6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Яуыз сиргә ҡаршы бер үҙе
18.07.08


       "Башҡортостан энциклопедияһы"нда Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡов тураһында, ул онколог, медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған врачы, Республика клиник онкология диспансерында эшләй, тип яҙылған. Тик унда Р.Ғ. Баҙыҡов Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы булыуы тураһында телгә алынмаған. Тиҙҙән (1932 йылдың 20 июлендә тыуған) тыуған көнөн билдәләйәсәк Баҙыҡовтың тулы образын биреп ҡарайыҡ.
       Республика клиник онкология диспансерының торакаль онкология бүлексәһе мөдире Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡовҡа "Өфөнөң Почетлы гражданы" исеме 1994 йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ғәмәли һәм ғилми эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары һәм ҡала халҡының һаулығын һаҡлауға индергән шәхси өлөшө өсөн бирелә. Ул сығышы менән Саҡмағош районынан.
       - Хирург булырға мин ул йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә офицер булып хеҙмәт иткән һәм киң аң-белем даирәһенә эйә булған Әғзәм абзыйым арҡаһында ҡарар иттем. Был фекерҙе уҡытыусым, мәктәп директоры Һаҙый Муса улы Исхаҡов та яҡланы.
       - Ҡасан үҙегеҙҙе врач итеп тойҙоғоҙ?
       - Йүнәлтмә буйынса мине хирург итеп ебәргән Ҡандра участка дауаханаһында. Бер ваҡыт мине төн уртаһында уяттылар - йөклө ҡатын ауыр хәлдә. Төп хирург ҡайҙалыр киткәйне, акушер-гинеколог операция яһамай. Бөтә яуаплылыҡ бер генә йыл стажы булған миңә йөкмәтелде. Ғүмеремдә тәүге тапҡыр кесарев киҫеше яһаным. Ҡатындың игеҙәк балаһы булыуын күргәс, минең ғәжәпләнеүемде белһәгеҙ... Көтөлмәгән хәлдән шыбыр тиргә баттым. Әммә операция әсә өсөн дә, ике сабый өсөн дә, ҡанаты нығынмаған белгес - минең өсөн дә уңышлы үтте. Бына шунда мин үҙ ҡулдарымды, уларҙа ниндәйҙер бер энергия барлығын тойҙом.
       - Хирург-онколог. Үҙегеҙгә яҙмышты ирекле һайланығыҙмы?
       - Тормош алдан билдәләнгән һыҙыҡ буйынса бармай бит ул. Ауылда өс йыл эшләгәс, мин Ҡазан дәүләт врачтарҙың белемен камиллаштырыу институтына хирургия буйынса биш айлыҡ махсуслашыу курсына барҙым. Клиникала дежур итеүҙәр, тәжрибәле белгестәр үткәргән операцияларҙа ассистент булыу мөмкинлеге мине шул тиклем мауыҡтырҙы һәм мин тағы бер айға ҡалырға ҡарар иттем. Бына шул хәл иткес төп ваҡиға булды ла. Ысын хирург мәктәбе үттем, күп операцияларҙы үҙләштерҙем. Тап шул саҡта унда күренекле хирург-онкологтар, профессорҙар Ю.А. Ратнер менән М.С. Сигал операция яһаны. Яҙмыш улар менән осраштырмаһа, һуңынан мин Башҡортостан медицина институтының дөйөм хирургия кафедраһы ҡарамағындағы ике йыллыҡ клиник ординатураһына барыр инем микән...
       Ординатуранан һуң Республика онкодиспансерының ул саҡтағы баш врачы, БАССР-ҙың атҡаҙанған врачы Нәсибулла Абдулла улы Абдуллин миңә үҙендә ҡалырға тәҡдим итте. Бында мин 1962 йылдан алып эшләйем.
       40 йыл эшләү осоронда 10 меңгә яҡын төрлө операциялар яһаным. Операциялар 10-ар сәғәткә һуҙылған ауыр, хатта бик ауыр көндәр булды. Операция өҫтәле артында шул тиклем ваҡыт арҡаңды ла бөкмәй тороу өсөн көс кәрәк. Ҙур физик көсөргәнеш. Иғтибарыңды, тәжрибәңде тулыһынса туплау. Беҙҙең һөнәр кешеләренән ни тиклем күп талап ителеүенә мин күп тапҡырҙар инандым. Һәр операция - ул тәүәккәллек, ауырыу өсөн ҙур яуаплылыҡ.
       Үҙемә килгәндә, ҡурылдайға пластик операция - минең ғорурлығым. Тәүге тапҡыр мин уны үҙебеҙҙә 1968 йылда яһаным. Был ысул һау үпкә туҡымаһының бер өлөшөн һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итә. Бөгөн ул боғарлаҡта ла ҡулланыла. Академик Богуштың ысулын да (заманында ул халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ғүмерен һаҡлап алып ҡалған) тәүҙә беҙ эләктереп алдыҡ.
       - Медицинала шулай оҙаҡ эшләүегеҙҙе нимә менән аңлатаһығыҙ?
       - Физик яҡтан, Аллаға шөкөр, зарланмайым. Бының менән ата-әсәйемә, тәбиғәткә һәм физик хеҙмәткә бурыслымын. Туғыҙ йәштән колхозда эшләнем, әсәйемә йортта ярҙам иттем. Физик эште әле лә ихтирам итәм, тик ятыуҙы бер ваҡытта ла аңламаным. Минең өсөн ял - ул эшмәкәрлекте алмаштырыу: баҡса, һунар, ауыл эше. Бесән сабырға, балыҡ тоторға яратам, тик ваҡыт ҡына етмәй.
       Беҙ Рәшит Ғәзиз улы тураһында хикәйәне уға Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы исеме бирелеүе тураһында һөйләүҙән башлағайныҡ. Ул үҙе был исемгә нисек ҡарай һәм ҡала халҡына нимә теләр ине?
       - Өфөлә мин 50-се йылдан. Мин килгәндә онкология диспансеры бер бүлексәнән генә тора ине, хәҙер ул ҙур дауалау учреждениеһы. Былар барыһы ла минең күҙ алдымда барҙы. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һәр ваҡыт Өфөнө башҡа ҡалалар менән сағыштырам һәм, баш ҡалабыҙ бик матур, тигән һығымта яһайым. Шуға күрә лә ошонда йәшәүем менән ғорурланам. Әммә ҡала үҫә, халҡы күбәйә барған һайын урамдарҙа хәрәкәт көсөргәнеше лә арта. Ҡалабыҙ күркәм, таҙа булыуын, экологик шарттар имен булыуын теләйем. Билдәле булыуынса, таҙалыҡ - ул һаулыҡ нигеҙе бит. Ә сәләмәт булыу - үҙе бәхет.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал