6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Погонлы йырсылар
11.07.08


       Өфө милиционеры Айрат Ғәлиуллин хеҙмәттән буш ваҡытында ҡурайҙа уйнай. Милиция капитаны, ул милицияның баш ҡала Патруль-пост хеҙмәте полкында психолог булып эшләй. Институттан алда ул мәҙәниәт техникумының баян класында уҡый. Ә ҡурайҙа уйнарға ул мәктәптә уҡығанында уҡ үҙ аллы өйрәнә. Шул ваҡыттан алып төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, йыш ҡына уларҙы үҙе ойоштороусы була. Тәбиғәт уға һәләтте мул итеп биргән: баянда һәм ҡурайҙа уйнауҙан тыш, ул үҙе көй һәм һүҙҙәр яҙа, шулай уҡ йырлай ҙа. Ғәлиуллин үҙе әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ул милицияның Патруль-пост хеҙмәте полкының гимны өҫтөндә эшләй, әйткәндәй, был Башҡортостан Эске эштәр министрлығының иң йәш подразделениеларының береһе.
       Айрат Ғәлиуллин милиция хеҙмәткәрҙәренең үҙешмәкәрлек конкурстарында даими ҡатнаша. Быйыл, мәҫәлән, уның "Популяр башҡорт көйҙәре темаһына попурри"һын Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең үҙешмәкәрлек ижады фестивале йомғаҡтары буйынса сығарылған дискыға яҙылған композициялар составына индерҙеләр. Иң яҡшы музыкаль номерҙар менән диск өсөнсө йыл рәттән сығарыла. Министрлыҡтың Кадрҙар идаралығы начальнигы Урал Шәмиғолов рәйеслегендәге жюри бөтә республика буйынса ижади һәләтле милиция хеҙмәткәрҙәре араһынан иң һәләтлеләрен һәм уларҙың ғаилә ағзаларын асыҡлаған фестиваль инде туғыҙынсы тапҡырына үткәрелде.
       Дискыны яҙыу Башҡорт дәүләт университетының "АНТ" тауыш яҙыу студияһында ойошторолдо. Йыйынтыҡҡа башҡорт, рус һәм татар телдәрендә иң яҡшы 17 композиция һәм үрҙә телгә алынған инструменталь "Попурри" эләкте.
       Баһалау критерийҙары булып башҡарыу оҫталығы кимәле генә түгел, үҙ һөнәренең иң яҡшы традицияларын пропагандалау ҙа торҙо. Шулай ҙа дискылағы йырҙарҙың күбеһе - мөхәббәт хаҡында.
       Мәҫәлән, Юл-патруль хеҙмәтенең Өфө полкынан Ғәлиуллиндың коллегаһы Илфат Ғәзизов башҡорт телендә "Һине көтәм, мөхәббәтем" йырын башҡарҙы. Шулай уҡ дискыла һеҙ Сибай ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре лейтенант Илфат Рәхмәтуллин башҡарыуында "Ирәндек" йырын да табырһығыҙ. Әйткәндәй, ул быйыл Санкт-Петербургта үткән "Аҡ төндәр шәфҡәте" конкурсында бер юлы өс номинацияла: "Автор-башҡарыусы", "Фольклор" һәм "Башҡарыусы" - сығыш яһап, конкурс дипломанты булды.
       Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса идаралыҡтан майор Юрий Контарев үҙенең "Мечта" тигән йырын башҡарҙы. Дискыға шулай уҡ Стәрлетамаҡ буйынса Эске эштәр идаралығынан полковник Әмир Сәхәүетдиновтың үҙе яҙған "Кавказ" һәм "Весенние напевы" тигән йырҙары ингән.
       Башҡарыусылар араһында ике гүзәл зат вәкиле лә бар: улар финанс-иҡтисад идаралығынан Гөлнара Ғафарова һәм Нефтекама Эске эштәр идаралығынан Анна Рязанцева, шулай уҡ бер коллектив - Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлексәһенән "Казачья" йырын башҡарыусы "Милицейские вихры" вокаль-инструменталь ансамбле бар.
       - Диск 200 дана тираж менән сығарылды һәм шәхси состав менән тәрбиәүи эште ойоштороуҙа файҙаланыу өсөн республиканың эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре араһында таратыла, - тип билдәләне БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Елена Ғәлиева.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал