6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ул Учалыла алтын аҡтарған
16.07.08


       15 йыл тирәһе элек миңә отпускымды Учалы районының "Ҡыҙыл партизан" колхозы ял йортонда үткәрергә тура килде. Унда тәбиғәт матур, саф һауа, урмандар, еләкле яландар. Яҡшы ашаттылар. Әллә ни нәзәкәтле ашамлыҡтар булманы, әлбиттә, әммә бөтә аҙыҡ-түлек яңы ине. Һәр ял итеүсегә икешәр литр ҡымыҙ тейешле булды. Хужалыҡ мөдире, мин урыҫ булғас, был тиклем ҡымыҙҙы эсеп бөтмәҫ, тип өмөтләнгәйне, ләкин өмөтө бушҡа булды...
       Ял итеүселәр күп түгел ине. Ябай, өлкән кешеләр, эшселәр. Шунда мин экскаваторсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Рамазан Муллағәли улы Ниғмәтуллин менән танышып, дуҫлашып киттем. Ул күптән түгел партияның сираттағы съезынан ҡайтҡан, кәйефе күтәренке ине. Үҙенең тормошо хаҡында һөйләне. Ҡайһы бер эпизодтар минең блокнотымда ҡалған.
       Рамазан Ниғмәтуллин 1924 йылдың 16 июлендә Учалы районының Иманғол ауылында тыуған. Крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫһә лә, яңы заман егеткә ауыл хужалығы менән бәйләнмәгән юл һала. 16 йәшендә Рамазан "Башзолото" тресы Учалы руда идаралығының тау цехында забойсы булып эшләй башлай.
       Атаһы менән бергә йәш эшсе шахтаға төшә. Ил өсөн алтын табыуы менән ғорурлана. Тик был ваҡыт тиҙ үтеп китә.
       Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1942 йылдың июлендә комсомолец Рамазан Ниғмәтуллин Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Авиация белгестәре мәктәбенә йүнәлеш ала. Декабрь айында фронтҡа инә. Авиаҡорал буйынса механик, сержант Ниғмәтуллин күп фронттарҙа һуғыша: Сталинград, Көньяҡ, IV Украина, III Белоруссия. Яралана, контузия ала.Әммә һалдат дошман өңөнә тиклем барып етә. Тап ошонда, Көнсығыш Пруссияла, Рамазан Ниғмәтуллинды бәлә һағалаған да инде. Ул хеҙмәтләндергән аэродромға көтөлмәгәндә дошман бомбардировщиктары ябырыла. Алыҫ түгел шартлаған дошман бомбаһынан алты ярсыҡ эләгә уға. Госпиталдәрҙә хәрби врачтар 1950 йылда демобилизацияланғанға тиклем уның һаулығы өсөн көрәшә.
       Уңып бөткән гимнастеркаһына II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, "Сталинградты обороналаған өсөн", "Кенигсбергты алған өсөн" миҙалдары таҡҡан погонһыҙ һалдат тыуған яғына, Учалыға ҡайтып төшә.
       Рамазан Муллағәли улы Учалы руднигына килә. Һуғыштан һуңғы осорҙа бында баҡыр колчеданы рудаһы ятҡылыҡтарын эшкәртеү башланған була. Улар шахта ысулы менән түгел, ә асыҡ ысул менән табыла. Асыш эштәре өсөн яҡшы экскаваторҙар һәм тәжрибәле экскаваторсылар кәрәк була. Рамазан Ниғмәтуллин машинист ярҙамсыһы була, һуңынан, 1954 йылда курстар тамамлап, экскаваторға үҙе идара итә башлай. Карьерҙа эшләй. Йәш, дәртле таусы юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшә. Ниғмәтуллин Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында экскаваторсылар мәктәбенә нигеҙ һалыусы була. Уның эш алымдарын үҙләштергән уҡыусылары барлыҡҡа килә.
       Экскаваторсы Ниғмәтуллиндың уңыш сере - һәр секундтың ҡәҙерен белеүҙә. Ҙур, тәрән карьерҙа бер нисә экскаватор эшләй, улар ҡаҙылған тау тоҡомон самосвалдарға тейәй. Һәр самосвалды тейәүгә билдәле бер ваҡыт бирелә. Ниғмәтуллин минуттарҙы һаҡлай. Ул тейәр алдынан руданы ҡайҙан һәм нисек яҡшыраҡ алыу өсөн урын билдәләп ҡуя. Шуға күрә лә һоҫҡо тештәре өҙлөкһөҙ, артыҡ көсөргәнешһеҙ тау массаһын һоҫоп ала. Самосвал килеп өлгөрмәһә, Рамазан ял итмәй. Ул һуңынан самосвалды тейәүгә ваҡыт аҙыраҡ китһен өсөн тау тоҡомо ҡалдыҡтарын бер урынға өйә. Яңынан эш фронты әҙерләй.
       1966 йылдың 20 майында Р.М. Ниғмәтуллинға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Ул почетлы таусы була.
       "Ҡыҙыл партизан" колхозында ял иткән саҡта Рамазан Муллағәли улы пенсияла ине инде, әммә производствоға өйрәтеү мастеры булып эшләүен дауам итте. Киске һалҡын төшкәс, ветеран ял итеүселәр араһында һуғыш тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Баҡһаң, Көнсығыш Пруссияла ул легендар летчик Муса Гәрәев менән бер аэродромда хеҙмәт иткән икән. Ул үҙ ғаиләһе тураһында ғорурланып һөйләне. Коммуниста Мәскәү, Башҡортостандан делегат булып барған партия съезы сағыу тәьҫораттар ҡалдырған.
       Әйткәндәй, Рамазан Ниғмәтуллин район, айырым алғанда, "Ҡыҙыл партизан" колхозы тарихын яҡшы белә ине. Унан күптәребеҙ яҡташы, комбриг Муса Мортазиндың биографияһынан ҡайһы бер дәлилдәрҙе тәүләп ишеттек. Һуңынан минең аша ул ваҡытта Мортазин тураһында әҫәре өҫтөндә эшләгән башҡорт яҙыусыһы Ғәзим Шафиҡов өсөн документтар, фотографиялар биреп ебәрҙе.
       Р.М. Ниғмәтуллин 2002 йылдың 19 февралендә вафат булды. Уны иҫкә алып, колхоз ял йортонда ял иткән ваҡытты, Учалының хозур тәбиғәтен һәм Рамазан Муллағәли улы кеүек яҡшы кешеләр хаҡында ла иҫкә төшөрәм.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал