6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Еңел атлетика

Ҡыҙҙар, һеҙ ҡайҙа? Пекинға!
22.07.08


       Һирәк маньяк биш километрҙы 20 минутта үтә. Хәҙерге ирҙәрҙең күбеһе ғөмүмән бындай дистанцияны үтә алмай - кеме ике йөҙ метрҙан, ә ҡайһыһы икенсе километрҙа аяҡтан йығыласаҡ. Лилиә Шобухова маньяктарҙан һәм бәйләнсек ирҙәрҙән ҡурҡмай - ул 5000 метр араны еңел генә 15 минутта үтә.
       Ҡазанда үткән һуңғы Рәсәй чемпионатында Белореттан был еңел атлет яңы Европа рекорды ҡуйҙы. 5000 метр араны ул 14 минут та 23,75 секундта елеп үтте. Шулай итеп, ике йыл элек төрөк ҡыҙы Элван Абейлегессе рекордынан (14.24,68) уҙҙырҙы.
       Татарстан баш ҡалаһында Пекинға Олимпиадаға барыу өсөн көрәш барҙы, һәм, әлбиттә, Шобухова унда путевканы яуланы. Хәҙер ул Ҡытайҙа ла алдынғылар иҫәбендә буласаҡ. Шобухованың һөҙөмтәһе - был миҙгелдә икенсе.
       Рекорд финишынан һуң Лилиә комментарий бирҙе:
       - Беҙ тренер менән күптән инде рекорд тураһында һүҙ алып барҙыҡ, уны көттөк, тип әйтергә мөмкин. Һәр хәлдә, күнекмәләр һәм тестар йомғаҡтары буйынса тренер, мине уға әҙер, тине. Беҙ график төҙөнөк, һәм мин шул график буйынса йүгерҙем.
       Олимпиадаға форманы юғалтыуҙан ҡурҡмайым, беҙ яңы ғына тауҙан төштөк - өс көн элек Кисловодскиҙан килдек. Ҡытайҙа һәм Японияла беҙ йыш ҡына булабыҙ, шуға күрә шарттарға өйрәнеү менән проблема булмаҫҡа тейеш. Мин бер-ике көндә күнегәм. Шулай ҙа килеү менән старт алыу яҡшыраҡ.
       Башҡортостандан икенсе биш меңсе Регина Рәхимҡоловаға квалификацияла был юлы бик уңай тура килмәне. Ҡазанда Рәхимҡолова Шобухованан бер минутҡа тиерлек аҡрыныраҡ йүгерҙе. Пекинға ул бармай.
       Шобухованың беренсе тренеры Евгений Сенченко үҙ тәрбиәләнеүсеһенең сығышын шулай аңлатты:
       - СССР, Рәсәй чемпионаттарында бер ваҡытта ла көсө буйынса бындай йүгереү булғаны юҡ ине. Лилиә шундай етеҙ темп алды, күп ярышташтары түҙмәй, тороп ҡалды.
       - Хәҙер беҙҙең бурыс - әҙерләнергә лә Пекинда яҡшы сығыш яһарға. Аҙаҡ нисек булыр - алдан әйтеп булмай. Ҡазан старттарынан һуң беҙҙең менән Рәсәйҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко, Рәсәй Олимпиада комитеты президенты Леонид Тягачев, Рәсәй Олимпиада комитетының вице-президенты Владимир Васин һөйләште.
       Был бөтә тарихта иң ҡатмарлы Уйындар буласаҡ, тип бик дөрөҫ билдәләне Владимир Васин. Эҫе, газдар менән бысранған һауа, сәйәси шарттар һәм башҡа факторҙар. Етмәһә, Лилиә йүгергән дисциплинала Эфиопия ҡыҙҙары лидерлыҡты яуланы. Ләкин, әлбиттә, еңеү өсөн көрәшеүҙе маҡсат итеп ҡуйырға кәрәк, һәм Лилиә тырышасаҡ. Шуны ла онотмағыҙ - ул элек донъя рекордсмены булған кеше.
       Марафонға килгәндә, унда ла беҙҙең тағы бер Белорет ҡыҙы - Галина Богомолова стартҡа сығасаҡ. Был дисциплинала Ҡазанға тиклем үк һайлап алыу үткәрелгәйне. Әле ул Мәскәүҙә әҙерләнә, Лилиә һуңыраҡ унда барасаҡ.
       Богомолованың - миҙгелдә өсөнсө һөҙөмтә. Тимәк, аңлап тораһығыҙ, ныҡышмалы көрәшергә кәрәк, Пекинда төрлө хәл булыуы ихтимал.
       Еңел атлетика буйынса өсөнсө "олимпия" вәкилен дә онотмайыҡ - Григорий Андреев та марафонда ҡатнашасаҡ.
       Лилиә Шобухованың хәҙерге шәхси тренеры Татьяна Сенченко ла үҙ фекере менән уртаҡлашты:
       - Юғары темп, тиһегегеҙме? Бик тә нормаль! Беҙ шундай темпҡа әҙерләндек. Беҙҙә Рәсәйҙә йүгерергә ҡурҡалар, сит илдә яҡшыраҡ климат шарттарында һәм яҡшы юлда йүгерергә тырышалар.
       Был йәйге мөһим старттарға оҙаҡ әҙерләндек. Уҙған миҙгелде үткәреп ебәрҙек, һуңынан аҡрынлап сығыш яһай башланыҡ - һөҙөмтә өсөн түгел, ә кәйефте күтәреү өсөн. Бер ергә лә ашҡынмайынса, үҙ программабыҙ буйынса шөғөлләндек. Күптәр беҙгә бик иғтибар ҙа бирмәне, ләкин, күреүегеҙсә, алдан һығымта яһарға ярамай.
       - Әйтегеҙ әле, һеҙҙең ҡыҙҙарығыҙ ысынлап та Белоретта автомобилдәр йөрөгән юлда күнекмә яһаймы?
       - Эйе, беҙҙә стадион юҡ. Хәҙер машиналар ныҡ күбәйҙе, һәм ҡыҙҙарыбыҙ өсөн бик ҡурҡабыҙ. Хәҙер Лилиәне 100 километр алыҫлыҡтағы Магнитогорскиға йөрөтөргә тура килә - унда беҙгә бик яҡшы ҡарайҙар, ләкин ҡайһы саҡта, саралар үткәрелһә, индермәйҙәр. Етмәһә, ара ла алыҫ бит. Үҙ стадионыбыҙ булһа, һөҙөмтәләр тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.
       - Һеҙ тик Башҡортостан өсөн сығыш яһайһығыҙмы әллә параллель иҫәп тә бармы?
       - Юҡ, беҙ тоғробоҙ. Беҙҙе Мәскәүгә һәм Свердловск өлкәһенә саҡырғайнылар, ләкин беҙ баш тарттыҡ. Хәҙер Пекинға барабыҙ. Кәйеф күтәренке. Хәҙер төп бурыс - форманы һаҡлау. Хәлебеҙҙән килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
       - Һеҙ Олимпиадаға тренер булараҡ беренсе тапҡыр бараһығыҙмы?
       - Эйе, элек алманылар. Беҙ - провинциянан кешеләр - ул саҡта көтөлмәгәндә хасил булдыҡ. Спортсыларыбыҙ барғанға шатландыҡ. Хәҙер мине Богомолованың стартынан һуң Шобухованың стартына ла ҡалдырыу мәсьәләһе хәл ителә. Лилиә Галинанан һуңыраҡ, 14 августа, Уйындарҙа сығыш яһаясаҡ һәм һуңыраҡ - старт алдынан ғына Иркутск аша осоп киләсәк...
       Бына шундай кешеләр йәшәй Белоретта. Водителдәр! Был ҡала һәм уның тирәһендә руль артында һаҡ йөрөгөҙ! Юлдарҙа - Рәсәй ҡаҙанышы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал