6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Героиняһынан айырмалы, Лена бик матур тәьҫораттар ҡалдырҙы
18.07.08


       "Бер егерме йылдан миңә 30 йәш буласаҡ!" "Ирлек бурысыңды үтәргә кәрәк!" Был шаяртыуҙар танышмы? Эйе-эйе, һеҙ хаҡлыһығыҙ, былар инде ике йылдан ашыу Рәсәй телеканалдарының береһендә "әйләндерелгән" "Счастливы вместе" сериалынан тапҡыр һүҙҙәргә әйләнгән.
       Дөрөҫөн әйткәндә, мин был популяр ситкомды (ситуацион комедия) бер тапҡыр ҙа ҡарағаным юҡ. Юморҙы яратмағандан түгел, ә өйгә кабелле телевидение үткәрелмәгән. Әммә ирле-ҡатынлы Букиндарҙың күршеһе Лена Полено ролен башҡарыусы актриса Юлия Захарова менән осрашҡандан һуң ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Моғайын, кабелле ТВ үткәртеүгә договор төҙөрмөн һәм яҡын арала бер серияһын булһа ла ҡарарға тырышырмын.
       Үҙем кеүектәр өсөн бер аҙ аңлатып китәйем: "Счастливы вместе" сериалы - 11 йыл сит ил экрандарында барған "Женаты и с детьми" америка ситкомының еңелсә ябайлаштырылған күсермәһе. Беҙҙең экранда ла был сериал бөтә кино тарихында рус сериалдарының дөйөм рейтингында өсөнсө урын яуланы (беренсе урында, иҫегеҙгә төшөрөп үтәм, "Следствие ведут знатоки" совет фильмы).
       Рус версияһында Рәсәйҙә ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡала - Екатеринбургта (Aмерика ситкомы ваҡиғалары Чикагола - АҠШ-та ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡалала бара) йәшәгән геройҙарҙың тормошо американдарҙыҡынан әллә ни айырылмай. Гена Букин, Эл Банди кеүек үк, аяҡ кейемдәре һатыусы булып эшләй; Даша Букина ҡыҫҡа юбка кейә, сәсен буяй һәм 80-се йылдар стилендә макияж яһай; Букиндар ике ҡатлы фатирҙа йәшәй, унда икенсе ҡаты мансарда итеп яһалған (Екатеринбургта, әлбиттә, шулай инде, был бит һәр ғаиләнең айырым коттеджы булған АҠШ түгел), машина һатып алалар. Юмор ҙа унда үҙенә ярашлы. Ҡайһы берҙә бигерәк әҙәпһеҙ ҙә булып китә, әлбиттә.
       Шуға ҡарамаҫтан, "Счастливы вместе" ситкомы бөгөн бик популяр - уны өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа ярата. Һуңғыларына ҡарарға кәрәкмәҫ ине, әлбиттә, сериал геройҙарының һәр береһе өсөн "секс" тураһында шаяртып һөйләү - ҡәҙимге эш бит. Ләкин режиссерҙарҙы был факт борсомай. Барыһын да Рейтинг "ғәлийәнәптәре" хәл итә.
       Ҡыҙыҡһындығыҙмы? Улайһа, Өфө телеканалы саҡырыуын ҡабул итеп, Өфөбөҙгә килгән актриса Юлия Захарова менән матбуғат осрашыуына күсәйек.
       Шулай итеп, Захарова. Минең алда - матур кейенгән, шат күңелле, сибәр брюнетка - Юляға ике-өс һорау бирмәү гонаһ булыр ине - мин тап шулай эшләйем дә.
       - Юлия, билдәле булыуынса, "Счастливы вместе" - "Женаты и с детьми" америка сериалының үҙенсә бер "калька"һы. Һеҙҙеңсә, сит ил версияһынан ул ниндәй дәрәжәлә айырыла һәм һеҙҙең героиняғыҙҙың үҙенсәлеге нимәлә?
       - Ысынлап та, "Счастливы вместе" - ул америка версияһының туранан-тура күсермәһе. Тәүҙә беҙгә сит ил серияһын регуляр ҡарау бурысы ҡуйылды: беҙ геройҙарҙың холҡон, тәртибен иҫебеҙҙә ҡалдырҙыҡ, сюжет линияларын күҙәттек...
       Ләкин тәүге бер нисә миҙгелдә генә шулай булды. Һуңынан беҙ американдарҙың ҡайһы бер фразеологизмдарының туранан-тура тәржемә иткәндә беҙ теләгәнсә көлкөлө яңғырамауын асыҡланыҡ.
       Тағы ла ҡайһы бер сюжеттарҙы күсереп булмауын аңланыҡ. Мәҫәлән, Гена Букин үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр компьютер күрә. Ә бит америка фильмында ваҡиғалар бынан 25 йыл элек бара. Ул саҡта ысынлап та шулай булған. Ләкин бөгөн бит өс йәшлек бала ла компьютер менән таныш. Етмәһә, декорацияларҙа компьютер беренсе сериянан уҡ бар ине.
       Шуға күрә авторҙарыбыҙ бөтөнләй икенсе, үҙенсәлекле тарих яҙырға булды - беҙ Толик менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ғәскәрҙәренә хеҙмәт итергә китәбеҙ. Даими импровизациялар шунан башланды ла инде. Һөҙөмтәлә һуңғы 30 серия тулыһынса рус сценаристарыныҡы.
       Минең героиняма, Лена Поленоға, килгәндә, ул үҙенең америка прототибынан ныҡ айырыла. Беренсенән, ҡиәфәте менән. АҠШ-та Банди ғаиләһенең әсе телле күршеһен нәҙек аяҡлы, ҙур түшле, ябыҡ актриса уйнай. Шуға күрә лә Гена ҡыҙҙың сиктән тыш ябыҡлығына төрттөрөп, һәр ваҡыт уға "тауыҡ" тип шаярта, ә был Рәсәй сериалын ҡараусыларҙы бик ғәжәпләндерә.
       - Фильм сюжеты буйынса һеҙ Гена Букин менән ҡан дошмандарһығыҙ. Ә камеранан тыш һеҙҙең мөнәсәбәттерегеҙ ниндәй?
       - Башҡа коллегаларым менән кеүек үк, дуҫтарса. Әйтергә кәрәк, Виктор - бик түҙемле шәхес. Хатта өс сәғәт кенә йоҡлағандан, йонсотҡос гастролдәрҙән һәм актер тормошоноң башҡа шундай "нәфислектәренән" һуң да ул кино төшөрөү майҙансығына һәр ваҡыт һуңламай, ҡырынып-яһанып килә, үҙенең тексын өс серия алдан белә.
       - "Счастливы вместе" - тупаҫ, хатта ҡайһы берҙә оятһыҙ шаяртыуҙары менән айырылып торған фильм. Был һеҙҙең киноматограф тураһында инаныуҙарығыҙға ҡаршы киләме? Һәм ошонан киләһе һорау. Үҙ ваҡытында Даша Букинаның "Пасхаға түшемде буятайым әле" тип шаяртыуы Рус православие сиркәүенең асыуын килтерҙе. Был фактты үҙегеҙҙең күҙлектән аңлата алаһығыҙмы?
       - Ҡыҙыҡ һорау. Бөтә шаяртыуҙарҙы ла беҙ аңлайбыҙ һәм ҡабул итәбеҙ, тип әйтә алмайым. Мәҫәлән, Даша Сагалова үҙен туҡтаһыҙ "иҫәр" тип әйтеүҙәренә асыуы килә. Әйҙәгеҙ, икенсе төрлө шаяртайыҡ, минең матур аяҡтарым, зифа буйым тураһында, ти ул. мин уның менән килешәм - шәхескә күскән шаяртыуҙарҙы мин дә бик "ихтирам итмәйем". Ләкин, дөйөм алғанда, был көлкөлө буласағын аңлайһың да, дөйөм эш хаҡына үҙ принциптарыңды ҡорбан итергә тура килә.
       Түш тураһында шаяртыуға килгәндә, фильмда күренеш шулай ине: Даша Букина Лена Поленоға был һүҙҙәрҙе әйткәс, Лена уға: "Нисек һин шулай тип әйтә алаһың!" тип яуап бирә. Шуға күрә Рус православие сиркәүе менән был конфликт килеп тыуғаc, мин еңел һулап: "Мин - саф!" тип уйлап ҡуйҙым.
       Ә етди әйткәндә, бындай ғәйепләү - монафиҡлыҡ, тип иҫәпләйем. Йәғни, 200 серия буйына Рус православие сиркәүе битараф, хатта көлөп ҡараған да, ә инде фильмда Пасха һүҙе килеп сыҡҡас - катастрофа, йәнәһе. Белеүегеҙсә, фильмда бынан да ҡатыраҡ шаяртыуҙар булды.
       - Юлия, ә һеҙ моданы күҙәтеп бараһығыҙмы?
       - Магазиндар буйлап йөрөргә яратмайым. Әйберҙе, оҡшай икән, икеләнмәйенсә һатып алам. Был кофта миңә килешмәһә лә, төҫө йәмһеҙ булһа ла, мотлаҡ һатып алам. Хатта ҡайһы берҙә кейеп ҡарап та тормайым.
       Яратҡан дизайнерҙарым - Том Карпино, Александр Маккуин, Поль Смит, шулай уҡ ҡайһы бер нәмәләр Валентинонан. Мәҫәлән, әлеге минең күлдәгем Том Карпинонан - был марканы бик яратам!
       - Юлия, был роль өсөн ҡиәфәтегеҙгә ниндәйҙер төҙәтмәләр индерҙегеҙме?
       - Эйе, минең сәсем оҙон, бөҙрә ине, ҡырҡырға тура килде. Ғөмүмән, бөтә актрисалар "грим һалыу процесын ябайлаштырыу өсөн" парик йөрөтөргә тейеш ине. Ләкин минең менән стилистарҙың проблема килеп сыҡты - бер парик та килешмәне. Шулай, Даша Сагалова менән Наталья Бочкарева парикта төштө, ә минең сәсте стилистар, мелировка яһап, матур итеп ҡырҡтылар. Америка продюсерҙары пилот сығарылышын ҡарағанда: "Сагалованың паригы ҡот осҡос! Бочкареваның - ҡурҡыныс! Ә бына Захарованың - бик матур парик!" тигәндәр. Шулай итеп, беҙ үҙ продюсерҙарыбыҙҙы алданыҡ.
       - Юлия, тағы бер һорау: һеҙгә Өфөлә оҡшанымы?
       - Һис шикһеҙ. Урамда кешеләр йылмая, йөҙҙәре шат. Мәскәүҙә бөтөнләй башҡаса - үтеп барыусы һәр икенсе кеше киллер кеүек тойола.
       Юлия Захарова - бик мөләйем актриса, зыялый кеше, һәм уның менән әңгәмәләшеү бик ҡыҙыҡлы булды. Бынан һуң "Счастливы вместе" сериалын яратып китерһегеҙме - уныһы һеҙҙең эш. Ләкин сер итеп шуны әйтәм, Юля үҙ героиняһына бөтөнләй оҡшамаған. Миңә ҡалһа, был яҡшы кеүек.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал