6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Шәхси частар афәттән һаҡлармы?
21.07.08


       Башҡортостанда айырым янғынға ҡаршы режим кәмендә йәй аҙағына тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Марат Латипов хәбәр итте.
       Бындай режим, яҙ ғәҙәттән тыш ҡоро һәм эҫе килеү арҡаһында урман янғындары менән хәл киҫкенләшеүе менән бәйле, республика хөкүмәте тарафынан апрель аҙағында индерелде. Быйыл апрель һәм майҙа БР территорияһында 1964 гектарҙан ашыу майҙанда 246 урман янғыны теркәлде, ә 2007 йылдың шул уҡ осоронда - 20,1 гектар майҙанда ни бары өсәү.
       Әлеге мәлгә хәл тотороҡланды, янғындар юҡ. Әммә айырым режимды әлегә ғәмәлдән сығарырға кәрәкмәҫ: йәйҙең ҡыҙыу мәле, ауыл хужалығы эштәре бара, алда урып йыйыу осоро.
       Латипов, рәсми билдәләнгән айырым янғынға ҡаршы режим янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ҡаты яза биреүҙе күҙ уңында тота, тип иҫкәртеп уҙҙы. Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында РФ Кодексының 20.4.2 статьяһына (айырым янғынға ҡаршы режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу) ярашлы, граждандар өсөн - мең һумдан 1500 һумға тиклем, вазифалы кешеләр өсөн - ике меңдән өс меңгә тиклем, юридик шәхестәр өсөн 20-30 мең һум күләмендә штраф ҡаралған. Урманда янғын хәһефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ статья буйынса ла (Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында РФ Кодексының 8.32 статьяһы) ошондай уҡ яза ҡарала: тик айырым режим ғәмәлдә саҡта был штрафтар ике тапҡырға арттырыла, тип билдәләне Латипов.
       Быйыл алты айҙа дәүләт янғын надзоры хеҙмәткәрҙәре алты меңгә яҡын административ протокол төҙөнө: башлыса, граждандарға һәм вазифалы кешеләргә ҡарата; практиканан күренеүенсә, юридик шәхеcтәр ҡағиҙәне һирәгерәк боҙа. Һигеҙ миллион һумдан ашыу суммаға штраф һалынды.
       Урман үҫентеләрен юҡҡа сығарған йәки уларға зыян килтергән өсөн дә енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. РФ Енәйәт кодексының 261-се статьяһына ярашлы, әгәр янғын һаҡһыҙлыҡ арҡаһында сыҡһа, ҡағиҙә боҙоусыға штраф, холоҡ төҙәтеү эштәре йәки ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Әгәр урман үҫентеләренә яуыз ниәт менән - мәҫәлән, ут төртөү һөҙөмтәһендә - зыян килтерелһә, ете йылға тиклем иркенән мәхрүм ителергә мөмкин.
       Марат Латипов әйтеүенсә, йыл башынан алып, республикала урман янғындары факттары буйынса 48 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Нигеҙҙә, тейешһеҙ урында усаҡ яғыу арҡаһында.
       Ҡалған янғындарға килгәндә, һәр икенсе осраҡта торлаҡ секторы - граждандарҙың фатирҙары һәм йорттары яна. Йышыраҡ эскелек һәм ябай ғына хәүефһеҙлек талаптарын боҙоу һөҙөмтәһендә янғын сыға. Торлаҡ йорттарҙа үткәрелгән тикшереүҙәр байтаҡ ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡланы.
       Хәҙерге ваҡытта янғын һүндереүселәр мәктәптәрҙе тикшерә башланы. Матбуғат конференцияһы геройы һүҙҙәренә ҡарағанда, беренсе сиратта, инспекторҙар эвакуация юлдарына иғтибар йүнәлтә: запас сығыу юлдары билдәле булһын өсөн "сығыу урыны" тип яҙылған табличкалар яҡтыртылырға тейеш. Бер нисә көн элек кенә тап ошондай тикшереү ваҡытында Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылы мәктәбендә янғын сыҡты. 1966 йылда 550 квадрат метр майҙанда төҙөлгән П рәүешендәге кирбес бинаның ҡыйығы, түшәме янып китте. Мәктәптә йәшен атыу арҡаһында ут сыҡҡан, тигән тәүге версия раҫланды. Латипов әйтеүенсә, ошо ғәҙәттән тыш хәл алдынан ғына мәктәптә йәшен ҡайтарғыс ҡуялар - тик быны улар, белгескә мөрәжәғәт итмәй, ҡағиҙәне боҙоп, үҙҙәре урынлаштыра. Һөҙөмтә булараҡ - тап ошо йәшен ҡайтарғыс йәшенде тартҡан да инде.
       Тәүге янғын хәүефһеҙлеге саралары өсөн муниципаль берәмек башлығы яуап бирә, тип айырып билдәләне Латипов. Уның бурысына биналарға, янғын һүндереү машиналары ҡаршылыҡһыҙ һыу тултырып ала алһын өсөн һыулыҡтарға үтеү юлдарын, телефон элемтәһен тәьмин итеү инә. Янғын хәүефһеҙлеге сараларына өйрәтеп, халыҡ менән профилактик әңгәмәләр үткәреү бик мөһим.
       Норматив буйынса, ауыл менән янғын часының араһы өс километрҙан ашмаҫҡа тейеш. Әммә республиканың һәр бишенсе ауылы БР Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәт подразделениеларынан алыҫта урынлашҡан. Бына ни өсөн ведомство һәм муниципаль янғын һағын үҫтереү мөһим. Ә Марат Латипов фекеренсә, Башҡортостанда тиҙҙән шәхси янғын һағы ла барлыҡҡа киләсәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал