6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Волейбол

"Урал"да үҙгәрештәр
24.07.08


       Хоккей һәм мини-футбол артынан Өфөнөң суперлигала сығыш яһаусы өсөнсө етди клубы йәйге йоҡонан һуң ҡуҙғала башланы. Һүҙ, әлбиттә, "Урал" тураһында бара.
       Волейболсылар әлегә тулы составта йыйылмаған. Төп масса 1 авгусҡа ғына киләсәк.
       Әлегә еңел режимда күнекмәләргә өсәү генә - Александр Мочалов, Алексей Никитин һәм Андрей Борозинец ҡына тотондо.
       - Был хатта күнекмә лә түгел, ә еңелсә йүгереү, - ти Юрий Маричев. - Күнекмәләрҙе 1 августа башлаясаҡбыҙ. Әлбиттә, был көндө бөтә команда йыйылыуын теләр инек тә, ләкин сит илдекеләр виза менән проблемалар арҡаһында тотҡарланыр, моғайын.
       - Уның ҡарауы, һеҙҙә тренерҙар штабында етди үҙгәрештәр күренә. Айырым алғанда, "Урал-2"нең кәңәшсе-тәрбиәсеһе Игорь Пасечник китте...
       - Эйе. Хәҙер беҙ яңы системаға күсәбеҙ. Беренсе лигала һәм юғары "А" лигаһында беҙҙең фарм-клубтар өсөн һәләтле йәштәр, перспективалы уйынсылар уйнаясаҡ. Беҙ үҙ егеттәребеҙ өсөн юғары класлы мастерҙар әҙерләйәсәкбеҙ. Улар Рәсәй йыйылма командаһы өсөн сығыш яһарға, оҫталыҡта үҫергә тейеш. Ә беҙҙә һуңғы ваҡытта йәштәр командаһы өсөн бер кем дә уйнаманы...
       - Тренерҙар штабында ниндәй үҙгәрештәр һуң?
       - Хәҙер "Урал-2" менән Александр Кариков һәм беҙгә Украинанан килгән Игорь Абдурахманов күнекмәләр яһаясаҡ. Уларҙың командалағы етәкселек бурыстары тигеҙ бүленгән. Башлыса, миңә Игорь Пасечниктың элекке ярҙамсыһы Владислав Макаров, итальян белгестәре - тренер-консультант Анджиолино Фригони һәм физик әҙерлек буйынса тренер Николо Джиолито ярҙам итәсәк. Макаровты үҙемә мин үҙ, Рәсәй кадрҙарын әҙерләргә кәрәк булған өсөн алдым, итальяндар беҙҙә даими эшләмәйәсәк бит...
       Игорь Пасечник та беҙгә үҙ комментарийҙарын бирҙе.
       - Мине бер кем дә эштән сығарманы. Миңә тәҡдим яһанылар. Мин уны дөрөҫ аңламағанмын. Ентекләп аңлатып тормайым, ҡыҫҡаһы, миңә эшем буйынса дәғүә белдерҙеләр, ә мин уны дөрөҫөрәк ҡабул итмәнем.
       Ләкин мин бер кемгә лә үпкәләмәйем. Һәм бер кем дә клубта мине насар итеп иҫкә алмаҫ, тип ышанам. Мин генераль директор Марат Флүр улы Мортазинға аңлағаны һәм ярҙам иткәне өсөн, баш тренер Юрий Николаевич Маричевҡа бергәләп эшләгән өсөн рәхмәтлемен.
       "Урал-2" командаһы беҙҙә былтыр яҡшы, уйлап эш итеүсе команда булды, - тип дауам итә Пасечник. - Бөтә уйынсылар үҙҙәренә яңы клубтар тапты - бер кем дә тәҡдимһеҙ ҡалманы. Был бик шатландыра. "Урал"дың быйылғы өс командаһына мин тик изге теләктәр - үҙ бурыстарын үтәүен, еңеүҙәр яулауын теләйем. Мөмкинлеккә ҡарап, мин уларҙың уйынын күҙәтеп барасаҡмын.
       - Хәҙер нимә? Икенсе ҡалаға тренер булып китәһегеҙме?
       - Миңә икенсе ҡаланан тәҡдим бар, ләкин мин, ғаилә хәлдәренә бәйле, унда бара алмайым - Өфөлә минең ҡатыным, өс балам. Мин уларҙы ҡалдыра алмайым. Дөрөҫөн әйткәндә, әле уйлайым. Спорт карьераһы тамамланғас, бер нисә йыл бизнес менән шөғөлләнгәйнем, ләкин элек бергә эшләгән таныштарымдың хәҙер үҙ эштәре бар.
       Беҙҙең Өфө ветерандары өсөн уйнарға тәҡдим алдым. Тренировкаға барасаҡмын. Аңлап торам, ҡыйын буласаҡ, ләкин аҡрынлап кәрәкле формаға эйә булырмын, тип уйлайым.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал