6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Cоциум // Социаль яҡлау

Аяныслы яҙмышлы балалар
24.07.08


       Өфөлә ике мең ярымға яҡын бала Балиғ булмаған үҫмерҙәр эштәре буйынса комиссияла иҫәптә тора. Былтыр балиғ булмаған үҫмерҙәрҙең алкоголь, наркотик һәм токсин матдәләр ҡулланыуы менән бәйләнгән 1800-ҙән ашыу эш ҡаралды. Ваҡ урлашыуҙар, хулиганлыҡ өсөн 200-ҙән ашыу үҫмер административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Был статистик мәғлүмәттәр һис кенә лә ҡыуандырмай.
       Башлыса, былар имен булмаған ғаиләләрҙән балалар. Уларға ярҙам талап ителә, үҙ проблемаларын улар үҙҙәре генә хәл итә алмай.
       Ярай әле, ярҙамға килергә әҙер изге кешеләр бар. "БАШвестЪ" ҡаланың балиғ булмаған үҫмерҙәр өсөн Социаль- реабилитация үҙәге директоры урынбаҫары, отставкалағы милиция подполковнигы Татьяна Чеснокова менән осрашты.
       - Беҙҙең үҙәк ҡарауһыҙ ғына түгел, ғаиләһе менән бәйләнешен өҙмәгән балаларға ла ярҙам итә, - тип һөйләй Татьяна Александровна. - Беҙ 2002 йылда асылдыҡ. Ләкин ул саҡта был Октябрь районының 30 балаға иҫәпләнгән Социаль- реабилитация үҙәге ине. Урын барыһына ла етешмәне, һәм Октябрь районы хакимиәте башлығы бинаны ремонтларға һәм киңәйтергә ҡарар итте. Беҙгә аҡса бүлделәр, ремонт өс йыл буйына барҙы. Ҡайтанан беҙ быйыл 1 июлдә ҡала үҙәге булараҡ асылдыҡ.
       - Хәҙер һеҙҙең үҙәктә нисә бала?
       - Бөгөн беҙҙә әлегә 19 бала, ә үҙәк бөтәһе өс йәштән 18 йәшкә тиклемге 51 балаға иҫәпләнгән. Башлыса, социаль етемдәр. Аяныслы яҙмышлы 19 бала. Икәүһенең ата-әсәһе, мәҫәлән, Енәйәт кодексының 156-сы статьяһы буйынса балалар менән рәхимһеҙ мөғәмәлә иткән өсөн яуапҡа тарттырылған.
       - Һеҙгә балалар нисек килеп эләгә?
       - Балаларҙы беҙгә көн һайын берәр, икешәрләп килтерәләр. Айҙан аҙыраҡ эшләүебеҙгә ҡарамаҫтан, урындарҙың яртыһы тиерлек биләнгән. Ҡайһы бер балаларҙы ғаиләләренә ҡайтарабыҙ. Балалар өйҙән ҡасҡан осраҡтар ҙа булғылай бит. Беҙ һәр бала менән һөйләшеп, хәлде асыҡлайбыҙ.
       - Башлыса, нисә йәштәге балалар килеп эләгә?
       - Төрлө йәштәге: иң бәләкәйенә өс йәш, иң өлкәненә - 16 йәш. Мәҫәлән, бөгөн беҙгә Киров районынан 14 йәшлек ҡыҙҙы килтерҙеләр. Ул бик сибәр, ҡыҙыҡ ҡыҙыҡай. Беҙгә килеп инеү менән тәмәке тартыу өсөн шырпы талап итте. "Мин күптән инде тартам, минең башым әйләнә, мин сигаретһыҙ йәшәй алмайым. Һеҙ миңә тартыу өсөн бөтә шарттар булдырырға тейешһегеҙ", - ти ҡыҙыҡай. Мин уға, беҙҙә бында реабилитация үҙәге, хатта хеҙмәткәрҙәребеҙгә территорияла тартыу тыйылған, тип яуап бирҙем. Беҙ балаларҙы нормаль тормошҡа өйрәтергә, дауаларға, тикшерергә, психологик һәм социаль ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ - туған ғаиләне аяҡҡа баҫтырыу, йәки яңы нормаль ғаилә эҙләү.
       - Берәйһен ғаиләгә урынлаштыра алдығыҙмы?
       - Беҙ 1 июлдән генә эшләйбеҙ бит, һәм әлегә бер кемгә лә ғаилә тапмағанбыҙ әле. Ләкин элек бындай осраҡтар булғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ваҡыт уңайы сығып тормай. Был бик ҡатмарлы проблема.
       - Балалар өсөн ниндәй шарттар булдырылған?
       - Беҙҙә тренажер залы, 70 урынлыҡ йыйылыштар залы, һәр төркөмдә уйын бүлмәләре, телевизорҙар, видеомагнитофондар, йорт кинотеатры, компьютерҙар бар. Дөрөҫ, әлегә ихатала беҙ хыялланған балалар майҙансығы юҡ. Ул бик ҡиммәт тора, һәм әлегә уны беҙ һатып ала алмайбыҙ. Бағыусылар табылыр, тип ышанабыҙ.
       - Ә күңел асыуҙарға килгәндә?
       - Беҙҙең балалар цирктағы һәр яңы тамашаға бара, театрға, киноға, музейҙарға йөрөй. Барыһы ла беҙгә ярҙам ҡулы һуҙа, бушлай билет бирәләр. Бер малайҙы диңгеҙгә ебәрә алдыҡ. Береһе президент шыршыһына барҙы. Бөгөн дүрт ҡыҙҙы спорт- сәләмәтләндереү лагерына оҙаттыҡ. Әгәр алданыраҡ асылған булһаҡ, йәйге ял менән проблемалар булмаҫ ине. Ләкин хәҙер путевкаларҙы алып бөткәндәр. Шулай ҙа беҙ берәй төрлө сараһын күрергә тырышабыҙ.
       - Ә ғаилә байрамдары буламы?
       - Ай һайын тыуған көн билдәләйбеҙ. Һәр төркөм бүләк әҙерләй, беҙ ҙә булдыра алған тиклем тырышабыҙ. Күмәкләшеп тамаша ойошторабыҙ, байрам өҫтәле әҙерләйбеҙ. Ҡайһы берҙә тыуған көнгә ата-әсәләре лә килә. Берҙән-бер шарт - уларҙың нормаль хәлдә булыуы. Иҫереп килһәләр, беҙ уларҙы балалар янына индермәйбеҙ.
       - Ә хеҙмәткәрҙәрҙе һайлап алаһығыҙмы?
       - Бик талапсан һайлап алабыҙ. Һәр береһе өсөн өс ай һынау ваҡыты. Әгәр кешенең балаларға үҙ һөйөүен бирергә, уларҙы йәлләргә, аңларға һәләтле булмауын күрһәк, бындай хеҙмәткәр менән шунда уҡ хушлашабыҙ. Беҙҙә, башлыса, изге күңелле, сит кеше ҡайғыһына вайымһыҙ булмаған, кеше хәленә инә белгән хеҙмәткәрҙәр эшләй.
       - Ә мәктәптә балалар үҙҙәрен яҡшы тоталармы?
       - Беҙҙең балалар яҡындағы 89-сы һәм 97-се мәктәпкә йөрөй. Мәктәптә улар бер туғандар кеүек, бер-береһен яҡлайҙар. Әлбиттә, улар айырылып тора. Ҡайһы берҙә уҡытыусыларға улар менән ҡыйынға тура килә, тәртипһеҙ ҡыланыуҙары, тупаҫ яуап биреүҙәре мөмкин. Бындай осраҡтарҙа беҙ мәктәптән вәкилдәрҙе үҙәккә саҡырабыҙ ҙа, бергәләп йыйылып, бөтә мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшерәбеҙ. Мәктәптәр ҙә беҙгә ярҙам итергә тейеш бит. Беҙ һәр береһе өсөн айырым программа төҙөйбөҙ.
       - Улар менән эшләүе бик ҡатмарлылыр инде?
       - Беҙ прогресҡа өлгәшергә тырышабыҙ. Башлыса, беҙгә асыулы, алама ғәҙәтле балалар килеп эләгә бит. Беҙҙең үҙәктә улар аҡрынлап ирей, йылмая, педагогтарҙы ҡосаҡлай башлай. Йәғни беҙ уларҙы ҡайтанан тәрбиәләйбеҙ. Улар беҙҙән ата-әсәһе биреп еткермәгән һөйөүҙе алырға тырыша, ә беҙ уны бирергә тырышабыҙ.
       - Ә балалар тормошта нисек урынлаша?
       - Беҙҙә өлкән йәштәге балалар күп түгел. Әммә улар барыһы ла һөнәр алған. Ике ҡыҙ - тегеү училищеһына, бер малай - 13-сө профтехучилищеға, тағы берәүһе кулинария техникумына уҡырға инде. Беҙ уларға булдыра алған тиклем ярҙам итәбеҙ. Беҙҙә бөтә нәмә ғаиләләге кеүек.
       - Үҙәктә эшләүе ҡыйынмы?
       - Миңә психологтар шундай кәңәш бирҙе: әгәр һиңә ҡыйын икән, кешеләргә тағы ла ҡыйыныраҡ булған урынға бар. Мин был реабилитация үҙәгенә эшкә килеп, күңел тыныслығы таптым. Ә ҡайһы бер педагогтар түҙмәй. Бындағы һәр бала бик ауыр яҙмышлы бит. Ә был балаларға ярҙам итеүҙе мин изге эш тип иҫәпләйем. Әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙеке кеүек учреждениеларға ихтыяж бөтмәгән.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал