6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Әй ярынан батыр
15.07.08


       14 июлдә Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Ҡәниф улы Латиповҡа 85 йәш тулды. Ул 1923 йылдың 14 июлендә Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында, матур Әй йылғаһы буйында тыуып үҫкән.
       1937 йылда Ҡотдос Дыуан-Мәсетле ауылында ете класс, ә 1940 йылда педагогия училищеһын тамамлай. Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбендә математиканан уҡыта. Был ваҡыттар йәш уҡытыусының хәтерендә айырыуса яҡшы һаҡлана. Ҡ.Ҡ. Латипов үҙенең "Витязи крылатые" тигән китабында: "Ул заманда беҙ ал-ял белмәй эшләй ҙә, ял итә лә белдек", тип яҙа. Ләкин һауала дары еҫе аңҡый. Ҡотдос Белорет аэроклубына ҡабул итеүҙәрен һорап ғариза яҙа һәм түҙемһеҙләнеп саҡырыу ҡағыҙы көтә. Көтөп ала. Аэроклубта уҡыуын тамамлай.
       Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1941 йылда Латиповты Ҡыҙыл Армияға саҡыралар, Свердловск хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлау мөмкинлеге бирәләр. 1941 йылдың декабрендә ул инде фронтта була. Ҡотдос Волхов, Көнбайыш, II Украина фронттарында һуғыша. Летчик, өлкән летчик, звено командиры, эскадрилья командиры урынбаҫары була.
       Ҡ.Ҡ. Латипов хеҙмәт иткән 187-се гвардия полкының "Хәрби юлы тарихы"нда уның тураһында шулай тиелә:
       "...Орелдан төньяҡтараҡ ҡапыл 12 "Мессершмитт-109" һәм "Фокке-Вульф-190" истребителе хасил була. Беҙҙең штурмовиктар төркөмө, түңәрәк яһап тороп, бер үк ваҡытта танкыларға атакаһын да дауам итеп, ҡыйыу рәүештә һауа һуғышына инә.
       Аяуһыҙ һәм тиңһеҙ алыш башлана, унда Латипов арттан барған звено бер, уның артынан икенсе дошман истребителен бәреп төшөрә. Һуңғы атаканан сыҡҡанда Латиповтың самолетына снаряд эләгә һәм самолет яна башлай. Аэродромға барып етә алмай, летчик нейтраль полосаға ултыра. Быны күреп ҡалып, бер төркөм фашистар уны әсиргә алырға ташлана. Пилот ҡаршылыҡ күрһәтеп, биш фашисты юҡ итә. Шул ваҡыт килеп өлгөргән совет һалдаттары ярҙамында ул һуғыштан еңеүсе булып сыға..."
       "...1945 йылдың апрель айы көндәренең береһендә Латипов командалығындағы туғыҙ штурмовиктан торған төркөм Дунайҙа дошман һалдаттары һәм техникаһы менән баржаларға һөжүм яһай. Фашистарҙың зенит артиллерияһынан туҡтауһыҙ ут яуҙырыуына ҡарамаҫтан, төркөм ҡапыл килеп сығып, аныҡ бомба ташлап һәм пулемет-пушканан атып, дошмандың бер баржаһын батыра һәм икәүһенә зыян килтерә. Атакаларҙың береһе ваҡытында Латиповтың самолеты ҡапыл арҡаһына әйләнә лә ергә яҡынлай башлай. Ергә етер саҡта ғына нормаль хәлгә ҡайтып, ул аҡрынлап түбәнәйеү мөйөшөнән сыға ла осоуын дауам итә.
       Баҡһаң, зенит уты самолетҡа ныҡ ҡына зыян килтергән була. Ҙур ихтыяр көсө һәм оҫталыҡ күрһәтеп, летчик самолетты нормаль хәлгә килтерә, төркөмдө йыйып, юғалтыуһыҙ, уны үҙ аэродромына алып ҡайта һәм ныҡ ҡына зыян күргән самолетты бик оҫта ултырта..."
       Был героик эпизодтарҙы хәрби летчик, Советтар Союзы Геройы, отставкалағы полковник Ҡ.Ҡ. Латипов үҙенең "Витязи крылатые" (1995), "Может ли голубь ястребом стать?" (1999) тигән китаптарында файҙалана ала ине. Файҙаланмай, күрәһең, баҫалҡылыҡтандыр инде.
       "Витязи крылатые" китабы - ул фронт иҫтәлектәре, һуғышта бергә булған иптәштәре тураһында хикәйәләр. Ә үҙе тураһында Ҡотдос Ҡәниф улы унда бер нәмә лә яҙмай. Әйткәндәй, журналистарыбыҙ ҙа Геройҙы үҙ иғтибары менән артыҡ иркәләтмәй. Дөрөҫ, журналист Давид Гальперин Латиповтың тыуған ауылында булып, уның туғандары менән осраша һәм үҙенең "Ыласын" тигән очеркында Ҡотдостоң фронт хаттарын файҙалана.
       Бына улар:
       "Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле атай-әсәйем!
       Һеҙгә үҙемдең ялҡынлы фронт сәләмдәремде ебәреп ҡалам һәм көндәлек тормошоғоҙҙа, эшегеҙҙә иң яҡшы уңыштар теләйем. Оҙаҡ хат яҙа алмауымдың сәбәбе буш ваҡыт аҙ булыуында. Мин һау-сәләмәтмен һәм яҡшы йәшәйем, шуға күрә минең өсөн борсолмағыҙ. Минең ҡайҙа икәнлегемде һәм нимә менән шөғөлләнеүемде үҙегеҙ белеп тораһығыҙ. Барығыҙҙың да ҡулығыҙҙы ҡыҫам. Ҡотдос".
       "Һаумы, ҡәҙерле апайым! Өйҙә эшләргә ҡалыуыңа мин бик шатмын, көнкүреш шарттары яғынан яҡшыраҡ буласаҡ. Һеңлеләреңдең дәрес ҡалдырмауын һәм яҡшы уҡыуын күҙәтеп бар. Нисек тә яҡшыраҡ эшләргә, лайыҡлы, абруйлы хеҙмәткәр булырға бөтә көсөңә тырыш. Әсәйгә әйт, ул ныҡ ҡайғырмаһын, күҙ йәштәре түкмәһен. Ә мин немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар иткәндән һуң, бырыһы өсөн дә шатлыҡлы көндә Еңеү менән ҡайтасаҡмын... Тиҙҙән осрашҡанға тиклем!"
       Ләкин Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн летчик Ҡ.Ҡ. Латиповҡа һуғышырға ла, һуғышырға тура килә әле. Һуғыш аҙағына тиклем ул штурмовигында тағы 134 хәрби осош яһай, 22 танкты, 40 автомашинаны, биш самолетты, дошмандың хәрби техникаһы, ҡорал һәм боеприпастары менән ике тимер юл эшелонын юҡ итә.
       Хәрби батырлыҡтары өсөн 1946 йылдың 16 майында Ҡотдос Ҡәниф улы Латиповҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Һуғыштан һуң ул Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеүен дауам итә, академияла уҡый, полковник званиеһында 1974 йылда запасҡа сыға. Мәскәүҙә йәшәй. Тыуған яғына, Башҡортостанға йыш килеп китә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал