6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Транспорт

Үҙ күҙҙәре менән күреп хәл иттеләр
14.07.08


       Рәсәй транспорт министры Игорь Левитин, шулай уҡ федераль транспорт, эске эштәр, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлыҡтары вәкилдәре Мәскәүҙән Өфөгә тиклем М-5 "Урал" федераль әһәмиәттәге Мәскәү - Рязань - Пенза - Һамар - Өфө - Силәбе автомобиль юлы буйлап килде. Уларҙың сәфәренең маҡсаты - юлдарҙың торошон тикшереү һәм "2010-2015 йылдарға Рәсәй транспорт системаһын үҫтереү" Федераль маҡсатлы программаһы тарафынан ҡаралған уны комплекслы реконструкциялау буйынса саралар планын эшкәртеү.
       Өфөгә шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Сергей Иванов килде. Конгресс-холда үткән кәңәшмәлә Иванов, Левитин, БР Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй төбәктәре етәкселәре менән бергә трассаның торошон һәм уны камиллаштырыу буйынса сараларҙы тикшерҙе.
       - Был автомобиль трассаһының бөтә "гүзәллектәрен" үҙ башынан үткәреү өсөн был яфалы юл буйлап үтеп, кешеләр бер ни тиклем Радищевтың Петербургтан Мәскәүгә хәтлем сәйәхәтен ҡабатланы, - тине Сергей Иванов. - Был практика аҡланған, тип уйлайым, сөнки үҙ күҙҙәрең менән күреүҙән тәьҫораттар, һәр хәлдә, кабинетта ултырып фекер йөрөтөүҙән бөтөнләй айырыла.
       Иванов, тәьҫораттар яңы саҡта, юл хәҙерге заман талаптарына яуап бирһен өсөн нисек һәм нимәләр эшләргә кәрәклеге хаҡында һөйләшергә тәҡдим итте. Кәңәшмәнең темаһы шулай яңғыраны: "М-5 федераль автомобиль юлының хәҙерге торошо һәм уны үҫтереү перспективалары". Был бөтә Волга буйы һәм Урал өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыу ғына түгел, Европа менән Азияны бәйләүсе Транссиб халыҡ-ара транспорт коридорының мөһим состав өлөшө лә булып тора.
       - Был юл Рәсәй Федерацияһының ун субъекты территорияһы буйынса үтә, уның оҙонлоғо 1848 километр, - тип дауам итте Сергей Борисович. - Беҙгә эшмәкәрлегебеҙҙең бөтә ойоштороу, техник һәм финанс нескәлектәрен ентекле тикшерергә кәрәк. Етмәһә, күптән түгел раҫланған "2010-2015 йылдарға Рәсәй транспорт инфраструктураһын үҫтереү" федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә был автомобиль юлын реконструкциялауға ғына 140 миллиард һум аҡса бүленә. Беҙҙең дөйөм бурыс - дәүләт билдәле бер маҡсатҡа бүлгән был тиклем аҡсаны белеп һәм рациональ файҙаланыу. Финанс проектын төҙөү һәм ойоштороу саралары үткәреү менән бер рәттән техник мәсьәләләрҙе хәл итеүгә лә иғтибар бирергә кәрәк. Сөнки автомобиль юлы - ул тиҫтәләрсә йыл хеҙмәт итергә тейешле бик ҡиммәтле ҡоролма. Шуға күрә перспективалы технологик ҡарарҙарға төп баҫым яһалырға тейеш. Кире осраҡта бер нисә йылдан соҡорҙарҙы ремонтлау менән шөғөлләнеү генә түгел, ә айырым участкаларҙы ҡабаттан реконструкциялауға тағы ҙур аҡса һалырға тура киләсәк.
       Практиканан күренеүенсә, бөтә заманса технологияларҙы файҙаланып, ҙур участкаларҙы маршрутлы ремонтлау ғына иң яҡшы һөҙөмтә бирә. Был эштәр оҙайлы төҙөлөшкә әйләнергә тейеш түгел. Ә оҙайлы төҙөлөш участкалары М-5 трассаһында ла бар. Был турала оноторға ярамай. Юлдың был участкаларына бик етди иғтибар бирергә һәм унда бөтә эштәрҙе кисекмәҫтән тамамларға кәрәк.
       Тағы бер төп аспект - хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың хәһефһеҙлеген һәм уңайлығын тәьмин итеү. Был ярашлы юл буйы инфраструктураһын булдырыуға ла ҡағыла.
       - Беҙҙә әле булһа, юл - ул полотно, тигән ҡараш һаҡлана, - тине Сергей Борисович. - Был дөрөҫ түгел. Юл - ул заправкалар ҙа, медицина ярҙамы пункттары ла, алыҫ араға йөрөүсе водителдәргә уңайлы шарттарҙа ял итеү мөмкинлеге лә. Ә юлдарҙағы хәүефһеҙлектең бөгөнгө торошон ҡот осҡос тип атарға мөмкин. Былтыр был трассала 1600 юл-транспорт һәләкәте булды, 669 кеше һәләк булды, ике меңдән ашыу кеше имгәнде. Беҙ водителдәр үҙ транспорт сараһына уңайлы идара итеү генә түгел, кәрәк саҡта медицина, техник ярҙам да ала алһын өсөн бөтәһен дә эшләргә тейешбеҙ. Юҡһа, алыҫ араға йөрөүселәр беҙҙә тәүлегенә 250 километр юл үтә. Был бит бер ниндәй ҡалыпҡа һыймай.
       Левитин, М-5 бер үк ваҡытта Рәсәй Федерацияһы йөкләмәләрендә нығытылған мөһим халыҡ-ара маршруттар рәте составына инә, тип һөйләне. Был Төньяҡ - Көньяҡ халыҡ-ара транспорт коридоры, Европа автомагистралдәренең Е-37 маршруты, шулай уҡ Евразия иҡтисади берләшмәһенең 234-се транспорт коридоры ла. Ил өсөн юлдың мөһим социаль әһәмиәтен иҫәпкә алып, уны ярашлы торошҡа килтереү өсөн саралар күрелә.
       Игорь Евгеньевич һуңғы ваҡытта нисә километр юл ремонтланыуы, күпмеһе реконструкцияланыуы, күпме юл билдәләре һәм щиттары алмаштырылыуы, ер аҫты үтеү юлдары төҙөлөүе тураһында отчет бирҙе. Ул юлдар параметрының хәрәкәт көсөргәнешлелегенә тап килмәүенә иғтибар йүнәлтте.
       Кәңәшмәлә шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Хәмит Мәүлийәров сығыш яһаны.
       Сергей Иванов, кәмендә ике мең километр оҙонлоғондағы автомобиль юлын реконструкциялау кеүек ҙур проектты уңышлы тормошҡа ашырыу, башлыса, был процеста ҡатнашыусыларҙың барыһының да килешеп эш итеүенә бәйле, тип билдәләне. Ә улар федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар ҙа, территорияһы аша был маршрут үткән Федерация субъекттары ла.
       Конгресс-холда шулай уҡ Федераль һауа транспорты агентлығының күсмә киңәйтелгән коллегияһы ултырышы ла үтте. Һөйләшеүҙең төп темаһы - аэропорттарҙы һәм аэродромдарҙы ил төбәктәре милкенә тапшырыу һәм уларҙың яғыулыҡ-энергетик тәьмин ителеше. Был хаҡта - киләһе сығарылышта.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал