6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Протоколда түгел, баҫыуҙа беренсе бул
18.07.08


       Бер яҡтан, эштәре бик ауыр булған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен ниңә әрләргә һуң? Һырма кейеп, көн-төн сабалар, ә эшләп тапҡан аҡсалары "һуҡыр бер тин"гә торошло. Тотош республика күләмендә ауыл хужалығы производствоһының һөҙөмтәһеҙлегенә юл ҡуйыуҙарын ҡараһаң, әрләрлек тә икән шул. Һәр хәлдә, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вәхитов билдәләүенсә, дәүләт был тармаҡҡа байтаҡ средстволар һала, әммә файҙа күренмәй.
       Мәҫәлән, быйыл БР бюджетынан агросәнәғәт комплексына ярҙамға өс миллиард һумға яҡын аҡса бүленде. Химиялаштырыу саралары 500 миллион һум тирәһенә арзанайтылды һәм тәүге тапҡыр яғыулыҡ-майлау материалдарына өҫтәмә рәүештә 450 миллион һум аҡса бүленде.
       Һәм нимә? Яғыулыҡ-майлау материалдарын ғына алайыҡ. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Әлшәй, Дәүләкән райондары был эшкә миллионышар һумды үҙләштермәгән әле, Иглин һәм Кушнаренко - 1,5-әр миллион. Улар әле булһа яғыулыҡ-майлау материалдарына документтар тапшырмаған.
       Республика ҡаҙнаһынан 2006 һәм 2007 йылда һатып алынған ауыл хужалығы техникаһын һәм малсылыҡ өсөн ҡорамалдарҙы арзанайтыуға субсидиялар бүленә. Әлеге ваҡытҡа Ауыл хужалығы министрлығына тулы документтар пакетын 21 райондың ауыл хужалығы предприятиелары тапшырған. Ҡалғандары дәүләт ярҙамына мохтаж түгел, күрәһең.
       Уңыш йыйыу осорона ла күп ваҡыт ҡалмай. Ә бит уны үткәреүгә лә республика бюджетынан 170 миллион һум бүлеү планлаштырыла.
       Шул уҡ ваҡытта хужалыҡтарҙың түләнмәгән бурыстары ҡала. Мәҫәлән, элек бүленгән бюджет кредиттары буйынса һәм күрһәткән хеҙмәтләндереүҙәр өсөн дәүләт унитар предприятиелары алдында торған бурыс 350 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Был статья буйынса лидерҙар бөгөн 22,6 миллион һум менән Бүздәк районы, Шишмә (20,9), Дәүләкән (16,9).
       Бурыс - бурыс менән дә ул, ләкин уларҙы ваҡытында ҡайтармау киләһе бюджет финанслауы суммаһын кәметә бит.
       Статистика буйынса фекер йөрөткәндә, дөйөм республикала ғорурланырлыҡ урындар бар. Беренсе ярты йыллыҡта һөт етештереү уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 3,3 процентҡа артты. Әммә был динамиканы айырым райондар буйынса ҡарағанда, Учалы, Бөрө, Ейәнсура райондары хужалыҡтары яҡшы эшләһә, шул уҡ ваҡытта Дыуан, Архангел, Бәләбәй райондарында күрһәткестәрҙең кәмеүенә юл ҡуйғандар.
       Шамил Вәхитов, ауылдарҙы һәр һыйырҙан һауым күрһәткестәре өсөн дөрөҫ тәнҡитләйҙәр, тип иҫәпләй. Йыл башынан алып тулайым һауым өс процентҡа (54 килограмға ғына) артҡан һәм республика буйынса 1825 килограмм тәшкил иткән. Әгәр 42 районда һыйырҙарҙың продуктлылығы күтәрелһә, 12 районда кәмегән: Борайҙа - ике тапҡырға, Архангелда - 18,3 процентҡа, Дыуанда - 6,5 процентҡа. Белгестәр быйылғы үләндә нисек инде малдың продуктлылығы кәмеүен аңламай.
       Ауыл хужалығы предприятиеларының эшендә тағы бер минус - буш торған малсылыҡ ҡураларын мал менән тултырыу буйынса үҙҙәренә алған йөкләмәләрен үтәмәү. План буйынса хәҙер инде 300 ферма "тултырылырға" тейеш, ләкин бөгөнгә ни бары 70-е генә реконструкциялана һәм унда мал индерелә. Бының сәбәбе үрсемдең кәмеүенә лә ҡайтып ҡала. Быйыл алты айҙа хужалыҡтарҙа 2007 йылдың ғинуар-июненә ҡарағанда ете мең башҡа аҙыраҡ быҙау алынды.
       Хәйер, Ауыл хужалығы министрлығы урындарҙа малсылыҡтың фактик торошон тикшерә башланы ла инде. Ярҙамсы тармаҡты үҫтереү буйынса ҡабул ителгән муниципаль программалар күрһәткестәре үтәлмәгән район етәкселәрен июль аҙағында Республика йортонда "ҡыҙыл келәм" көтә.
       Баштағы һөйләшеүгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Бәләкәй эш хаҡы - ул ярты бәлә әле. Баҡһаң, уны элеккесә ваҡытында түләмәйҙәр икән. 1 июлгә ҡарата уның буйынса бурыс 11 миллион һум тирәһе тәшкил итте. Үҙ хеҙмәткәрҙәренә иң күп бурыс Хәйбулла районында - 9,65 миллион һум.
       Статистикаға ярашлы, ауыл хужалығы эшсәндәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы - 4621 һум. Республиканың 14 районында эш хаҡы өс мең һумдан кәмерәк. Мишкә районында ни бары 2056 һум, Ҡалтасыла - 2138, Бөрйәндә - 2480, Ғафуриҙа - 2553, Яңауылда - 2559, Борайҙа - 2746, Салауатта - 2746, Әбйәлилдә - 2898. Был аҡса хатта баланы мәктәпкә әҙерләүгә лә етмәй бит...
       Урынлы һорау тыуа: ауыл хужалығын артабан нисек үҫтерергә һәм квалификациялы йәштәр был ғына эш хаҡына барырмы? Асылда, ул һырма тураһында совет фильмдарынан ғына белә бит.

Марият Артюхова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал