6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Органда уйнау көс һәм камиллыҡ талап итә
11.07.08


       Органда уйнаған ҡатын-ҡыҙ музыкант - хәҙерге тормошта һирәк күренеш түгел икән, баҡһаң, шулай ҙа иҫ киткес. Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Эльвира Хәйретдинова бына 12 йыл инде органда күренекле композиторҙарҙың әҫәрҙәрен башҡара. Ә бит органда уйнау өсөн ярайһы уҡ физик көс һәм сыҙамлылыҡ кәрәк. Сираттағы сығышы алдынан органсы "БАШвестЪ" интернет-гәзите махсус хәбәрсеһенең һорауҙарына яуап бирергә теләп риза булды.
       - Был боронғо музыка ҡоралында уйнау элек-электән ирҙәр өҫтөнлөгө булды. Үҙегеҙҙе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ғәҙәттән тыш һөнәр һайлағанһығыҙ, тип иҫәпләмәйһегеҙме?
       - Ысынлап та, элек ирҙәр генә органсы ине. Ләкин орган донъяуи инструментҡа әйләнгәс тә, ә был Гендель дәүерендә була, шунда уҡ ҡатын-ҡыҙ органсылар барлыҡҡа килә. Беҙҙең заманда органда уйнаусы ҡатын-ҡыҙҙар бик күп, шулай ҙа ирҙәрҙән аҙыраҡ, әлбиттә. Мин органсы булыуым менән үҙемде бик тә бәхетле һанайым. Әйткәндәй, уҙған миҙгелдә Өфөлә үткән халыҡ-ара орган сәнғәте фестивалендә ҡатнашыусылар араһында бер генә ир органсы - Владислав Мортазин ғына булды, ҡалғандары - Мәскәүҙән, Германиянан һәм Өфөнән органсы ҡатын-ҡыҙҙар.
       - Һеҙҙең органға мөрәжәғәт итеүегеҙ нисек килеп сыҡты һуң? Был һеҙҙең шәхси теләгегеҙме әллә педагогтар һеҙҙә шундай һирәк талантты күреп ҡалдымы?
       - Күптән түгел минең уҡытыусым - Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Людмила Ивановна Алексеева мәрхүм булып ҡалды. Мин уйнаған концертта ошо бик һәйбәт педагог хөрмәтенә арнаған әҫәрҙәр яңғырай. Мин тап Людмила Ивановна арҡаһында органсы булып киттем. Бер ваҡыт дәрестә ул миңә, һиңә мотлаҡ органда уйнарға өйрәнергә кәрәк, һин булдыра алаһың, тине. Мин Ҡазан консерваторияһы аспирантураһына уҡырға индем, сөнки беҙҙә орган класы юҡ ине.
       - Һеҙ төрлө композиторҙарҙың әҫәрҙәрен уйнайһығыҙ, ләкин кемгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
       - Иоганн Себастьян Бахка. Уның музыкаһы бик йәнле, кешелекле. Бахтың музыкаһы хаҡында бер төрлө генә әйтеп булмай. Ул төрлө, һәм уның әҫәрҙәре бик күп. Башҡа композиторҙарҙың яҙмалары араһында Бахтың әҫәрҙәре иң ҡатмарлыларҙың береһе булып ҡала. Улар шул тиклем тәрән, композиторҙың ни әйтергә теләгәнен тойорға һәм аңларға кәрәк. Ғүмер буйы уның ижадын өйрәнеп тә, Бахтың әҫәрҙәрен уйнап бөтөрлөк түгел. Профессионал-органсылар аралашҡанда, кем күпме трио-соната (улар бөтәһе алтау) уйнауы менән ҡыҙыҡһына. Әгәр өсәү-дүртәү икән, тимәк, һин оҫтаһың. Уларҙан тыш, мин Бахтың трио-суперын, бер нисә прелюдия, фуга, бик ҡатмарлы концерттарын башҡарам. Шуға ҡарамаҫтан, һәр юлы уның әҫәрҙәрендә ниндәйҙер яңылыҡ табам, улар камиллыҡ һәм артабан камиллашыуҙы талап итә.
       - Гастролдәрҙә йыш булаһығыҙмы?
       - Йыш, тип әйтә алмайым. Быйыл Санкт-Петербургта сығыш яһаным. Сит илдәрҙә бер тапҡыр ҙа булғаным юҡ, Европа органдарында ла әлегә уйнағаным юҡ. Әммә Европаның бөтә күренекле музыканттарынан тиерлек мастер-кластар алдым. Улар мин уҡыған Ҡазанға, орган музыкаһы фестивалдәре үткән Өфөгә килде. Иң уңышлыһы уҙған миҙгел булғандыр, ул саҡта бөтә донъянан данлыҡлы органсылар йыйылғайны.
       Органсының гастролдәр графигы тығыҙ булмауы уның ике игеҙәк малай әсәһе булыуы менән бәйләнгән, уларға күптән түгел алты йәш тулған. Эльвира декрет отпускыһына сыҡмай, эшләүен дауам итә, әммә гастролдәр эшмәкәрлеген туҡтатырға тура килә. Родион менән Роберт уның репетицияларына һәм концерттарына килә. Икеһенең дә тауышы матур, Эльвира быны ауырлы саҡта органда уйнауын дауам итеү менән аңлата.
       - Һеҙҙең ғаиләлә музыканттар бармы?
       - Олатайым баянда оҫта уйнай ине, атайым матур йырлай. Әсәйем дә. Бала саҡтан хәтеремдә, әсәйем йырлаһа миндә, бөтәһе лә яҡшы, донъя матур, тигән ышаныс уяна торғайны. Моғайын, минең балаларым да шуны тоялыр. Минең музыкант булып китеүемә музыка мәктәбендә уҡыған апайҙарым йоғонто яһағандыр. Мин музыканы һәр ваҡыт яраттым. Биш йәшемдә инде фортепианола уйнай торғайным. Бала сағымда уҡ көйҙәр яҙа башланым һәм апайымдан уны уйнауын үтенә торғайным. Ата-әсәйемә, музыка мәктәбендә уҡырға теләйем, тип хәбәр һалғас, әсәйем мине кире дүндерергә маташты, аҙаҡтан ялҡытыуы ихтимал бит, тине. Ләкин шул ваҡытта уҡ мин үҙем өсөн хәл иткәйнем инде.
       - Эльвира, концерт эшмәкәрлегенән тыш, һеҙ Өфө сәнғәт училищеһында ла уҡытаһығыҙ. Нисек барыһына ла өлгөрәһегеҙ һәм көс табаһығыҙ?
       - Һәр минутын иҫәпкә алып, аныҡ көн тәртибе төҙөү арҡаһында. Мин иртә торам, мотлаҡ йүгереп киләм һәм көндөң тәүге яртыһын репетицияларға арнайым. Төштән һуң мин уҡыусылар менән шөғөлләнәм. Улар минең күп түгел, сөнки сифатты иҫәптән өҫтөн күрәм. Мин студенттарҙы боронғо музыка ҡоралдарында - клавесинда һәм органда уйнау оҫталығы нигеҙҙәре менән таныштырам. Минеңсә, төрлө эшмәкәрлек - репетицияларҙы һәм дәрестәрҙе сиратлаштырыу - ул үҙе үк ял. Тураһын әйтәм, уҡытыу теләге балаларым тыуғас ҡына барлыҡҡа килде. Юҡҡа ғына, педагогика - ул гипертрофияланған әсәлек, тип әйтмәйҙәр бит. Башҡарыу оҫталығы һәм педагогика бер-береһен байытыуына ышанам. Башҡаларҙы өйрәтеп, һин үҙең дә өйрәнәһең бит.
       - Нимә хаҡында хыялланаһығыҙ? Яҡын араларҙа нимә планлаштыраһығыҙ?
       - Орган һәм электроорган өсөн концерт ойошторорға. Был бик илаһи килеп сығыр, тип уйлайым. Уҙған миҙгелдә Яр буйы Саллыһынан Илһөйәр Сөләймәнова менән беҙ боронғо уйын ҡоралында дүрт ҡуллап уйнаныҡ. Был көсө һәм ҡеүәте буйынса иҫ киткес тамаша булды, ике органда уйнаған кеүек килеп сыҡты.
       - Эльвира, интервью өсөн рәхмәт. Һеҙгә артабанғы ижади уңыштар теләйбеҙ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал