6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Барыһына ла өлгөр Вәсил Ханнанов
17.07.08


       Ай-ай ярым эсендә өлгөр Вәсил Ханнанов Яр буйы Саллыһында персональ күргәҙмә лә асты, Ижевскиҙа үткән II Арт-ассамблеяла ла ҡатнашты, Йылабуғала хәҙерге заман һынлы сәнғәте буйынса III Бөтә Рәсәй симпозиумында беренсе приз да алды. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, "Сыңғыҙхан" ижади берекмәһе лидеры һәм Наил Латфуллин исемендәге БР Хәҙерге заман сәнғәте музейы директорын Өфөлә тура килтереүе бик ҡыйын. Шулай ҙа, эш графигы тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ул бер аҙ буш ваҡыт табып, быйыл йәй үҙе ҡатнашҡан ҡыҙыҡлы мәҙәни ваҡиғалар тураһында һөйләп китте.
       - Бөтә ергә лә өлгөргө килә, әгәр ҡайҙалыр саҡыралар икән, ниңә был мөмкинлек менән файҙаланмаҫҡа, - тине асыҡтан-асыҡ Вәсил Ханнанов. Рәсәй буйынса күп проекттар ойошторола. Июнь айында "Ижевск арсеналы" II Арт-ассамблеяһы үткән Ижевскиҙа бик йылы ҡаршыланылар. Уның төп үҙенсәлеге - рәссамдарҙың үҙ проекттарын бер генә материал - ағас - файҙаланып башҡарыуында. Ассамблея үҙе асыҡ һауала, Удмурт Республикаһының Кузебай Герд исемендәге Милли музейы ҡаршыһында Наговицын урамында үтте. Бында скульптура композициялары ла ҡуйылғайны. Был хәҙерге заман сәнғәте әҫәрҙәрен ижад итеү өсөн бүрәнәләр, таҡта, фанера ла файҙаланылған. Ҡәҙимге таҡталарҙан мин, мәҫәлән, шыршы формаһында ҙур топографик билдә яһаным. Бынан тыш, урыҫтарҙың боронғо уйыны "Городки" өсөн мөһабәт фигуралар эшләнем.
       - Быйыл һеҙҙең эштәрегеҙ Йылабуғала үткән хәҙерге заман һынлы сәнғәте буйынса III Бөтә Рәсәй симпозиумында иң яҡшылар тип танылды. Еңеүсе булараҡ тәьҫораттарығыҙ?
       - Был конкурста еңеү генә түгел, ғөмүмән тормошта мин үҙемде еңеүсе тип иҫәпләйем. Мин был симпозиумда ҡатнашҡан егеттәрҙе, уларҙың кимәлен беләм. Улар минән насарыраҡ булды, тип әйтергә теләмәйем. Ижади яҡтан мин бөтә көсөмә тырыштым.
       Йылабуғала элек тә симпозиумдар үткәрелде, ләкин унда рәссамдарҙы Шишкин урындары буйлап йөрөтөп, улар пейзаж төшөрә торғайны. Һөҙөмтәлә пейзаждар шул тиклем күп йыйылды, улар менән ниҙер эшләтергә кәрәк ине. Һәм симпозиумдарҙың береһендә, хәҙерге заман сәнғәтенә мөрәжәғәт итергә ваҡыт етте, тип хәл иттек. Беренсе "Аҡ тирмә" проекты быйыл ғинуар айында уҡ үтте. Ул аппликация һәм коллажға арналды. Апрелдә икенсе "Йылабуға лубогы" проектын үткәрҙек, унда төрлө төбәктәрҙән килгән рәссамдар линолеум йәки фанера киҫәгендә халыҡсан һүрәттәр эшләгәйне. Ул шул тиклем яҡшы килеп сыҡты, хәҙер триеннале кеүек, йәғни һәр өс йыл һайын үткәреләсәк. Хәҙерге заман һынлы сәнғәте буйынса III Бөтә Рәсәй симпозиумы "Тәгәрмәс" исеме алды. Һәр рәссам был геометрик фигураны үҙенсә аңлата - был ҡояш та, тормош, тарих тәгәрмәсе лә.
       - Мин Йылабуғала беренсе тапҡыр булдым, - тип дауам итә Вәсил. - Был боронғо ҡаланы Андрей Вознесенскийҙың шиғыры буйынса ғына күҙ алдына килтерә инем һәм бик тә күргем килә ине. Уның бер өлөшө бик матур, йыйнаҡ бер-ике ҡатлы йорттарҙан тора. Ә икенсеһе ҡурсаулыҡ зонаһы булып иҫәпләнә. Унда байтаҡ йорт-музейҙар урынлашҡан - Владимир Бехтеревтың, Иван Шишкиндың, Марина Цветаеваның һәм башҡалар. Һәр килгән рәссамға шунда уҡ 116 сантиметр диаметрлы түңәрәк формаһында икешәр киндер бирҙеләр. Минең өсөн был таныш канва. Симпозиумда элекке эштәрҙе файҙаланыу рөхсәт ителмәне. Минең үҙемә үк ҡабатлау ҡыҙыҡ булмаҫ ине. Мин конкурста ни менәндер ғәжәпләндереү өсөн ҡатнаштым, үҙемде һынарға теләнем - билдәле материалда нисек ғәҙәттән тыш нимәлер сығарырға мөмкин. Уйға баттым - был киндерҙе нисек итеп буярға? Һәм бына бер ханымдың күлдәген күреп ҡалдым, һәм шунда уҡ башымда уй тыуҙы - бына ул ниндәй Йылабуға, ситса. Аҙаҡ миңә ике күлдәк табып бирҙеләр, һәм мин "Йылабуға мотивтары" исеме аҫтында үҙ композициямды эшләнем.
       Башына башҡа идеялар ҙа килә. Ижади оҫтахана менән йәнәштә сүплек урынлашҡан була, унда төрлө төҙөлөш ҡалдыҡтары тулып ята - иҫке ишектәр, фасадтар, тәҙрә йөҙлөктәре һәм башҡалар. Рәссамда бында ла ижад ҡомары уяна. Сүплектә һайлап алынған әйберҙәрҙән ҡыҙыҡлы композициялар эшләй.
       - Минең эксперимент яһағым килде. Материал менән эшләп ҡарау ҡыҙыҡтырҙы. Тағы нимәһе уңай тура килде - егеттәр иҫке гаражды таҙартҡанда 50 йыл элекке фотографиялар табып алалар - унда Йылабуға ғибәҙәтханалары, йорттары, урамдары төшөрөлгән. Мин планшеттан һүрәттәрҙе һаҡ ҡына киҫеп алдым да "Ҡыҙыл тәгәрмәс" тигән эш яһаным. Симпозиум шарттары буйынса эштәр Йылабуғала ҡалды.
       - Хәҙер Яр буйы Саллыһында һеҙҙең персональ күргәҙмәгеҙ бара. Унда ниндәй эштәрегеҙҙе ҡуйҙығыҙ?
       - "ВХ, Гоген и не только" экспозицияһына 73 картина инде, шул иҫәптән график ҡатын-ҡыҙҙар портреттары серияһы, ҡайһы бер мифологик һәм дини характерҙағы әҫәрҙәр. Миңә төрлө ҡалаларҙа күргәҙмә үткәреү оҡшай, башҡа тамашасылар уларҙы нисек ҡабул итеүе ҡыҙыҡһындыра.
       - Әле нимә өҫтөндә эшләйһегеҙ?
       - "Сыңғыҙхан" ижади берекмәһендә әле йәки ҡасандыр торған хәҙерге башҡорт рәссамдары әҫәрҙәренең каталогын әҙерләйбеҙ. Сөнки ноябрҙә Мәскәүҙә Рәсәй художество академияһында был эштәрҙең күргәҙмәһе асыла. Был бөгөн берекмәлә торған дүрт рәссамдың ғына түгел, ә беҙҙең тәүге күргәҙмәләребеҙҙә ҡатнашҡан барыһының да экспозицияһы буласаҡ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал