6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Хәкимйән Мөхөтдиновтың уңышлы йылы
22.07.08


       Учалы районы полиметалл рудалары ятҡылыҡтарына бай булыуы менән дан тота. Уның территорияһында дөйөм Рәсәй кимәлендәге цинктың етмеш проценты һәм баҡырҙың биш проценты табыла һәм концентраттарға эшкәртелә.
       Учалы районының төп тармағы - сәнәғәт. Ауыл хужалығы өлөшөнә ни бары 83 мең гектар һөрөнтө ерҙәр тура килә. Ләкин ошо майҙанда игенселәр электән мул уңыш үҫтереп алырға өйрәнгән. Юҡҡа ғына дүрт ауыл эшсәненә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелмәгән бит. Былар комбайнсы Хәкимйән Мөхөтдинов, тракторсы Яныбай Әхмәтйәнов, колхоз рәйесе Ғөбәй Фәтҡуллин, трактор отряды начальнигы Фазулла Шәйәхмәтов. Учалы районында Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Башҡортостандың башҡа райондарына ҡарағанда байтаҡ күберәк.
       1951 йылдың 27 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Учалы районының "Авангард" колхозы комбайнсыһы Хәкимйән Ғәйфулла улы Мөхөтдиновҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
       Хәкимйән Мөхөтдинов 1922 йылдың 22 июлендә Учалы ауылында тыуған. Егерме йыл элек, 1988 йылда вафат булды. Уның тураһында һөйләүе ҡыйын. Бөтә ғүмере эсендә уға 1970 йылда "Башҡортостандың Хеҙмәт Геройҙары" тигән китапта баҫылған "Беренсе бураҙна" очеркы ғына арналған.
       Хәкимйән бик иртә игенсе булып китә. Үҫмер сағында уҡ тракторсы Ғүмәр Ғәлимйәнов менән уның алмашсыһы Усман Закировта прицепщик була. Закиров үҫмергә беренсе тапҡыр трактор руле артына ултырырға һәм тәүге бураҙнаһын һөрөргә рөхсәт итә лә инде.
       1941 йылдың декабрендә Хәкимйәнде хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Ул Башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. Ләкин уға полкташтары менән бергә фашистарға ҡаршы һуғышырға тура килмәй. Күнекмәләрҙең береһе ваҡытында бер кавалеристың иғтибарһыҙлығы арҡаһында саф боҙола. Аттар сабып сығып китә, һәм Хәкимйән ат тояҡтары аҫтында ҡала.
       Госпиталдә ятҡанында һалдат өйҙән ғаиләһе тарҡалыуы тураһында хат ала.
       Госпиталдән һуң уны хәрби хеҙмәткә алмайҙар, ә өйҙә бер кем дә көтмәй, һәм Хәкимйән Ғәйфулла улы Ҡариҙел МТС-ына килә. Бригадир итеп ҡуялар. Ә бригадала дүрт газогенераторлы трактор. Уларҙы бер инвалид ир һәм ҡыҙҙар хеҙмәтләндерә. Газогенераторлы техника менән Мөхөтдинов таныш булмай. Әммә ул "һуғыш" осоро тракторын үҙләштерә, башҡаларҙы ла эшләргә өйрәтә.
       Мөмкин булған тиклем ауыл хужалығы әҙәбиәтен уҡый, Кубандың алдынғы комбайнсылары тәжрибәһен өйрәнә.
       Яраланыу ҙа, ғаиләләге аңлашылмаусанлыҡтар ҙа "погонһыҙ һалдатты" аяҡтан йыҡмай. 1949 йылда Хәкимйән тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Яңы ғаилә ҡора. Учалы машина-трактор станцияһының комбайнсыһы булып китә. Еңел эш эҙләмәй. Һауа торошо билдәләрен өйрәнә, уларҙы эшендә иҫәпкә ала.
       Әгәр киске ысыҡ төшмәһә, комбайнсыға төнөн урып йыйырға ла мөмкин. Әгәр иртән ысыҡ төшһә, көн аяҙ буласаҡ. Тик уның кипкәнен көтөргә кәрәк, һәм ҡалған ваҡытта тулы көскә эшләргә. Ә ел күтәрелһә - мотлаҡ ямғыр көт.
       1950 йыл ямғырлы була. Уңыш йыйыу башланыр алдынан МТС-та агрегаттарҙы хужалыҡтар буйынса бүлә башлайҙар. "Авангард" колхозына механизаторҙарҙың береһе лә барырға теләмәй. Унда баҫыуҙар ҙур түгел. Сағылдар күп, иген юғары һабаҡлы. Эшләүе ҡыйын. Хәкимйән Ғәйфулла улы унда үҙе барырға була.
       Илленсе йылда уңыш мул булып үҫә. Ашлыҡ әле өлгөрөп етмәгән, йәшкелтерәк. Ә күрше "Ҡыҙыл партизан" колхозында арышты һуға башлағандар ҙа инде. Ваҡытты әрәм итмәү өсөн, Мөхөтдинов бригада менән кәңәшләшә лә, биш көнгә ҡыҙыл партизандарға ярҙамға килә. Унда 180 гектар майҙанда игенде йыйып алалар. "Авангард"ҡа ваҡытында әйләнеп ҡайталар. Арыш өлгөргән. Эш һөҙөмтәләре ҡыуандыра. Ҡайһы бер баҫыуҙар 36-шар центнер уңыш бирә. Ямғырҙар бик ныҡ ҡамасаулай, ләкин Мөхөтдиновҡа эшендә һауа торошо билдәләрен белеү ярҙам итә. Механизаторҙар йонсоу көндәргә лә яраҡлаша. Ямғырҙа улар агрегаттарын ҡарай, майлай, ремонтлай. Төштән һуң көн аяҙһа - комбайндар баҫыуға төшә.
       Һәм бына һөҙөмтә - 1950 йылда Мөхөтдиновтың комбайны 600 гектар майҙанда ашлыҡ ура һәм 14 мең центнер иген һуғып ала. Районда элегә тиклем булмаған рекорд ҡуйыла. Был рекорд хаҡында Мәскәүҙә лә беләләр. Һәм был йыл Учалы районы өсөн йыйылған иген күләме буйынса ғына түгел, наградалар буйынса ла уңышлы була. Хәкимйән Мөхөтдиновты - Хеҙмәт Геройы исеменә, ә уның менән бергә комбайнда эшләгән иптәштәрен Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына һәм миҙалдарға күрһәтәләр.
       Ләкин бүләкләнеүселәр өлгәшелгәндә генә туҡтап ҡалмай. 1953 йыл урағында Мөхөтдиновтың агрегаты республикала иң юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге күрһәтә. "Мөхөтдиновсылар" 1006 гектар майҙандан 18 мең центнер иген йыйып ала!. Әлбиттә, был һандар бөгөнгө көн өсөн бәләкәй күренә. Ләкин кемдер, Гагарин кеүек, юл ярып, артынан ҡалғандарҙы эйәртергә тейеш ине бит.
       Башҡорт ерендә быны Хәкимйән Ғәйфулла улы Мөхөтдинов яһай. Һуңынан ул күп яуаплы вазифалар биләй, әммә Учалы районы тарихында ул уңышлы 1950 йыл геройы булып ҡала.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал