6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Барығыҙ ҙа юғары уҡыу йортона!
11.07.08


       Инеү имтихандары башланыуға аҙнанан саҡ ҡына кәмерәк ваҡыт ҡалды. Был ҡабул итеү комиссиялары тиҙҙән документтарҙы ҡабул итеүҙе туҡтатасаҡ, тигән һүҙ. Шуға күрә үҙегеҙҙекен тапшырмаған булһағыҙ, ашығығыҙ!
       "БАШвестЪ" буласаҡ һөнәрҙе һайлағанда нисек хаталанмаҫҡа кәрәклеге хаҡында яҙып сыҡҡайны инде. Хәҙер юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү ҡағиҙәләре, шулай уҡ быйыл абитуриенттарҙы көткән инеү һынауҙары тураһында һөйләргә ваҡыт етте.
       Шулай итеп, абитуриенттарҙан ғаризаларҙы ҡабул итеү комиссиялары 15 июлгә тиклем ҡабул итәсәк. Ә инде 17 июлдән БДИ-ның икенсе тулҡыны, шулай уҡ башҡа инеү имтихандары үтәсәк. Улар 31 июлгә тиклем һуҙыласаҡ, август башында һөҙөмтәләрҙе белергә мөмкин буласаҡ.
       - Быйыл инеү имтихандары форматы беҙҙең өсөн яңыса буласаҡ, - тип һөйләй Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин. - Мәктәпте тамамлаусылар һигеҙ предмет буйынса БДИ тапшырғайнылар бит. Тимәк, художество, музыкаль хореографик белем менән бәйле, шулай уҡ ҡабул итеү имтиханы сифатында инша яҙырға йәки тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәнен тапшырырға кәрәк булған специальностарҙан тыш, юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү БДИ һөҙөмтәләре буйынса атҡарыласаҡ. Шуға күрә бөтә ун йыл буйына мәктәптә яҡшы уҡыусылар һәм берҙәм дәүләт имтиханы буйынса юғары балл алыусылар бер ниндәй проблемаһыҙ вузға инә аласаҡ.
       Ысынлап та, быйыл республиканың бөтә 12 дәүләт юғары уҡыу йорто инеү имтихандары сифатында БДИ һөҙөмтәләрен ҡабул итә. Мәҫәлән, БДУ-ға абитуриенттар биология, география, рус, башҡорт һәм инглиз телдәре буйынса инеү имтихандары булған бөтә специальностарға БДИ һөҙөмтәләрен тапшыра ала. ӨДНТУ-ға һәм ӨДАТУ-ға уҡырға инеү өсөн, башлыса, физика, химия, математика һәм рус теле буйынса БДИ һөҙөмтәләре талап ителәсәк.
       Әгәр абитуриенттың ниндәй ҙә булһа сәбәптәр буйынса БДИ һөҙөмтәләре булмаһа, уларға инде вузда дәүләт имтиханы тапшырырға тура киләсәк.
       - Төрлө сәбәптәр менән мәктәптә БДИ-ла ҡатнашмаған кешеләр өсөн БДИ формаһында инеү имтиханы бөтә юғары уҡыу йорттарында бер үк ваҡытта, вуздың ҡабул итеү комиссияһы ҡатнашлығында, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының Дәүләт имтихан комиссияһы тарафынан үткәреләсәк, - ти БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров. - 17 июлдә математика, 21 июлдә - рус теле, 22 июлдә - башҡорт теле, 24 июлдә - биология, 26 июлдә - физика һәм инглиз теле, 28 июлдә география һәм химия буйынса БДИ үткәреләсәк, ә 31 - резерв көнө.
       Йыйнаҡ булығыҙ! Әгәр ғәфү итерлек сәбәпһеҙ инеү имтихандарына килмәһәгеҙ, ҡәнәғәтләнерлек түгел баһа ҡуйыласаҡ. Әммә әгәр имтиханға килмәү сәбәбе ғәфү итерлек булһа һәм һеҙ уны иҫбатлай алһағыҙ, һеҙҙе параллель төркөмдәрҙәге йәки индивидуаль рәүештә имтиханға индерәсәктәр.
       - Инеү имтихандары башланғанға тиклем һәр специальность һәм һәр предмет буйынса һәр вуз инеү һынауҙары һөҙөмтәләрен ыңғай баһалау өсөн кәрәкле балдар иҫәбен билдәләү өсөн үҙ шкалаһын эшкәртә, - ти Зиннәт Аллаяров. - Вуздар шулай уҡ түләүле уҡыу урынына ҡабул итеүҙе ойоштороу тәртибен үҙ аллы билдәләү хоҡуғына эйә.
       Әгәр һеҙ үҙ белемегеҙҙе баһалау менән ҡәнәғәт түгелһегеҙ икән, апелляцияға ғариза яҙып бирә алаһығыҙ. Был осраҡта иң мөһиме - баһағыҙ кәметелеүен иҫбатлай алыу.
       Апелляцияны ҡарағанда һеҙ үҙегеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ. Тик үҙегеҙ менән паспорт һәм имтихан ҡағыҙын алырға онотмағыҙ. Ә әгәр һеҙгә 18 йәш тулмаһа, ата-әсәйегеҙ менән килегеҙ.
       Ә хәҙер иң күңелле өлөшө. Мин һеҙгә юғары уҡыу йортона конкурсһыҙ инеү хоҡуғына эйә булған бәхетлеләр хаҡында һөйләйем. Беренсенән, былар Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүселәр. Быйыл Башҡортостанда улар туғыҙ. Икенсенән, вуз эсендәге олимпиадаларҙа һәм төрлө конкурстарҙа еңеүселәр.
       Шулай уҡ етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар; вузда уҡыу рөхсәт ителгән I һәм II төркөм инвалидтары; I төркөм инвалиды булған атаһы йәки әсәһе генә булған, ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы күләменән кәмерәк булған 20 йәшкә тиклемге граждандар; хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан һәм хәрби часть командирҙары рекомендацияһы нигеҙендә вузға инеүсе граждандар, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар һәм хәрби хәрәкәт инвалидтары льготалы инеү хоҡуғы менән файҙалана ала.
       Әгәр һеҙ мәктәпте миҙалға тамамлаһағыҙ һәм һеҙҙең отличие менән аттестатығыҙ булһа, инеү имтихандары урынына әңгәмәләшеү үтә алаһығыҙ. Әлбиттә, әгәр һеҙ һайлаған вузда бындай мөмкинлек булһа. Әгәр әңгәмәләшеүҙе үтә алмаһағыҙ, ул саҡта ҡалған абитуриенттар менән бергә имтихан тапшырырға тура киләсәк.
       Әйткәндәй, БР Мәғариф министрлығында әйтеүҙәренсә, һәр абитуриенттың вузға инеү мөмкинлеге бар.
       - Бюджет урындары иҫәбе кәмемәне, - ти Раил Әсәҙуллин да. - Аҡсаһыҙ вузға инеп булмай, тип хәбәр һөйләгән балаларҙы аңламайым мин. Етмәһә, быйыл мәктәптәрҙе 33 мең бала тамамланы, ә вуздар 35 меңгә яҡын ҡабул итә ала.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал