәҙмәһен ҡараны. Башҡортостан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Татарстан һәм Бурятия менән бер рәттән, милицияның матди-техник йыһазланыш кимәле һуңғы йылдарҙа ныҡ ҡына күтәрелгән төбәктәр иҫәбенә инә.
       Коллегалары иғтибарына башҡорт милицияһы Башҡортостан ОМОН-ының ғорурлығы булып торған "Тигр" автомобилен ҡуйҙы. Был оператив-хеҙмәт машинаһы Горький автомобиль заводында эшләнгән, һәм ул Эске эштәр министрлығы махсус подразделениеларының шәхси составын йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән. Республикалағы берҙән-бер "Тигр" йыл ярым элек алына. Ул саҡта бындай автомобилдәр бөтә ил буйынса тиҫтәнән артмаһа, бөгөн иһә, машинаның ныҡ ҡиммәт тороуына - өс миллион ярым һум - ҡарамаҫтан, милицияның тәьмин итеүсе подразделениелары ошондай 80 тирәһе автомобиль һатып алырға мөмкинлек тапты.
       Уның эргәһендә Ка-226-50 вертолеты урынлаштырылғайны. Туғыҙ кеше һыйҙырышлы (ике экипаж ағзаһы һәм ете пассажир) һәм сәғәтенә 210 километр тиҙлек менән бара алыусы был вертолет төрлө маҡсаттарҙа - мәҫәлән, урынға патруллек итеү, зыян күреүселәрҙе ташыу өсөн файҙаланыла. Журналистар менән әңгәмә ваҡытында Евгений Мартынов билдәләгәнсә, авиацияның киләсәге ҙур. Милицияның авиаотрядтары илдең 12 төбәгендә булдырылған.
       Бина фойеһында видеокүҙәтеү системаларының төрлө өлгөләрен күрергә мөмкин булды. Уларҙы эшкәртеү - тылда хеҙмәт итеүселәр эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Бигерәк тә 2005 йылда эшкәртелә башлаған эске эштәр бүлексәһенең мәғлүмәт телекоммуникация системаһын индереүгә ҙур иғтибар бирелә.
       - Бындай система аналогтары Рәсәйҙең башҡа бер ведомствоһында ла юҡ, - тип белдерҙе Рәсәй эске эштәр министры ярҙамсыһы Алексей Поздняков. - Унһыҙ бөгөнгө милиция йәшәй алмай. Система шәхси составты элемтә менән тәьмин итергә ярҙам итә, ә элемтәһеҙ милиционер ул инде сафта түгел, берәй төрлө хәл тыуа ҡалһа, ул тейешле ҡарар ҡабул итә алмай.
       Эске эштәр министрлығының эшендә тыл подразделениеларының роле баһалап бөткөһөҙ. Енәйәтселеккә ҡаршы эштең һөҙөмтәлелеген күтәреү милицияның матди-техник тәьмин ителешенә генә түгел, шулай уҡ шәхси составтың социаль яҡланғанлығына ла бәйле. Мартынов билдәләүенсә, уларға, айырым алғанда, шәхси составты торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ҙур эш башҡараһы бар. Бөгөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған 110 мең милиция хеҙмәткәре сиратта тора. Быйыл ведомство медицинаһын финанслау 15,6 процентҡа артты, шулай уҡ санаторийға бирелгән путевкалар һаны ла артты. Төньяҡ Кавказ төбәге территорияһында хеҙмәт иткән милиционерҙарҙы һәм Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре хәрби хеҙмәткәрҙәрен реабилитациялауға ҙур иғтибар бирелә.
       Бындай семинар үткәреү мөмкинлеге үҙе генә лә - тылда хеҙмәт итеүселәрҙең ҡаҙанышы, бында видеоконференция режимында Рәсәй эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары Михаил Суходольский һәм Мәскәүҙән башҡа коллегалары кәңәшмәлә ҡатнашыусылар менән элемтә тотто. Евгений Мартынов билдәләүенсә, хәҙер теләгән ваҡытта һәр төбәк, һәр милиция подразделениеһы менән бәйләнешкә инергә мөмкин. Дистанцион тәртиптә бындай кәңәшмәләр генә түгел, шәхси составты уҡытыу ҙа үткәрелә, был юлға һәм йәшәүгә тотонолорға тейешле байтаҡ средстволарҙы экономияларға ярҙам итә.
       2004 йылда Эске эштәр министрлығын реформалаштырыуҙан һуң үткән ваҡыт эсендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, проблемаларҙы билдәләү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын эшкәртеү, тәжрибә уртаҡлашыу - бына кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алдына ҡуйылған бурыстар. Шуны өҫтәп әйтергә кәрәк, 2004 йылда Эске эштәр министрлығын реформалаштырғандан һуң тәүге тапҡыр тыл хеҙмәткәрҙәренең бындай ҙур кәңәшмәһе 2006 йылда Псковта үткәрелгәйне. Унда Эске эштәр министрлығының махсус подразделениеларын - айырым һәм махсус тәғәйенләнештәге милиция отрядтарын бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеү өҫтөнлөклө бурыс итеп ҡуйылғайны. Өфөләге кәңәшмәлә иһә илдә ике меңдән ашыу тәшкил иткән ҡала һәм район эске эштәр бүлектәрен йыһазландырыуға ҙур иғтибар бүлеү кәрәклеге тураһында һүҙ алып барылды.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал