6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хаттар

Рәзиф Нуриев хаҡында бер нисә йылы һүҙ
17.03.04


       "Социум" бүлегендәге "Хаттар" рубрикаһы уҡыусыларыбыҙ ебә ргән хаттар арҡаһында яңыырып тора. Улар беҙҙең почта йәшниг енә үҙҙәренең туғандарына, яҡындарына ҡотлау "ырғыта", йә п роблемалары менән бүлешә, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә
       аҙ түгел.
       Бөгөн "БАШвестъ" мөхәрририәтенә Ф. У. Вәдүтованан хат кил еп төштө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул үҙе тураһында бер нимә лә яҙм аған, ә бына "бына тигән Кеше, педагог - музыкант" Рәзиф Нур иевҡа арнаған һүҙҙәренән яратыу һәм ихтирам итеү хистәре бөр көлөп тора. Ул Дим районының 3 - сө музыка мәктәбендә баян к ласы дәрестәрен алып бара, СССР - ҙың мәҙәниәт отличнигы, кү п төрлө хөкүмәт наградаларына, грамоталарға лайыҡ.
       7 март көнө Рәзиф Зөлҡәрәм улына 60 йәш тулған, һәм "БАШв естъ" гәзите ысын күңелдән уны юбилейы менән ҡотлай һәм хатт а яҙылған йылы һүҙҙәргә ҡушыла:
       " Рәзиф Зөлҡәрәм улы үҙенең бөтә ғүмерен республиканың йә ш быуынын тәрбиәләүгә бағышланы. Уның уҡыусылары донъя буйла п таралышты һәм ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, намыҫлы хеҙмәт
       итәләр. Башҡорт эстрадаһын биҙәүселәр араһында ла уның тәрб иәләнеүселәре етерлек, уҡытыусыларының Күңел Йылыһын кешелә ргә таратыу менән мәшғүл улар.
       Рәзиф Зөлҡәрәм улының педагогик тәжрибәһе бик бай. Бынан
       тыш ул бик изгелекле кеше, һиҙгер, йәш таланттарҙы шунда уҡ
       күреп ала белә. Ул бер нисә быуын музыканттар һәм ябай, әмм ә яҡшы күңелле кешеләр тәрбиәләне!
       Рәзиф Зөлҡәрәм улының методика буйынса эштәре бик күп. Ул
       халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәрен эшкәртеү менән дә шөғөлләнә.
       Рәзиф Зөлҡәрәм улы бына тигән ғаилә башлығы ла, һөйөклө ҡатыны менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Мин Рәзиф Зөлҡәр әм улының нисек итеп минең ҡыҙым Ынйыны музыкаль мәктәпте та шламаҫҡа өгөтләгәнен бер ваҡытта ла онотмайым. Баян класы бу йынса музыкаль училищены уңышлы тамамлағандан һуң, ҡыҙым хәҙ ер Өфө сәнғәт институтының 4 - се курсында белем ала, йырҙар
       яҙа, үҙе лә йырлай, телевидение һәм радиола сығыштар яһай, гастролдәргә йөрөй. Әгәр уның тормош юлында был изге йәнле у ҡытыусы осрамаһа, бәлки, кем белә, барыһы ла икенсе төрлө бу лыр ине. Беҙҙең ҡыҙыбыҙ - ул Күңел Йылыһын биргән, Бөйөк Мөғ жизә - Музыкаға юл күрһәткән тәүге бала ла, һуңғыһы ла түге л. Был кеше - әлеге ҡаты заманда изгелек өлгөһө, күҙҙәре к үрмәһә лә, ул донъяға һау кешеләр ҙә бирә алмаған йылылыҡ сы ғанағы булып тора. Ошондай баҫалҡы, эшлекле педагогтар хөкүм әт тарафынан да тейешенсә баһаланһын ине. Рәзиф Зөлҡәрәм улы на һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйем!"

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал