6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Тендер, кредит... Бизнесменға ишек ябыҡмы?
21.07.08


       Эшҡыуар булыу ни тиклем генә ҡыйын булмаһын, ҡайһы берәүҙәр шулай ҙа тәүәккәллек итә. Ә ҡайһылары хатта башҡаларҙы көнләштерерлек итеп уңып китә. Шулай ҙа улар, бик һирәктәренән тыш, улай тип иҫәпләмәй. "Бөтәһе лә насар" тип зарланырға ярата. Хәйер, хәҙерге бизнесмендарға ҡыйынлашҡандан-ҡыйынлаша барған саҡта ҡайҙан оптимизм булһын?
       Бер яҡтан, моғайын, барыһы ла кешенең үҙенә, тирә-яҡ ысынбарлыҡты нисек ҡабул итеүенә бәйләнгәндер. Проблема һәр кемдең була инде ул - һәм ошондай шарттарҙа үҙ эшен асырға тәүәккәллек иткән, ысын мәғәнәһендә уңышлы, үҙ һөнәрен яратҡан кешеләрҙең өлгөһө бик мөһим.
       Һәм "БАШвестЪ" редакцияһы үҙ биттәрендә тап ошондай уңышлы һәм йүнсел шәхестәр менән интервью баҫтырырға ҡарар итте. Хөрмәтле уҡыусыбыҙ, унан һеҙ үҙегеҙ өсөн файҙалы нимәлер табырһығыҙ, тип ышанып ҡалабыҙ. Бәлки, кемегеҙҙер хәҙерге реалийҙар менән аҡланған был аҙымға барырға тәүәккәллек итер.
       Шулай итеп, беренсе геройыбыҙ - Михаил Красильников, төҙөлөш фирмаһы хужаһы. Күп кенә хәҙерге заман эшҡыуарҙарынан айырмалы рәүештә ул үҙ эшен урта йәштә аса. Дөрөҫөрәге, 40 йәште уҙғас. Ғүмер буйына Михаил Васильевич янғын һағы идаралығында эшләй. Объекттарҙы яраштырыу, проект-смета документацияһы эшләү менән шөғөлләнә, башта үҙ эшен асыу тураһында уйламай ҙа.
       - Шулай ҙа "үҙеңә" эшләү теләге тыуып ҡуя торғайны, - тип таный геройыбыҙ. - Тик бының өсөн ҡыйыулыҡ та, мөмкинселек тә булманы.
       Барыһы ла 2001 йылда, Михаил Васильевич пенсияға сыҡҡас, үҙгәрә.
       - Мин, хәҙер йәки бер ваҡытта ла, тип уйланым. Пенсияға ғына йәшәп булмаясаҡ, ә "кемгәлер" эшләү теләге булманы. Күп йыллыҡ тәжрибәм һәм белемем дә үҙ ролен уйнаны, уны ҡайҙалыр ҡулланырға кәрәк бит. Һәм, әлбиттә, үҙ бизнесыңда.
       Әйткән һүҙ - атҡан уҡ! Кредит алдыҡ, төҙөлөш ҡорамалдарының бер ни тиклем өлөшөн һатып алдыҡ, фирманың исемен теркәнек. Шулай итеп, яңы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт барлыҡҡа килде.
       - Беҙҙең беренсе объект Менделеев урамындағы социаль аҙыҡ-түлек магазины булды, - тип дауам итә Красильников. - 3,5 мең квадрат метр майҙан менән иҫке бинаны алдыҡ та, инвесторҙар табып, эшкә тотондоҡ. Эш республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы етәкселеге аҫтында алып барылды, һәм беҙ уны ғәжәп тиҙ - һигеҙ айҙа башҡарып сыҡтыҡ.
       Әлбиттә, был саф төҙөлөш түгел ине, ә реконструкция ғына. "Нулдән" башлап төҙөү - был бик ябай бурыс түгел! Әммә тәүге ваҡытта был талап ителмәне лә: ҡалалағы күп кенә объекттарҙы ваҡытында һәм сифатлы итеп ремонтларға кәрәк ине. Һәм заказсылар беҙгә мөрәжәғәт итте. Шулай итеп, фирманың "исемлегенә" Өфөләге абруйлы ҡунаҡхана, Эске эштәр министрлығы мәктәбе биналары, ҙур заводтарҙың береһе эләкте.
       - Һуңынан беҙ баштан башлап төҙөргә әҙер булыуыбыҙҙы аңланыҡ. Унан бигерәк, үҙ производствобыҙ тураһында уйландыҡ. Төҙөлөш сифаты материалдарҙың һәм ҡорамалдарҙың сифатына бәйле булыуы бер кемгә лә сер түгел. Шуға күрә лә 2005 йылға инде беҙҙең тәҙрә, ишек, баҫҡыстар, ҡойолған иҙән, елләтеү системаһы, сэндвич-панелдәр, хатта металл конструкциялар етештереү буйынса үҙ цехтарыбыҙ бар ине.
       Бынан тыш, беҙ заказсыларыбыҙға үҙебеҙ төҙөгән биналарҙы тотоу буйынса хеҙмәттәр тәҡдим иттек, йәғни электр селтәрҙәрен, элемтә линияларын, елләтеү системаларын ремонтлауҙы, компьютер селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүҙе һәм башҡалар. Был, әйткәндәй, эштәрҙе башҡарыу сифатын яҡшыртыуға стимул булып хеҙмәт итте. Аҙаҡтан үҙеңә ремонтларға тура килеүен белә тороп, кем дә насар эшләргә теләмәҫ, - тип көлә Красильников.
       Аҙаҡтан клиенттар базаһы киңәйә, ҙур булмаған ярҙамсы предприятиелар төҙөү ихтыяжы тыуа, һәм фирма тотош бер төҙөлөш холдингына әйләнә.
       - Хәҙер Рәсәйҙә һәм төбәктә иң ҙур логистика үҙәктәренең береһен төҙөйбөҙ, - тип үҙ проекттары менән уртаҡлаша Михаил Васильевич.
       - Михаил Васильевич, әйҙәгеҙ, ғөмүмән эшҡыуарлыҡ тураһында һөйләшәйек. Һуңғы ваҡытта хөкүмәт даирәләрендә бәләкәй бизнесҡа ярҙам тураһында күп һөйләйҙәр. Эшҡыуарҙарға 2020 йылға тулайым эске продукттың яртыһынан ашыуын етештереү, иҡтисадтың төп "двигателенә" әйләнеү бурысы йөкмәтелә. Нисек уйлайһығыҙ, бының менән бәйле бизнесмендарға йәшәүе бер аҙ еңеләйерме?
       - Әлегә ниндәйҙер яҡшыртыуҙар күрмәйем. Уларҙы бер аҙ ваҡыттан һуң, был тулҡын төбәктәргә "килеп еткәс" көтөргә кәрәктер. Ә әлегә, ысынлап та, ҡыйынға тура килә - объекттарҙан түләү насар бара, чиновниктар ҡағыҙҙар менән һуҙа...
       - Һеҙҙең яңы эш башлаусы эшҡыуарға кәңәшегеҙ - үҙ эшеңде асыуға нисек тәүәккәллек итергә?
       - Әйтеүе ҡатмарлы. Моғайын, башланғыс капитал табырға кәрәктер. Башҡа кәңәште белмәйем. Сумма ярайһы уҡ булырға тейеш - кәмендә миллион һум. Әгәр ул булмаһа... Ҡорамалдарҙың бер ни тиклем өлөшөн һатып алырға, теге йәки был тендерҙа оторға маташырға - был варианттарҙың береһе.
       Хәйер, дөрөҫөн әйткәндә, бик реаль вариант түгел. Беҙҙә тендерҙар механизмын йыш ҡына чиновниктар "хәл итә" бит, һәм ҡапыл ниндәйҙер бер билдәһеҙ фирма тендерҙы отһа, ә үҙ тармағында уңышлы эшләүсе эшҡыуарҙар ситтә ҡалһа, быға бер кем дә ғәжәпләнмәй. Мәскәүҙә генә судҡа биреп, тендер һөҙөмтәләрен ҡайтанан ҡараттырырға мөмкин, ә беҙгә әле был "яңылыҡ" килеп етмәгән. Шуға күрә лә башланғыс капиталһыҙ бик ауырға тура киләсәк.
       - Ә әгәр банктан кредит алһаң?
       - Мөмкин, тик һәр ваҡыт түгел. Бына беҙҙең практиканан тағы бер миҫал. Күптән түгел беҙ ағымдағы төҙөлөшкә кредит алырға маташтыҡ. Бөтә банктарҙы йөрөп сыҡтыҡ, шарттарҙы өйрәндек... Баҡһаң, кредит лимиттары 20-30 миллион һум күләмендә билдәләнгән икән. Ә беҙҙең бер проект ҡына 35 миллион тора, ә электр үткәреү буйынса техник шарттар (электр селтәренә тоташтырыуға рөхсәт) - тағы 110.
       Ахыр килеп, лимит 200 миллион һумға тиклем булған банк табып шатланғайныҡ... Нимә уйлайһығыҙ? Баҡһаң, был суммаға ике тапҡырға күберәк - йәғни 400 миллион һумлыҡ залог кәрәк икән. Ә төҙөлөш предпритиеһының (беҙҙеке кеүек) әйләнеше залог сифатында ҡаралмай. Ни өсөн? Аңлашылмай. Асылда, был шул уҡ заказсы мотлаҡ түләйәсәк эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр бит!
       Күреүегеҙсә, беренсе йыл ғына ла эшләмәйбеҙ, ә банк системаһынан ышаныс элеккесә һаман юҡ.
       - Республикабыҙҙа эшҡыуарҙар өсөн конкурстар, "түңәрәк өҫтәлдәр" һәм форумдар даими үткәрелеп тора. Һеҙ уларҙа ҡатнашаһығыҙмы?
       - Элек ҡатнаша инем, аҙаҡтан унан бер ниндәй ҙә файҙа булмауын аңланым. Етмәһә, улар, башлыса, йәй (ә ул Башҡортостанда бик ҡыҫҡа) - төҙөлөш осоро ҡыҙған ваҡытта үткәрелә бит. Бында эшләргә кәрәк, ә конкурс тураһында уйларға түгел. Әгәр бындай саралар көҙ, октябрь-ноябрь айҙарында, төҙөүселәр бер аҙ буш ваҡытта үткәрелһә - икенсе эш. Ә әлегә йәйге миҙгелде тулыһынса файҙаланырға тура килә.
       Был теләкте төбәк чиновниктары ишетерме-юҡмы, билдәһеҙ. Ишетеүен бик теләйбеҙ ҙә бит! Ә беҙ Михаил Красильниковҡа интервьюһы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм эшендә артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал