6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Яҙмышыңды клубта эҙлә
14.07.08


       Дискотекалар, клубтар, кисәләр... Моғайын, йәш, дәртле, шат күңелле кешеләр өсөн иң яратҡан күңел асыу урындарылыр. Сираттағы кисәгә юлланып, һәр беребеҙ үҙ маҡсатын күҙ уңында тота. Берәүҙәр ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышырға хыяллана, икенселәр - эштән йәки уҡыуҙан ял итергә, өсөнсөләр өсөн төнгө бындай йыйылышыуҙар ҡәҙимге ваҡыт үткәреүгә әйләнгән. Әммә төнгө клубтарҙа үҙенең икенсе яртыһын табырға маташыусылар ҙа бар.
       Бына шунда һорау тыуа: төнгө кисәләрҙә үҙ яҙмышыңды осратырға мөмкинме? Бер яҡтан, ни өсөн булмаһын? Клубтарға, башлыса, сағыу, асыҡ, ә иң мөһиме - яңғыҙ кешеләр йөрөй бит, улар менән еңел танышып китергә һәм теләгән бер темаға һөйләшергә мөмкин. Ләкин, икенсе яҡтан, бындай еңел танышлыҡ бик һирәк етди мөнәсәбәткә әйләнеүе ихтимал. Әллә мин хаҡлы түгелменме?
       Баҡһаң, статистика буйынса, төнгө клубтар - төрлө танышыуҙар өсөн иң таралған урындарҙың береһе икән. Йышыраҡ, кисәлә танышып, йәштәр иртәгәһенә үк бер-береһе тураһында оноталар. Шулай ҙа төрлө хәлдәр булғылай.
       Регина, 23 йәш:
       - Әхирәттәрем менән ултырғанда Саша минең эргәмә үҙе килде. Әхирәтем бейергә төшөп китте, мин Саша менән ултырып ҡалдым. Беҙ уның менән таңға хәтлем ултырҙыҡ. Ғәжәп, әммә беҙҙең һөйләшеү өсөн темалар бик күп табылды, беҙ бер-беребеҙгә бик тә тап киләбеҙ. Күреүегеҙсә, беҙ әле лә бергәбеҙ, тиҙҙән туй тураһында уйлаштырабыҙ.
       Владимир, 26 йәш:
       - Элек минең өсөн клуб берҙән-бер күңел асыу урыны була торғайны. Мин һәр ваҡыт унда дуҫтарым менән осраштым, ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныштым. Әлбиттә, ҡыҙҙар менән дә таныштым, ләкин бер ваҡытта ла етди мөнәсәбәттәр тураһында уйланманым, ә өйләнеү тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ләкин Машка минең бөтә тормошомдо үҙгәртте. Ул клубҡа килеп ингәс тә, минең өсөн ул илаһи зат булыуын аңланым. Шулай ҙа тапҡыр барып танышырға ҡыйманым. Ләкин үҙемде ҡулға алып, уның менән бер өҫтәл артына барып ултырҙым. Мин уны бейергә төшөргә саҡырманым, уның үҙенең дә теләмәүе күренеп тора. Беҙ былай ғына һөйләшеп ултырҙыҡ. Нимә тураһында һөйләшеү мөһим түгел ине, тик йәнәш кенә булырға. Иртәгәһенә беҙ Маша менән тағы осраштыҡ, ләкин инде клубта түгел. Беҙ шулай осраша башланыҡ, ә ярты йылдан һуң өйләнештек.
       Эльвира, 25 йәш:
       - Ирем менән мин төнгө клубта кисәлә таныштым. Тураһын әйтәм, төнгө клубтарға йөрөргә мин бигүк яратмайым, ул кистә мине клубҡа әхирәтем көсләп алып барҙы. Унда бер кем менән дә танышырға ла йыйынмай инем, әхирәтем бейегәнсе мин коктейль һатып алып, мөйөшкә барып ултырҙым. Минең эргәгә Марат килде лә бейергә төшөргә тәҡдим итте, мин баш тарттым. Шул саҡ ул минең ҡулымдан етәкләне лә бейергә алып төшөп китте. Күрәһең, уның ныҡышмалығы оҡшағандыр. Кисәнән һуң беҙ айырылышманыҡ. Отпускы ваҡытында бергәләп Испанияға барып ҡайтҡандан һуң өйләнештек.
       Диана, 24 йәш:
       - Төнгө клубта танышыу мөмкинлеге тураһында мин һәр ваҡыт кире фекерҙә инем. Ғөмүмән, таныш булмаған төрлө кешеләр йыйылған кисәлә нисек үҙ кешеңде осратырға мөмкин булыуын аңламаным. Ҡолаҡ тондорғос музыка тауышына нисек кешене аңлайһың әле... Әммә яҙмыш миңә сюрприз бүләк итте - ирем менән мин тап клубта таныштым. Альберт эргәмә килеп ултырҙы ла, һөйләшеп киттек. Ул мине бейергә саҡырҙы. Ә бер-ике сәғәт аралашҡандан һуң беҙ бер-беребеҙ өсөн тыуғаныбыҙҙы аңланыҡ. Хәҙер мин мөғжизәгә ышанам.
       Ирина, 27 йәш:
       - Әгәр бер нисә йыл элек миңә берәйһе, тәү осратҡан егеткә кейәүгә сығаһың, тиһә, мин шарҡылдап көлгән булыр инем. Мин, ғөмүмән, тәү ҡараштан һөйөүгә ышанманым. Ундай хәл әкиәттә генә булалыр, тип уйлай торғайным. Ләкин әкиәт фани донъяла ла була икән. Буласаҡ иремде мин тәүге тапҡыр клубта күрҙем. Ул иң сағыуы ине һәм шундай матур бейей. Күп ҡыҙҙар кеүек үк, мин дә уның менән танышырға хыялландым, ләкин башлап үҙем яҡын барырға батырсылаҡ итмәнем. Ул көндө клубта мин телефонымды юғалттым. Мин киткән арала, кемдер уны сумкамдан алған. Минең шундай кәйефем ҡырылды, ләкин бындай хәлдәр йыш ҡына булғылай. Телефон табыла ҡалһа тип, һаҡсыларға өй телефон номерын ҡалдырҙым. Иртәгәһенә өйгә бер егет шылтыратты ла, минең телефонымды табып алыуы тураһында әйтте һәм осрашырға тәҡдим итте. Мин клубтан тап теге егетте күргәс, ғәжәпләнеүемде белһәгеҙ... Ул миңә телефонымды бирҙе лә китеп барҙы. Ә һуңынан тағы шылтыратты һәм йөрөп килергә саҡырҙы. Ә бер йылдан инде ул миңә тәҡдим яһаны...
       Марсель, 25 йәш:
       - Буласаҡ ҡатыным менән төнгө клубта Изге Валентин көнөндә таныштым. Мин үҙ дуҫтарым, ә ул әхирәттәре менән ине. Беҙ күрше өҫтәлдәр артында ултыра инек, һәм ҡараштарыбыҙ менән осраштыҡ. Шул саҡта мин официант аша уға үҙ телефон номерымды һәм шампан шарабы ебәрҙем. Ул миңә "Рәхмәт" тип SMS ебәрҙе. Ә һуңынан мин уға шылтыратып, шул уҡ клубта осрашырға тәҡдим иттем. Ул бер үҙе килде, беҙ төн буйына бейенек, ә һуңынан инде осраша башланыҡ.
       Эйе, клубта күңел асыу ғына түгел, үҙ мөхәббәтеңде лә табырға мөмкин икән. Әлбиттә, бындай осрашыуҙар беҙ теләгәнсә үк бик йыш һәм һәр кем менән дә булмай. Моғайын, иң мөһиме - яҙмышыңа һәм мөғжизәгә ышаныуҙыр.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал