6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Төҙөй башлағас, аҙағына еткер
23.07.08


       Кешегә матди байлыҡтарҙан иң кәрәклеһе - баш өҫтөндә ҡыйыҡ булыуы. Тик уны ҡайҙан алырға? Союз ваҡытында дәүләткә иҫәп тоторға мөмкин ине. Хәҙер иҫәп башҡасараҡ. Хатта йорттар төҙөүҙә дәүләт власының ҡатнашыуы ла торлаҡ мәсьәләһен тиҙерәк хәл итеүҙе белдермәй. Был тарихтың аҙағы ҡайҙа башланыуын нисек эҙләргә? БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев әйтеүенсә, "торлаҡ проблемаһында күп мәсьәләләр сағыла: демографик хәл дә, иҡтисад тармаҡтарының үҫеше лә, кадрҙар мәсьәләһе лә, халыҡтың йәшәйеш сифаты ла".
       Бәлки, торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы министрлыҡтар һәм ведомстволар ҙа, муниципаль берәмектәр хакимиәттәре лә ғәйеплелер. Әлегә улар федераль бюджеттан был маҡсаттарға средстволарҙы етерлек әүҙем йәлеп итмәй, торлаҡ төҙөлөшөнә майҙансыҡтарҙы тейешле кимәлдә әҙерләмәй, комплекслы микрорайондар төҙөлөшөнә документацияны еренә еткереп эшкәртмәй. Бынан тыш, айырым муниципалитеттар торлаҡ төҙөлөшө күләмдәрен кәметеүгә юл ҡуя. Республика предприятиелары һәм муниципаль берәмектәренең "Рәсәй граждандарына - уңайлы һәм арзан торлаҡ" милли проектына ярашлы ойошторолған федераль конкурс сараларында ҡатнашыуы күренмәй.
       Мәҫәлән, Өфө ҡалаһын алайыҡ. Торлағы булмаған һәм иҫәптә торған 2211 йәш ғаиләнең былтыр 160-ы ғына торлаҡ мәсьәләһен хәл итте.
       Әлбиттә, статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл республика индерелгән торлаҡ баҙарында ярайһы уҡ күренә. Волга буйы федераль округында ул был күрһәткес буйынса икенсе урынды биләй. Алты айҙа республикала финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә 813,3 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был былтырғынан 15,1 процентҡа күберәк.
       Дәүләт үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан кеүек. Беренсе ярты йыллыҡта республика бюджетынан торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә, индивидуаль төҙөлөш райондарына инженер коммуникациялары үткәреүгә өҫтәмә рәүештә 1,5 миллиард һум аҡса бүленде; республикала 2008 йылға муниципаль берәмектәр буйынса Торлаҡ төҙөү һәм уны сафҡа индереү программаһы раҫланды; 2008 йылға граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса БР адреслы программаһы раҫланды.
       2007 йылда республика халҡына бирелгән ипотека торлаҡ кредиттарының дөйөм күләме 13,6 миллиард һум тәшкил итте - бынан алдағы йылға ҡарағанда 35,7 процентҡа күберәк. Ә быйыл биш айҙа - биш миллиард һумға яҡын.
       БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы "Торлаҡ төҙөлөшө маҡсаттарында ер участкаларын коммуналь инфраструктура менән тәьмин итеү" ҡушымта программаһын тормошҡа ашырыу өсөн Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса федераль агентлыҡҡа коммуналь инфраструктура төҙөлөшө өсөн йәлеп ителгән кредиттар буйынса процент ставкаһын ҡайтарыуға субсидиялар биреүгә һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн заявка бирҙе. Был Өфөнөң Киров районындағы ике проектҡа ҡағыла. БР Хөкүмәте менән агентлыҡ араһында һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса 14,8 миллион һумлыҡ субсидияға килешеү төҙөлдө. Шулай уҡ федераль бюджеттан "Стәрлетамаҡ ҡалаһының Көньяҡ-Көнбайыш районын һыу менән тәьмин итеү" объекты төҙөлөшөнә 20 миллион һум аҡса бүлеү тураһында килешеү төҙөлдө. БР бюджеты средстволары иҫәбенә ҡушып финанслау күләме - 33,3 миллион һум, бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә 800 мең һум тәшкил итә.
       Тағы бер килешеү "Торлаҡ" федераль маҡсатлы программаһының "Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү" ҡушымта программаһы менән бәйләнгән. Был документҡа ярашлы, БР бюджетына быйылға 272,7 миллион һум субсидия бирелә. Ҡушып финанслау 185 миллион һум тәшкил итәсәк.
       Отчеттар күҙлегенән бөтәһе лә шәп. Әммә проблемалар йомғағы ҡала килә. Уны нисек сисергә һәм һөҙөмтәле ҡарарҙар табырға?
       Тәбиғи, күберәк торлаҡ төҙөргә. Бының өсөн, беренсенән, проект-смета документацияһын яраштырыу һәм төҙөлөшкә рөхсәт биреү процедураһын ябайлаштырырға кәрәк.
       - Төҙөүселәрҙең үҙҙәре таныуынса, Өфөлә "килештереү процедураларына" ике йылдан ашыу ваҡыт талап ителә, - ти Раил Сарбаев. - Башланғыс рөхсәт документтары алыуға - йылға яҡын. Төҙөлөш проекты буйынса эштәр йыл да һигеҙ ай ваҡытты биләй. Кварталды планлаштырыу һәм межалау проектын эшкәртеү һәм яраштырыу 10 ай ваҡытты ала. Ер участкаһын теркәүгә тағы йыл ярым китә. Бюрократик машина, аҙым һайын коррупция өсөн нигеҙ булдырып, бына шулай эшләй.
       Икенсеһе. Ярашлы федераль һәм республика ҡушымта программалары буйынса бүленгән бөтә средстволарҙы, беренсе сиратта, беренсел торлаҡ төҙөлөшөнә һәм торлаҡ төҙөлөшө өсөн майҙансыҡтарҙы алдан инженер әҙерләүгә ебәрергә кәрәк.
       Өсөнсөһө. Социаль ихтыяждар өсөн торлаҡ төҙөлөшөнә ер участкаларын һатыулашмайынса үткәрергә кәрәк.
       Дүртенсеһе. Торлаҡ төҙөлөшөндә предприятиеларҙың өлөшләтә ҡатнашыуын стимуллаштырыу өсөн, хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ һатып алыуға йәки уларҙы субсидиялаштырыуға бүлгән суммаға һалым һалыуҙан азат итеү тураһындағы мәсьәләне законлы кимәлдә хәл итергә кәрәк.
       Бишенсеһе. Ер участкаларын ҡайтанан һатыуҙы тыйыусы закон ҡабул итергә кәрәк.
       Алтынсыһы... Етенсеһе... Һигеҙенсеһе...
       Быйыл 2,2 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерергә - республика тарафынан төҙөүселәр алдына ҡуйылған бурыс бына шундай. Ул ябай түгел, әммә үтәрлек. Премьер-министр БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығына район һәм ҡала округтары хакимиәттәре менән берлектә 1 сентябргә тиклем торлаҡты сафҡа индереү күләмдәрен артабан арттыра барыу яғын ҡарарға кәрәк. Хакимиәттәр башлыҡтарына торлаҡ төҙөлөшө барышын үҙ контролдәренә алырға һәм ҡабул ителгән программаларҙың үтәлешен тәьмин итергә.

Марият Артюхова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал