6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Марат Вәлишиндың флот тормошо
10.07.08


       "Хөрмәтле Марат Мансур улы! Һеҙ һәр ваҡыт "Варяг" крейсерының иң яҡшы командиры булып ҡаласаҡһығыҙ!!! Һеҙҙе иҫән-һау күреүемә бик шатмын. Һеҙҙең гвардия старшинаһы, икенсе статья фельдшеры Юра Головин".
       "Һеҙҙең етәкселек аҫтында хеҙмәт итеүем менән ғорурланам. Өйрәткәнегеҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн Һеҙгә ҙур рәхмәт. Радик Вәлишин".
       "Һаумы, хөрмәтле Марат! "Минск"иға флот зубрҙарына эләккән, уларға тап килгән, бөтә күңелен биреп хеҙмәт иткән, һуңынан үҙе күпкә ҡеүәтлерәк зубрға әйләнгән бына тигән лейтенантты нисек хәтерләмәйһең инде! 30 йылға яҡын аралашмаһаҡ та, һеҙҙе бер ваҡытта ла онотманым. Анатолий Филимонов.
       Беренсе ранг капитаны Марат Вәлишиндың запасҡа сығыуына 10 йыл ваҡыт үтте, әммә хеҙмәттәштәре менән әле булһа бәйләнешен өҙмәй. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән уға почта аша, шулай уҡ электрон хаттар килә. Уларҙың һәр береһендә - яҡташыбыҙ 27 йыл флотта хеҙмәт итеү осоронда яулаған хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәре, уңыштар һәм изгелектәр теләү.
       Бөгөн Марат Мансур улына 55 йәш тула, һәм беҙ ҙә уны ҡотлайбыҙ. Ул 1953 йылдың 9 июлендә Өфөлә тыуған. 1970 йылда ҡаланың 89-сы мәктәбен тамамлап, П.С. Нахимов исемендәге Черноморск Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһына уҡырға инә. Инженер-электромеханик специальносы алған егетте Төньяҡ флотҡа ебәрәләр, бында ул "Адмирал Исаченков" карабында командир вазифаһында хеҙмәт итә. Һуңыраҡ Маратты "Адмирал Нахимов" карабының төркөм командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Бер аҙҙан инде "Минск" ауыр авианосец крейсерының хәрби часына етәкселек итә. Ә һуңынан "Варяг" карабында хеҙмәт иткән осорон айырыуса күңел йылыһы менән хәтергә ала.
       - "Минск" крейсерында хеҙмәт иткән саҡта 1983 йылда мине Ленинградҡа Хәрби-Диңгеҙ флотының беренсе һәм икенсе ранг карап командирҙары әҙерләй торған 6-сы Юғары махсус офицерҙар класына уҡырға ебәрҙеләр, - тип һөйләй Марат Мансур улы. - Уны тамамлағас, "Варяг"ҡа өлкән ярҙамсы итеп тәғәйенләнеләр.
       1965 йылда һыуға ебәрелгән карап 1904 йылда, рус-япон һуғышы ваҡытында, дошман яулап алыу хәүефе янау менән бәйле, экипаж ҡарары буйынса һыуға батырылған легендар "Варяг" крейсеры хөрмәтенә шулай атала. Вәлишин хеҙмәт иткән "Варяг" - ҡанатлы ракеталар менән тәүге хәрби крейсерҙарҙың береһе. Бындай карапта хеҙмәт итеү сиктән тыш почетлы ла, яуаплы ла була. Ул гвардия исемен йөрөтөүе менән генә лә әһәмиәтле.
       - "Варяг" - Тымыҡ океан флотының беренсе ранг караптары араһында бындай исем йөрөтөүсе берҙән-бер карап, - тип һөйләй Вәлишин. - Икенсе ранг караптары араһында гвардия исемен йөрөтөүселәр булмай. Беҙҙән тыш, Владивостокта ракета катерҙарының гвардия бригадаһы, шулай уҡ авиация часы бар ине.
       Ике йыл хеҙмәт иткәс, 1986 йылда Вәлишинға СССР оборона министры приказы менән ваҡытынан алда икенсе ранг гвардия капитаны хәрби званиеһы бирелә, һәм ул командир итеп ҡуйыла. Ул ваҡытҡа карапҡа 20 йылдан ашыу булыуға ҡарамаҫтан (иң күбе 25 йыл хеҙмәт итергә тейеш), яҡташыбыҙ етәкселек иткән "Варяг" һәр ваҡыт тулы хәрби әҙерлектә була. Ә бының сәбәбе караптағы ғәҙәттән тыш ваҡиғаға ҡайтып ҡала.
       - Бер ваҡыт шулай миңә флоттың штаб начальнигы вице-адмирал Калабин шылтырата, - тип һөйләй Вәлишин. - Мин аптырап ҡалдым, штаб начальнигы менән карап командиры - бөтөнләй төрлө кимәлдәр бит. Ул миңә шылтыратып, һинең карабыңда механик Смолянников бармы, тип һорай. Бар, тием, миндә партия бюроһы секретары - Смолянников Сергей Алексеевич. Калабин Севастополдән самолетта осоп килеүе, ә был самолетҡа беҙҙең крейсерҙың төп агрегаты өсөн яр буйы ЗИП-ы (запас инструменттар һәм кәрәк-яраҡтар) тейәлгән, шул механик килеп, уны алһын, тип хәбәр һалды. Мин һүҙ ни тураһында барыуын аңлап етмәйем. Смолянниковты үҙемә саҡырттым, ул атаһына шылтыратып, ремонт менән ярҙам итеүен үтенеүе тураһында әйтте. Ә бөтәһе лә йыйылыштан башланды, унда караптың хәрби һәләтен нығытыуҙа партия ойошмаһының роле тикшерелгәйне. Күп кешеләр сығыш яһаны, алдан уҡ ҡарар әҙерләп ҡуйылды. Бына шул ваҡыт ҡапыл 5-се хәрби часть командиры өсөнсө ранг гвардия капитаны Лотхов Борис Александрович һүҙ алды. Тороп баҫты ла, партбюро секретарына мөрәжәғәт итеп, бына һеҙ барыһы тураһында ла шыма ғына һөйләп сыҡтығыҙ, ә минең бит иртәгә диңгеҙгә сығырға теге юҡ, был юҡ тип, механизмдарҙы һанап сыҡты, төп агрегат өсөн тәғәйен яр буйы ЗИП-ы кәрәк, тине. Һөйләшеүҙе туҡтатып, ҡарар ҡабул иттек тә таралыштыҡ. Ә Смолянниковтың атаһы был ваҡытта партияның Севастополь ҡала комитетының беренсе секретары, Украина Компартияһының Үҙәк Комитеты ағзаһы, уҙған быуаттың 80-се йылдарында ҙур хөрмәткә лайыҡ кеше була. Ул Ҡара диңгеҙ флоты командующийы адмирал Калинин менән бер йортта, бер майҙансыҡта йәшәгән. Улар, тәбиғи, бер-береһенә инеп-сығып, аралашып йәшәй. Ул адмиралға, улым Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, уларға 58-се проект ракета крейсерына ЗИП кәрәк, тип мөрәжәғәт итә лә. Ә ундай караптар ул саҡта дүртәү генә була: икәү Тымыҡ океан флотында һәм икәү Ҡара диңгеҙ флотында. Ул ваҡытҡа инде караптарға 20 йылдан ашҡан була, һәм заводтарҙа улар өсөн ЗИП сығармайҙар. Һөҙөмтәлә Сережа Смолянниковтың үтенесе буйынса Ҡара диңгеҙ флоты караптары өсөн тәғәйенләнгән ЗИП-ты командующий дуҫлыҡ билдәһе итеп беҙгә ебәрә. Бөтә запчастарҙы беҙҙең 5-се хәрби часть командиры йыйып ҡуя һәм кәрәк булыуға ҡарап ҡына файҙалана. Шулай итеп, карап даими хәрби әҙерлектә була һәм ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй.
       Етмәһә, "Варяг" ул йылдарҙа үҙ оркестры һәм вокаль- инструменталь ансамбле булған берҙән-бер крейсер була. Матростар йыш ҡына концерттар менән сығыш яһай: костюмдарҙы ҡул аҫтындағы материалдарҙан тегәләр, үҙҙәре бейеүҙәр һалалар, сәхнә күренештәре уйлап сығаралар.
       Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре Вәлишин матростарға карап менән үҙ аллы етәкселек итеү мөмкинлеге биреп, үҙ бурыстарын уларға "йөкмәтә". Ул үҙ егеттәренә таяна ала, һәм егеттәр үҙ сиратында бер ваҡытта ла командирҙарын ауыр хәлгә ҡалдырмай.
       Карап менән оҫта командалыҡ иткәне өсөн Марат Мансур улы "СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткән өсөн" ордены менән наградлана һәм А.А. Гречко исемендәге Хәрби- диңгеҙ академияһына уҡырға ебәрелә, уны отличие менән тамамлай. Бынан һуң Вәлишинды "Новороссийск" ауыр авианосец крейсеры командиры итеп тәғәйенләйҙәр, уға 1990 йылдан алып 1994 йылға тиклем етәкселек итә. Һуңынан, беренсе ранг капитаны булараҡ, дүрт йылдан ашыу ойоштороу- мобилизация бүлеге начальнигы - Тымыҡ океан флоты Приморье флотилияһының штаб начальнигы урынбаҫары булып хеҙмәт итә. 1988 йылда запасҡа сығарыла. Хәрби бурысын өлгөлө үтәгәне һәм караптар менән оҫта командалыҡ иткәне өсөн Вәлишин "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн", III дәрәжә "СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн" ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.
       Бөгөн Марат Мансур улы Өфөлә йәшәй һәм БР Хөкүмәте Аппаратында эшләй. Эш менән мәшғүл булыуына ҡарамаҫтан, ул моряктар менән аралашыу өсөн һәр ваҡыт мөмкинлек таба һәм "Башҡортостан Республикаһының диңгеҙ йыйылышы" йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал