6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Педсовет: уҡыу йылын мәшәҡәтһеҙ башлаясаҡбыҙ
16.07.08


       Август. Уҡыусылар өсөн - был йәйге каникулдарҙың һуңғы айы, тимәк, туйғансы күңел асып ҡалырға кәрәк. Ә бына уҡытыусылар һәм башҡа мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн август, моғайын, йылдың иң ҡатмарлы һәм көсөргәнешле айылыр. Тап август айында мәғариф өлкәһендәге иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе - мәғариф буйынса Республика август кәңәшмәһе үткәрелә, унда тотош йылдағы эшкә йомғаҡ яһала һәм яңы уҡыу йылына бурыстар ҡуйыла.
       - Мәғариф буйынса Республика август кәңәшмәһе уҡыу йылына йомғаҡ яһау һәм республика мәғариф системаһын үҫтереү бурыстарын билдәләү маҡсаттарында үткәрелә, - тип һөйләй БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров. - Август педсоветы - ул йыл һайын үткәрелә торған сара. Унда Башҡортостан Республикаһы етәкселеге, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, муниципаль берәмектәр башлыҡтары һәм уларҙың урынбаҫарҙары, мәғариф идаралығы органдары етәкселәре һәм мәғариф учреждениелары вәкилдәре ҡатнаша. Кәңәшмәне үткәреү урындары йыл һайын төрлө. Быйыл кәңәшмә Башҡортостандың өс районында үтәсәк.
       Республика педсоветында ҡатнашыусылар быйыл 16 объектта - 12 яңы төҙөлгән һәм дүрт ремонтланған - булырға планлаштыра. Башлыса, былар мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәни, спорт һәм күңел асыу үҙәктәре.
       - Балаҡатай, Дыуан һәм Мәсетле райондарында белем биреү объекттарын төҙөүгә һәм реконструкциялауға 800 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде, - ти Зиннәт Аллаяров. - Быйыл бөтәһе республикабыҙҙа 1126 миллион һумға 40 белем биреү объекты төҙөлә һәм 18 объекттың проекты эшләнә. Яңы уҡыу йылында Башҡортостанда 3284 урынға иҫәпләнгән 18 яңы мәктәп һәм 654 карауат-урынлыҡ өс интернат асыласаҡ. Өҫтәүенә, һигеҙ мәктәп һәм дүрт балалар баҡсаһы реконструкцияланасаҡ.
       Хәҙер республика педсоветы үтәсәк өс районда әҙерлек йылдам бара: мәғариф объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау тамамлана.
       Балаҡатай районы
       Нөгөш ауылынан башлайыҡ. Бында ауылдың урта ерендә 80 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы мәктәп төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта унда биҙәү эштәре алып барыла. Нөгөш халҡы яңы мәктәптең ауылдың уртаһында урынлашыуына бик шат. Иҫке мәктәп ауыл ситендә булған, һәм икенсе остан балаларға йөрөп уҡыуы бик ауырға тура килгән. Етмәһә, элекке бина бик иҫкергән. Ә яңы кирбес мәктәп бик күркәм буласаҡ. Бында информатика, хеҙмәт кабинеттары һәм үҙ спортзалы буласаҡ.
       Яңы Балаҡатай ауылында 1-се мәктәпте реконструкциялау дауам итә. Эш былтыр октябрҙә башланған һәм хәҙер тамамлау стадияһында. 1 сентябрҙә мәктәп 500-ҙән ашыу баланы ҡабул итәсәк.
       Шулай уҡ Яңы Балаҡатай ауылында "Ҡояш" балалар баҡсаһын капиталь ремонтлау дауам итә. Элек ул 140 балаға иҫәпләнгән булһа, 1 сентябрҙә 200 сабыйҙы ҡабул итеүгә әҙер буласаҡ.
       Билән ауылында яңы заманса социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә.
       Унда 162 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп, клуб, ауыл Советы хакимиәте, китапхана, медпункт һәм спорт залы урынлашасаҡ. Әлеге көндә бинала биҙәү эштәре алып барыла.
       Дыуан районы
       Бында өс ҙур мәғариф объектын асыу республика педсоветына тура килтереләсәк. Мәсәғүт ауылында лицейҙы реконструкциялау тамамлана. Төп бинаға төкәтмә төҙөлгән, унда ике информатика класы һәм 80 балаға иҫәпләнгән башланғыс мәктәп урынлашасаҡ. Лицейҙа бөтәһе 600-ҙән ашыу бала уҡыясаҡ.
       Икенсе объект - Иҫке Хәлил ауылында төҙөлгән яңы социаль- мәҙәни үҙәк. Унда 70 кешегә тамаша залы менән клуб, китапхана һәм фельдшер-акушер пункты буласаҡ.
       Тағы бер социаль-мәҙәни үҙәк Ләмәҙ ауылында төҙөлә. Унда клуб һәм 35 урынлыҡ балалар баҡсаһы урынлашасаҡ.
       Мәсетле районы
       Иң күп мәғариф объекттары бында төҙөлә. Оло Ыҡтамаҡ ауылында 550 уҡыусыға яңы мәктәп төҙөү тамамлана. Шулай уҡ район үҙәгендә 390 уҡыусыға иҫәпләнгән 2-се башҡорт гимназияһы һәм 54 урынлыҡ интернат реконструкциялана.
       Районда 1 сентябргә бер юлы ике социаль-мәҙәни үҙәк асыу планлаштырыла. Уларҙың береһе Һабанаҡ ауылында төҙөлә. Унда 60 уҡыусылыҡ мәктәп, 25 урынлыҡ балалар баҡсаһы, шулай уҡ йөҙ кешегә клуб урын аласаҡ. Хәҙер ҡыҙыл кирбестән һалынған матур ике ҡатлы бинала биҙәү эштәре алып арыла.
       Икенсе социаль-мәҙәни үҙәк Тайыш ауылында ҡалҡып сығасаҡ. Унда 60 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм йөҙ урынлыҡ клуб урынлашасаҡ.
       Әбдрәхим ауылында 60 бала өсөн яңы мәктәп асыласаҡ. Урындағы халыҡ уның тураһында күптән инде хыяллана. Хәҙер был ауылда 73 уҡыусы бала йәшәй бит, һәм иҫке мәктәптә барыһына ла урын етешмәй. Етмәһә, Әбдрәхимдә тыуым кимәле лә күтәрелә.
       - Кәңәшмәлә беҙ иҡтисадты инновацион үҫтереү бурыстарын хәл итеүгә йүнәлтелгән заманса белем биреү моделен формалаштырыу проблемаларын тикшерәсәкбеҙ, белем биреү процесына заманса информацион технологияларҙы индереү тураһында һөйләйәсәкбеҙ, "Башҡортостан" информацион-белем биреү каналы проектының эшен күрһәтәсәкбеҙ, - ти Зиннәт Аллаяров. - Август кәңәшмәһендә уҙған уҡыу йылына ентекле йомғаҡ яһауға һәм алдағы уҡыу йылына иң актуаль һәм мөһим бурыстар ҡуйыуға өлгәшербеҙ, тип ышанабыҙ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал