6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Иҫтәлекле даталар

Герой эҙҙәре буйлап ....
29.07.03


       Башҡортостан Республикаһында милли геройыбыҙ Салауат Юлаевт ың 250 йыллығын тантаналы ҡаршыларға әҙерлек бара. Мәғлүмәт һәм киң матбуғат министрлығы тарафынан июлдең икенсе яртыһ ында ғүмеркәйе сит тарафтарҙа - Рогервикта өҙөлгән Салауат тың данлы юлы буйлап сәйәхәт әҙерләнә. республиканың алдынғы баҫмаларының иң яҡшы журналистары Өфө -Палдиски_Өфө маршруты буйлап юл аласаҡ. Был төркөм өсөн сәй әхәт яуарплы редакция йөкләмәһенән тыш уларҙың тырыш һәм на мыҫлы хеҙмәттәре өсөн үҙенсәлекле дәртләндереү ҙә булып тора . Рәсәй матбуғатының 300 йыллығын билдәләгән йылда бик урынл ы инде ул. Улар Ҡазан, Чебоксар, Түбәнге Новгород, Владимир,
       Тверь, Таллин ҡалаларында буласаҡ. Делегацияны матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрының беренсе урынбаҫары Фәнил Ҡҙаҡаев е тәкләй. Журналистар араһында Салауат Юлаевтың тормошо һәм эш мәкәрлеге тураһында фәнни эштәр авторы, профессор Мирас Иҙел баев та бар. Фәнил Ҡоҙаҡаев һүҙҙәре буйынса, журналистар өсөн был бик фәһ емле сәйәхәт буласаҡ. Ни өсөн тигәндә улар үҙҙәре өсөн байт аҡ яңы нимәләр асасаҡ. Сөнки бер кемгә лә сер түгел: һуңғы о сорҙа "үҙәк" тип иҫәпләнгән матбуғат баҫмаларында Башҡорто стан тураһында йыш ҡына кире, бер нисек тә нигеҙләнмәгән мәғ лүмәт бирелә. Бынан тыш йыш ҡына республиканы карта ла Якут ия республикаһы эргәһендә эҙләүселәр осрай. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: сәйәхәт автобуста буласаҡ. Комфор табелле машинаны "НефАЗ" директоры Рәиф Мәликов бүлде. Хәйер , башҡа предприятиеларҙа оло ярҙам күрһәтте. Мәҫәлән, Башҡо рт баҡыр - көкөрт комбинаты, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы,
       "Каустик" акционерҙар йәмғиәте, Өфө быраулау эштәре идарал ығы, "БЭТО", "Башкирэнерго" йәмғиәттәре лә һиҙелерлек өлөш и ндерҙе.

Лилиә Дәүләтгәреева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал