6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Шүлгәнташҡа сәйәхәт
14.07.08


       Күп рәсәйҙәр өсөн бәхетле йәйге өс ай - айырым бер осор. Оҙайлы һалҡын ҡышҡы кистәрҙә үк беҙ йәйгә мөһабәт пландар ҡора башлайбыҙ: туймы ул, капиталь ремонтмы, диңгеҙгә барып ҡайтыумы, туғандарыңа барыу һәм башҡалар. Был йәйҙә миңә отпуск тура килмәгәс, үҙ пландарымды ял көндәре менән генә сикләргә тура килде. Дуҫтарым араһында минең кеүектәр байтаҡ булып сыҡты, һәм беҙ ял көнөн мөмкин тиклем ҡыҙыҡлыраҡ та һәм файҙалы ла итеп үткәрергә ҡарар иттек. Варианттар күп булды, ләкин беҙ республикабыҙҙың Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһенә туҡталдыҡ.
       - Бик шәп идея, был артыҡ алыҫ та түгел, Өфөнән 350 километр, ял көндәрендә әйләнеп ҡайтырға ла мөмкин, - тине арабыҙҙан иң етди һәм яуаплы Айрат.
       - Ысынлап та, боронғо кеше һүрәттәре менән уникаль мәмерйә эргәбеҙҙә генә, ә беҙ бер тапҡыр ҙа унда булғаныбыҙ юҡ. Мин күптән Шүлгәнгә барып ҡайтырға хыялланам, ә ундағы тауҙар, урмандар, йылға - ҡурсаулыҡ зонаһы! Үҙебеҙ менән палатка алайыҡ, усаҡ яғырбыҙ, - тип хыяллана башланы романтик Рәзил.
       - Һәм тәүтормош кешеләре кеүек йәшәрбеҙ, - тип көлдө ҡыҙҙар Рәзилдең тәҡдименә.
       Машиналар менән барырға булдыҡ. Йома көнө кис сәғәт етелә ҡуҙғалырға уйлаһаҡ та, беҙ йыйынғансы туғыҙынсы ярты булып китте һәм иң тығын ваҡытҡа тура килдек - ҡала эсенән сәғәткә яҡын сыҡтыҡ. Юл оҙон һәм ҡатмарлы булыу сәбәпле (Урал тауҙары бит), Айрат ярты юлда ҡуна ҡалырға тәҡдим индерҙе. Һәм беҙ Инйәр ауылынан алыҫ түгел туҡталдыҡ.
       Беҙ барыбыҙ ҙа Шүлгәнгә тәүге тапҡыр барабыҙ, юлда бер ниндәй күрһәткестәр ҙә юҡ, шуға күрә беҙ карта буйынса, тойомлап барҙыҡ.
       - Иң мөһиме, Иҫке Собханғолға барып етергә кәрәк, унан Шүлгәнгә тиклем 50 километр ҡала, берәйһенән һорашырбыҙ, - тине сәфәргә сығыр алдынан уҡ картаға күҙ һалған Айрат.
       Беҙ тап шулай эшләнек тә. Дөрөҫ, кәрәкле юлға сыҡҡансы, Иҫке Собханғол урамдары буйлап бер аҙ йөрөргә тура килде. Ауылды сығыуға асфальт юл бөттө, тауҙар текәрәк, ҡапыл боролоштар тағы ла йышыраҡ осраны.
       Бына беҙ урынға килеп еттек. Беҙҙең алда "Шүлгәнташ" дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. Инер алдынан беҙҙе мөләйем генә һаҡсылар ҡаршы алды, ҡурсаулыҡ территорияһына инеү хаҡы түләүле, бер кешегә - 20 һәм машина өсөн 60 һум.
       Төн үткәреү өсөн уңайлы ғына урын һайлап табып, машиналарҙы шунда ҡалдырҙыҡ та мәмерйәне эҙләп киттек. Кешеләр күп булып йыйылып торған урынға барҙыҡ. Ял итеүселәр араһында ғаиләләре менән килеүселәр күп булыуы шунда уҡ күҙгә ташланды, күбеһе үҙебеҙҙекеләр, Башҡортостандан икән. Ә иң мөһиме, бер нисә туалет яһап ҡуйылған, магазиндар, кафе бар, ҡайҙалыр мунса еҫе сыға - бына һиңә цивилизация!
       Ә бына касса ла! Шунда уҡ әйтеп үтәйем, юлдағы ике музейға инеү менән бергә мәмерйәгә билет хаҡы бер кешегә 105 һум тора, Рәсәйҙән ситтән килгән граждандар өсөн тарифтар юғарыраҡ. Ә Өфөлә беҙгә кемдер, билет 800 һум тора тигәйне. Дөрөҫ түгел! Мәмерйә ябыҡ тиеүҙәре лә ялған хәбәр.
       Мәмерйәгә экскурсиялар ял көндәреһеҙ һәм төшкө ялһыҙ, 20 кешеләп төркөм йыйылыуға ҡарап үткәрелә. Тәүҙә хәүефһеҙлек техникаһы һәм мәмерйәлә үҙеңде тотоу тәртибе буйынса инструктаж үткәрелә.
       Әйткәндәй, Шүлгәнташ - таш быуат заманында туң майға ҡушып иҙелгән ҡыҙыл охра менән төшөрөлгән һүрәттәр һаҡланған Көнсығыш Европа һәм Азиялағы берҙән-бер мәмерйә. Ул Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Был эзбиз, гипс һәм доломит ҡатламдарында барлыҡҡа килгән Көньяҡ Уралдағы иң ҙур мәмерйә. Оҙонлоғо - 2 километрҙан ашыу. Мәмерйәгә инеү урынының киңлеге 40 метрҙан ашыу, бейеклеге - 20 метр.
       Мәмерйә менән йәнәштә Шүлгән йылғаһы аға, ул ҙур булмаған Зәңгәр күл барлыҡҡа килтерә, уның тәрәнлеге урыны менән 80 метрға етә.
       Артабан мәмерйәгә тәжрибәле экскурсовод оҙатыуында барабыҙ. Үҙең менән бәләкәй фонарь алырға мөмкин. Иҫкәртеп әйтеп ҡуяйым, унда биргән фонарҙар бик уңайһыҙ, ҙур һәм ауыр, етмәһә, бик яҡшы яҡтыртмай ҙа, шуға күрә үҙегеҙ менән фонарь алып барһағыҙ, яҡшыраҡ булыр. Мәмерйәгә барғанда күптәр резина итек кейә, бының кәрәге юҡ, тип иҫәпләйем. Унда бысраҡ, әлбиттә, әммә кроссовки менән бик тә уңайлы. Шулай ҙа йылыраҡ кейенеү, бигерәк тә балаларға, зыян итмәҫ - мәмерйәнең эсендә даими температура плюс биш градус.
       Мәмерйәлә күп туристарҙы иң йәлеп иткәне - боронғо кешеләрҙең ҡаяға төшөргән һүрәттәре. Башлыса, былар төрлө билдәләр, мамонт, ат, бизон һәм ниндәйҙер аңлайышһыҙ хайуандар һүрәттәре. Уларҙың күбеһе Һүрәттәр залында һаҡланған, әлеге ваҡытта унда тик ғалимдарға ғына инеү рөхсәт ителә. Ә туристар өсөн мәмерйәнең төп Галереяһында натураль ҙурлыҡтағы макеттар эшләнгән.
       Билдәле булыуынса, Шүлгәнташ мәмерйәһе менән бик күп легендалар, ҡыҙыҡлы риүәйәттәр, әкиәттәр бәйләнгән. Улар араһынан иң популярҙары - "Урал батыр", "Аҡбуҙат", "Ҡара юрға", "Аҡһаҡ ҡола" эпостары. Шүлгән - был боронғо эпостарҙың төп кире персонаждарының береһе.
       Мәмерйәлә фотоға төшөрөү тыйылмай, тик бында дөм-ҡараңғы булыу сәбәпле, төшөрөүе генә ҡыйын, кемдеңдер фонарь менән яҡтыртып тороуы кәрәк.
       Мәмерйәлә беҙ бер сәғәткә яҡын булдыҡ. Бында булыу ваҡыты сикләнмәгән, теләгән тиклем фотоға төшөр, Шүлгән йылғаһына ҡулыңды тығып ултыр йәки тыуған тәбиғәтебеҙҙең илаһи хозурлығына хайран ҡалып кинән әйҙә.
       Ҡурсаулыҡ территорияһында билдәле бер урындарҙа ғына йөрөргә мөмкин. Сөнки бында, айырым һаҡланған территорияла, айыуҙар, бүреләр һәм башҡа ҡырағай хайуандар йөрөй. Бынан тыш, ҡурсаулыҡта үҫемлектәрҙең 800-гә яҡын төрө асыҡланған, уларҙан 118-е бик һирәк ҡалған, айырым һаҡлауға мохтаж категорияларға инә.
       Ахыр килеп, ялдың үҙе тураһында. Бының өсөн территорияла махсус урын бүленгән, унда үрҙә телгә алынған бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Ағиҙел йылғаһында рәхәтләнеп һыу ин, балыҡ тот, кәмәлә йөрө (әгәр үҙең менән килтерһәң), бында һыу шул тиклем таҙа һәм йылы.
       Беҙ бик яҡшы ял иттек, үҙебеҙ теләгәнсә - файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла булды. Ҡайтҡан саҡта аҙаҡтан тағы килеү өсөн тәңкә аҡса ырғыттыҡ! Юлда барғанда тәьҫораттарыбыҙ менән уртаҡлаштыҡ. Баҡһаң, беребеҙ ҙә Шүлгәнде әле үҙебеҙ күргән кеүек итеп күҙ алдына килтермәгән икән.
       Төрлө төҫтәге таҫмалар эленгән теләк ағасы эргәһендә лә туҡталдыҡ, уға, бәхеткә юрап, үҙ таҫмабыҙҙы элдек. Шулай уҡ киләһе ялға пландарыҙҙы ла билдәләнек: республикабыҙҙағы иң ҙур күл - Асылыкүлгә барабыҙ.

Әлфиә Әһлиуллина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал