6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Башҡортостан бер тауыштан Владимир Путинды хупланы
17.03.04


       Быйылғы йылдың 14 марты Рәсәй дәүләте тарихында Рәсәй Федерацияһы Президенты һайланған яҡты көн булып яҙылыр, моға йын. Беренсе тапҡыр Рәсәй бер тауыштан тип әйтерлек белгән һ әм ышанған кешеһен президент итеп һайланы.
       Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, һайлауҙа Башҡортостан
       халҡының 89,09 проценты ҡатнашты. Уларҙың 1,11 проценты үҙ тауыштарын Сергей Глазьев өсөн, 0,49 - Малышкин, 0,33 - Миро нов, 1,12 - Хакамада, 3,96 - Харитонов өсөн бирҙе. Һайлаусыл арҙың 0,71 проценты барыһына ла ҡаршы тауыш биргән. 91, 79 п роцент һайлаусылар Владимир Путин яҡлы. Һәм был тағы бер тап ҡыр ул алып барған сәйәсәттең дөрөҫлөгө тураһында һөйләй.
       Башҡортостандың һайлауҙа ҡатнашыусылар һәм Владимир Путинға тауыш биреүселәр һаны буйынса иң алда барған биш рег ион иҫәбенә инеүен дә билдәләп үтергә кәрәк. Мәҫәлән, Силәбе
       өлкәһендә уның өсөн 70,2 процент, Свердловск өлкәһендә - 75 ,9, Татарстан республикаһында - 86,2, Ырымбур өлкәһендә - 5 8,8 процент һайлаусы үҙ тауышын биргән.
       Әйткәндәй, 2000 йылда үткән Президент һайлауҙарында Баш ҡортостан һайлаусыларының 79,56 проценты ҡатнашҡан, уларҙың 60,25 проценты үҙ тауыштарын Путин өсөн биргән. Был да дүрт йыл эсендә Башҡортостанда Владимир Путиндың рейтингы һиҙелер лек күтәрелеүе тураһында һөйләй.
       Һайлаусыларҙың барыһы ла дөйөм "электорат" тигән һүҙ м енән берләштерелһә лә, ысынында иһә уларҙың һәр береһенең үҙ
       фекере, Президенттың ниндәй булырға тейешлеге тураһында ш әхси күҙаллауҙары бар. Шуға күрә Башҡортостанда, Путиндың б ашҡа кандидаттарҙы күпкә артта ҡалдырып еңеүенә ҡарамаҫтан, һайлаусылар президентты һайлауҙа бер төрлө ҡарашта булманыла р. Мәҫәлән, Шаран, Борай, Балтас райондарында һайлаусыларҙың
       99 проценты тауыш биргән. Ағиҙел ҡалаһында - 70,16 процент,
       Нефтекамала - 77,37, Учалыла Путин 79,28 процент тауыш йыйғ ан.
       Ғәҙеллек өсөн шуны әйтергә кәрәк, территориаль һайлау к омиссияларында эшләүселәргә еңелдән тура килмәне. Был юлы де кабрь айындағы һайлауҙарҙа күҙәтелгән көсөргәнешлек булмаһа ла, эш күләме байтаҡ булды. Бынан тыш Башҡортостан Республик аһында барған РФ Президентын һайлауҙар барышын тиҫтәләгән кү ҙәтеүсе ҡарап барҙы бит. Республикала ОБСЕ һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе вәк илдәре эшләне. Шулай уҡ һайлауҙар барышын Швеция, Германия, Словения, АҠШ, Бөйөк Британия, Ирландия, Нидерланд һәм хатта
       Люксембургтан килгән халыҡ - ара вәкилдәр күҙәтте.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал