6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Ҡораллы Көстәр

Быйыл хәрби хеҙмәткә, башлыса, өлкәндәр саҡырыла
17.07.08


       2009 йылдан армияла хеҙмәт итеү срогы өс йылға тиклем арттырыласаҡ (варианттар: ике йыл, ике йыл да һигеҙ ай), тигән хәбәрҙәр - буш һүҙ. Был турала журналистар менән осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Тимофей Азаров хәбәр итте.
       Ысынлап та, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, армияны тәүҙә саҡырыу буйынса йыл ярымлыҡ, ә хәҙер бер йыллыҡ хеҙмәткә күсереү өсөн күпме көс сарыф ителде. Әгәр бөтә ошо тырышлыҡтарҙы һәм ресурстарҙы юҡҡа сығарып, властар ҡайтанан был ваҡытты оҙайтырға ҡарар итһә, бик сәйер булыр ине.
       - Әгәр ниндәйҙер үҙгәрештәр булһа - беҙ был турала рәсми рәүештә хәбәр итәсәкбеҙ, - тип билдәләне хәрби комиссар. - Беҙ кешеләрҙе алдарға йыйынмайбыҙ, нимәнелер йәшереү - тимәк, халыҡты ихтирам итмәү.
       Хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса нарядты республика 100 процентҡа үтәне. Илдең Ҡораллы Көстәр сафын Башҡортостандан 6600 егет тулыландырҙы. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек, был егеттәр тәүге булып бер йыл хеҙмәт итәсәк.
       2300 кеше - ҡоро ер ғәскәрҙәренә, 300 - Хәрби-Һауа көстәренә, 590 - Хәрби-диңгеҙ флотына, 100-ҙән ашыу - Һауа-десант ғәскәрҙәренә, 1500 - Эске ғәскәрҙәргә ебәрелде.
       Хәрби комиссариаттар саҡырыу кампанияһы башланыр алдынан вәғәҙә иткәнсә, мәктәпте тамамлағанда 18 йәше тулғандарҙың береһен дә армияға ебәрмәне, уларға артабан уҡыуҙарын дауам итеү мөмкинлеге бирҙе. Ә бына вуз тамамлаусыларҙы ҙур теләк менән саҡырҙылар: 6600 иҫәбендә улар 1400. Азаров әйтеүенсә, был бик яҡшы һан, хәрби комиссариаттар тап өлкән йәштәге, бигерәк тә юғары белемле егеттәргә ставка яһай, тип билдәләне ул.
       Белемле егеттәрҙе төрҙәш специальносы буйынса хеҙмәт итергә ебәрергә тырышалар: компьютерҙы яҡшы белһә - ракета ғәскәрҙәренә барасаҡ һәм башҡалар. Шулай итеп, улар хеҙмәт итеп кенә ҡалмай, ә аҙаҡ "гражданкала" кәрәк буласаҡ практика ла ала - һәм быға хәҙер ҙур иғтибар бирелә.
       Тимофей Азаров, тап быйыл уҡыуҙы тамамлаусыларҙы саҡырыу бурысы ҡуйылманы, тип билдәләне. Был яҙҙа улар 500 кеше булды, ҡалғандары - вузды элек тамамлаған йәштәр. Ә бына юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙың барыһына ла ҡағылған нәмә - һәм был тәүге тапҡыр - медицина тикшереүе үтеү. Уны быйыл вузды тамамлаусы бөтә 4800 егет тә үтте.
       - Һөҙөмтә булараҡ - хеҙмәткә саҡырылыусы йәштәрҙең яраҡлылыҡ күрһәткесе 1,4 процентҡа 70,1 күрһәткесенә тиклем кәмегән, - тип хәбәр итте матбуғат конференцияһында ҡатнашыусы хәрби-врач комиссияһы рәйесе Роберт Йыһангиров.
       Студенттарҙың һаулығы хәрби комиссариаттарҙы бик тә борсой.
       - Быйыл яҙ хәлдең ни тиклем етди булыуы асыҡланды, - тине Тимофей Азаров. - Үҙ мәғлүмәттәребеҙҙе беҙ республика етәкселегенә еткерҙек һәм проблема менән мотлаҡ шөғөлләнәсәкбеҙ.
       Быйыл яҙ бөтәһе 42 меңдән ашыу кеше тикшерелде. Уларҙың биштән бер өлөшө, дөрөҫөрәге, 21,3 проценты һаулығы насар булыу сәбәпле, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип танылды. Һан ҡот осҡос!
       Азаров, быйыл вуз тамамлаусыларҙың һәр береһе иҫәптә, хәрби комиссариаттарҙа көҙөн кемде саҡырасаҡтары билдәле инде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
       Беренсе сиратта, өлкән йәштәге, белемле егеттәрҙе саҡырыуҙың файҙалы булыуы тураһында түбәндәге факт та һөйләй: 18-20 йәшлектәр айырыуса тәьҫиргә бирелеүсән һәм тап улар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары йышыраҡ. 2007 йылда хеҙмәт итеү ваҡытында Башҡортостандан туғыҙ егет һәләк булды, быйыл улар бишәү. Хәрби комиссар әйтеүенсә, һәләк булыу сәбәптәре - үҙ-үҙенә ҡул һалыу һәм бәхетһеҙлек осраҡтары.
       - 25-26 йәштә егет ҡыҙы ташлаған өсөн башын элмәккә тыҡмаясаҡ, ә 18 йәшлек үҫмер бик тә мөмкин, - тип билдәләне Азаров. - Беҙҙә шундай осраҡ булды, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы, атаһы ғаиләне ташлап китеүен белгәс, үҙ-үҙенә ҡул һалды.
       Бәхетһеҙлек осраҡтары менән дә шулай уҡ.
       Билдәле булыуынса, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың һанын арттырыу өсөн быйылдан башлап күп кенә кисектереүҙәр бөтөрөлдө. "БАШвестЪ" был турала бер нисә тапҡыр яҙып сыҡты.
       Хәрби хеҙмәттән тайпылыусыларға ҡаршы етди көрәш йәйелдерелде. Быйыл тәүге тапҡыр хәрби комиссариаттың прокуратура, Эске эштәр министрлығы, миграция хеҙмәте, тикшереү комитеты менән тейешле килешеүенә ҡул ҡуйылды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса быйыл бындай тайпылыусылар 300-гә яҡын иҫәпләнә - былар әле табылмағандары. 200-гә яҡын кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, 70 кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыуға прокуратураға материал тапшырылды.
       Көҙгә саҡырыу буйынса наряд ике тапҡырға тиерлек күберәк - 12 мең. Ата-әсәләрҙе тынысландырып, республика хәрби комиссары, хәҙер саҡырыу комиссияһы составына ата-әсәләр комитеты вәкилдәре лә инә, ғөмүмән, һәр ата-әсә килеп, балаһының нисек саҡырылыуы тураһында ҡыҙыҡһына ала, тип әйтеп үтте. Хәрби комиссариаттарҙа психологтар эшләй, йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе бар, консультациялар өсөн махсус телефон линияһы булдырылған. Азаров, хәрби комиссариаттар республиканан саҡырылыусы һәр һалдаттың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып тора, тип ышандырҙы: һорау килеп тыуһа, уның ҡайҙа һәм нимә булыуы хаҡында белеү өсөн 15 минут ваҡыт талап ителә. Азаров шулай уҡ, ваҡытлыса саҡырылыусыларҙы ҡыҙыу нөктәләргә ебәрмәйәсәктәр, тип айырып билдәләне һәм, бер йыл хеҙмәт итеүгә күсеү менән частарҙа "дедовщина"ға ваҡыт та, көс тә булмаясаҡ, тигән ышаныс белдерҙе. Ә вуз тамамлаусылар, үҙҙәре һайлап, ваҡытлыса хеҙмәт үтергә лә, йәки шунда уҡ контракт төҙөй ҙә ала, тип иҫкәртеп үтте. Быйыл 78 кеше шулай эшләне.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал