6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Беҙҙә Родимцев булып киткән
24.07.08


       Төрлө ваҡытта башҡорт ерендә Советтар Союзының күп кенә маршалдары, күренекле хәрби етәкселәре булып киткән. Ҡайһы берҙәренең исемдәрен иҫкә төшөрәйек: Блюхер, Тухачевский, Ворошилов, Тимошенко, Шапошников, Жуков, Чуйков, Еременко... Бында улар һуғышҡан, хеҙмәт иткән, хөкүмәт заданиеһын үтәгән.
       Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, генерал-полковник Александр Ильич Родимцев һалынған "ҡағиҙә"не боҙа. Күренекле хәрби етәксе Башҡортостанға, Федоровка районына, ял итергә һәм балыҡ тоторға килә. Был 1961 йылдың 23 июлендә була.
       Тәүҙә генералдың үҙе тураһында ҡыҫҡаса иҫкә төшөрәйек.
       Александр Родимцев 1905 йылдың 8 мартында Башҡортостан менән күрше Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районы Шарлыҡ ауылында донъяға килә. 1927 йылда ул хәрби хеҙмәтен башлай, 50 йылда ҡыҙылармеецтан алып генерал-полковникка тиклем юл үтә.
       Родимцев Берләшкән Кремль мәктәбендә уҡый. Уҡыуын тамамлағандан һуң Александр Родимцев кавалерия полкында пулеметсылар взводы начальнигы була. Александр Фрунзе исемендәге Академияға уҡырға инергә хыяллана, хатта инеү имтихандарын тапшыра. Ләкин 1936 йылдың көҙөндә взвод командиры, өлкән лейтенант Родимцев Испанияға "махсус задание"ны үтәргә ебәрелә. Яугир-интернационалист, Советтар Союзының буласаҡ маршалы Мерецков капитан Родимцевтың хәрби операцияларҙың береһе ваҡытында күперҙә, пулеметтан ут яуҙырып, йөҙәрләгән фашистың һөжүмен тотҡарлауы тураһында иҫкә алып яҙа. Был батырлығы өсөн уға 1937 йылдың 22 сентябрендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
       Бөйөк Ватан һуғышын А.И. Родимцев һуғышыу тәжрибәһен хәрби академияла уҡыу менән нығытҡан, өлгөргән командир булып ҡаршылай. Айырыуса ул Сталинград эргәһендәге һуғыштарҙа үҙен күрһәтә. 13-сө гвардия уҡсылар дивизияһы 1942 йылдың 14 сентябрендә көслө артиллерия уты аҫтында Волга аша сыға һәм Сталинградты обороналаған 62-се Чуйков армияһына ярҙамға килә.
       Маршал Жуков: "13, 14, 15 сентябрь Сталинград өсөн бик ауыр көндәр булды. Был ауыр, ваҡыты менән һуңғы булып тойолған сәғәттәрҙә һынылыш Родимцевтың 13-сө гвардия дивизияһы тарафынан яһалды", - тип яҙа.
       Биш ай буйына дивизия гвардиясылары, контратакаларға күсеп, фашистарға һиҙелерлек зыян килтереп, дошмандың күпкә өҫтөн көстәре һөжүмен тотоп тора. Сталинградтан киткәндә гвардиясылар Волга яры буйындағы бетон стенала: "Бында Родимцевтың гвардиясылары йәндәрен аямай алышты, бирешмәне һәм үлемде еңде" тигән яҙыу ҡалдыра.
       Хәҙер ике тапҡыр Герой Родимцевтың Башҡортостанға балыҡ тоторға килеп китеүе тураһында яҙып китәйек. Был турала Сталинград һуғышында ҡатнашыусы Виктор Николаевҡа күренекле врач-онколог Николай Ников һөйләй. Ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1998 йылдың 28 авгусында вафат була.
       Ветеран менән әңгәмә ваҡытында ул, миңә Родимцев менән осрашыу бәхете тейҙе, ти. Ҡайҙалыр түгел, ә башҡорт ерендә.
       "Башҡортостан мединститутын тамамлағас, мин 1954-1957 йылдарҙа БАССР-ҙың Федоровка районы Дедово дауаханаһында хирург һәм баш врач булып эшләнем, - тип һөйләне ул. - Эш буйынса үҙебеҙҙең генә түгел, шулай уҡ күрше райондарҙың, шул иҫәптән Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районы етәкселеге менән дә хужалыҡ бәйләнештәре урынлаштырырға тура килде. Гүзәл тәбиғәтле Дедово ауылынан дала ауылы Шарлыҡҡа тиклем яҡын ғына. Яңы 1955 йыл алдынан ғына ат егеп Шарлыҡҡа юлландым, бер сәғәт тә үтмәне, барып та еттем. Ауыл уртаһынан үтеп барғанда паркка инер алдынан гранит постаментта бюст күреп ҡалдым - Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ике тапҡыр Советтар Союзы Геройҙарының тыуған ерендә шундай бюстар ҡуйҙылар. Атымды туҡтатып, бюстың эргәһенә килдем һәм СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 2 июнендәге Указынан Советтар Союзы Геройы гвардия генерал-лейтенанты Родимцев Александр Ильичты икенсе "Алтын Йондоҙ" миҙалы менән нагдлауҙары тураһындағы юлдарҙы уҡыным. Миңә отпуск һайын Родимцевтың бында килеп китеүе тураһында әйттеләр.
       Өфөлә эшләгәндә мин күпмелер ваҡыт йыл һайын отпускыла Дедовоға килдем. Матур быуала балыҡ тоттом, тәбиғәт ҡосағында саф һауа һулап, ҡымыҙ эсеп, сәләмәтлегемде нығыттым.
       1961 йылдың июлендә Дедовоға Шарлыҡ районы етәкселәренең береһе килде лә минән икенсе аҙна инде тыуған ауылында ял итеп ятҡан гвардия генерал-полковнигы Родимцев өсөн балыҡ тотоу ойоштороуҙы үтенде. Мин шатланып риза булдым. Ағайым Петр менән яҡшылап әҙерләндек: иртәнсәккә мурҙаға табан балыҡтар тулғайны инде. Беҙҙең бүлмәлә өҫтәл әҙерләнек. Иртәнге ундарға дүрт "Победа" яр буйына килеп туҡтаны. Генерал сыҡты - погонһыҙ һәм наградаларһыҙ, йәйге еңел формала, башында берет. Урта буйлы, мыҡты кәүҙәле. Йөҙө - асыҡ, мөләйем. Уны оҙатыусы Шарлыҡ районы етәкселәре мине генерал менән таныштырҙы. Ул ҡулымды ныҡ итеп ҡыҫты ла, балыҡ тоторға әҙермен, тине. Мин уны яҫы төплө кәмәгә саҡырҙым да ҡулына сүмес тотторҙом, ә үҙем ишкәккә тотондом. Минең йәштәрҙәге, оҙон, һомғол буйлы, капитан званиеһындағы сибәр адъютант генерал артынан ташланды. Мин, кәмә өсәүҙе күтәрмәй, тип иҫкәрттем. Шул саҡ тиҙ генә формаһын сисеп ташланы ла беҙҙең арттан йөҙҙө. Ул Сталинград малайы икән, генерал уны уллыҡҡа алған, тәрбиәләгән, уҡытҡан һәм үҙенең адъютанты яһаған.
       Бик күп балыҡ тоттоҡ - һәр машинаға берәр тоҡ тура килде, ҡалғанын ҡаймаҡта ҡыҙҙырҙыҡ. Александр Ильичтың үтенесе буйынса һуғыш тураһында һөйләмәнек, тостар әйтмәнек. Өҫтәл артында, тыныс һөйләшеү алып барылды. Аҙаҡтан генерал баҫты ла: "Күп илдәрҙә мине һыйланылар. Ләкин бындағы, Совет Башҡортостаны ерендәге кеүек бындай һыйҙы тәүге тапҡыр күрәм", - тине. Ул өҫтәл әҙерләгән, балыҡ тотоу ойошторған өсөн рәхмәт әйтте, иң аҙаҡтан ҡымыҙ эсеп, хушлашты ла китеп барҙы".
       Илебеҙҙең күренекле хәрби начальнигы Александр Ильич Родимцевтың тормошонан бына шундай бер көн. Башҡортостан ерендә балыҡ тотоу уның хәтерендә оҙаҡ һаҡланғандыр. А.И. Родимцев 1977 йылдың 13 апрелендә вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал