6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Яңы китаптар

Тағы бер мөхәббәт тарихы
23.07.08


       Мөхәббәт тураһында барыһы ла әйтелмәгән, уның хаҡында бөтәһе лә яҙылмаған әле. Быуаттар буйына хәтерҙә һаҡланған төрлө ваҡиғалар, тормоштан осраҡтар иҫкә төшә. Улар тураһында баҫмалар биттәренән беләсәктәр, уларҙы мотлаҡ уҡыясаҡтар, улар хаҡында һөйләйәсәктәр һәм бәхәсләшәсәктәр. Бөгөн тағы бәхетле бер мөхәббәт тарихы һөйләнгән китап донъя күрҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты, Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле балетмейстер-консультанты үҙ китабын презентацияланы.
       "Урал" халыҡ сәнғәте галереяһында сара башланғанға тиклем күп алдан ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар йыйыла башланы. Мәҙәни ваҡиға июль эҫеһенән йонсоған халыҡты дәртләндерергә вәғәҙә итте. Барыһы ла Хашим Фатих улының килеүен көттө. Ул билдәләнгән ваҡыттан бер аҙ алдараҡ күренде - тура һынлы, көләс йөҙлө, әйтерһең дә, йәйге эҫене бөтөнләй тоймай. Унда йәшәү дәрте ташып тора, башын ғорур тота һәм һәр кемгә һүҙ ҡушырға ла өлгөрә. Аҡһаҡал сентябрҙә үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк, тип әйтерлек тә түгел хатта.
       Һорау бирергә ашҡыныусыларҙың барыһын да Хашим Фатих улы үҙе тирәләй йыйҙы. Тойғо менән, тәфсирләп яуап бирҙе һәм үҙенән тағы нимә һорауҙарын теләгәнен дә белдерҙе. Үҙ романын Хашим Мостаев "Шоңҡар" тип атаған. Уның китабының төп геройы - ябай ауыл егете - ошондай ғәҙәттән тыш исем менән аталған. Әҫәрҙә уның рус ҡыҙы Луизаға мөхәббәте, уларҙың бәхетле яҙмышы хаҡында бәйән ителә, әммә был тормошта бер нәмә лә шыма ғына бармай.
       - Китап яҙыу идеяһын миндә Мостай Кәрим нығытты, - тип һөйләй Хашим Фатих улы. - Күп йылдар элек мин шул уҡ исемдәге балетҡа либретто әҙерләнем, уға музыканы Заһир Исмәғилев яҙырға тейеш ине. Ләкин был бойомға ашманы, ә материал ысынлап та лайыҡлы ине. Һәм бына Мостай Кәрим миңә, роман өҫтөндә эшләргә маташып ҡарайһыңмы әллә, тине. Ул миңә ышанды, фатихаһын бирҙе.
       Китап еңел яҙыла. Автор әйтеүенсә, ул шул тиклем бирелеп эшләй, һәр буш минутын уға арнай. "Шоңҡар" китабы уның әҙәби дебюты булһа ла, яҙыу тәжрибәһенә электән эйә була. Хашим Фатих улының "Алыҫ һәм яҡын" исеме аҫтында бик төплө, иғтибарға лайыҡ хеҙмәте бар. Ләкин иҫтәлектәр альбомы әлегә баҫылмаған, унан өҙөктәр генә журналда баҫылып сыҡты.
       - Китабым нигеҙенә һалынған тарих ысынлап та булған хәл. Был ваҡиға республикабыҙҙың Маҡар (хәҙерге Ишембай) районында булған. Бай сауҙагәрҙең аҡыллы, сибәр ҡыҙына ябай ярлы егет ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа уны ярата, һәм уларҙың ғаилә тормошо әкиәттәге кеүек һалына. Мөхәббәткә сик-ҡаршылыҡтар юҡ - был юғары тойғоноң көсө тап шуға ҡайтып ҡала ла.
       Хашим Фатих улы үҙ китабын саф әҙәби әҫәр тип атай. Бында уның бай артист карьераһына бөтөнләй ишара яһалмай, һеҙ унда бер генә лә автобиографик һыҙат тапмаҫһығыҙ. Бағышлау һүҙендә генә Рудольф Нуриевты телгә алып китә.
       - Мин үҙ китабымда бөйөк бейеүсенең исемен күрһәтергә тулы хоҡуҡлымын, тип уйлайым, - ти Хашим Фатих улы. - Партияларҙың береһен мин башҡарған "Торналар йыры" башҡорт балетын күреп, хайран ҡалғанда Рудольф бала ғына ине әле. Ваҡыт үтеү менән беҙ төрлө спектаклдәрҙә бергәләп уйнаныҡ, гастролдәргә йөрөнөк. Өлкән иптәш булараҡ, мин уға үҙ китабымды арнарға хаҡлымын.
       Хашим Мостаевтың әйтеүенсә, роман өҫтөндә ул ике йыл эшләй. Ул 500 дана тираж менән генә һәм тулыһынса авторҙың үҙ аҡсаһына сығарылды.
       - Әҫәр дауам итеүҙе талап итә, - ти автор. - Бик тиҙҙән мин яңынан яҙыу өҫтәле артына ултырасаҡмын.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал