6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль яҡлау

Бала етем үҫергә тейеш түгел
09.07.08


       "Ҡала Советы" туҡталышы районындағы тоннель буйлап ҡыҙым менән үтеп барғанда хәйер һорап торған бәләкәй малай тап булды. Йөрәгем терт итеп ҡалды. Уға 10 һум аҡса һондом. Ә эстән генә: "Ни өсөн хәҙерге цивилизациялы донъяла ташланған балалар әле булһа аҙым һайын?!" тип әсенеп уйланым.
       Йыл һайын Өфөлә яҡынса 13 мең бала тыуа, 600-ләп сабыйҙан әсәләре бала табыу йортонда уҡ баш тарта. Бөгөнгө көндә баш ҡалалағы 216 мең баланың дүрт меңе - етем балалар, 1809 бала опекаға алынған, 230-ы - аҫрауға алған ғаиләләрҙә, 451 сабый - балалар йорттарында, шуларҙан 141-е - патронат тәрбиәлә. Был статистика һандары артына, ҡағиҙә булараҡ, беҙ, тулы ғаиләләрҙән балалар, күҙ алдына ла килтерә алмаған әрнеү йәшеренгән. Ата-әсәһе тере булып та, балалар интернат тибындағы учреждениеларҙа аҫыралған социаль етемлек - бөтә илдең сикһеҙ ҙур проблемаһы.
       2006 йылда Өфө хакимиәтендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙың яҙмышын ҡороу менән шөғөлләнеүсе опека һәм попечителлек буйынса идаралыҡ ойошторолғайны. Яңы хеҙмәт белгестәре аҫрауға алыусы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән бер нисә маҡсатлы программа эшкәртте. Идаралыҡ үҙ эшенә яңы стандарттар индереү менән яңы кимәлгә күсте. Рәсәй төбәктәренең тәжрибәһен өйрәнеп, хеҙмәт белгестәре яҡшы ғына һөҙөмтәләргә өлгәште.
       Һуңғы йыл ярым эсендә уллыҡҡа алынған балалар дүрт тапҡырға артты. Етем балаларҙы урынлаштырыуҙың өҫтөнлөклө формалары булып элеккесә ғаиләләр тора, тип билдәләне идаралыҡ етәксеһе Милана Скоробогатова. Бөгөнгө көнгә балаларҙы алыуға сират тора. 207 ғаилә уллыҡҡа бала алырға теләй. Бер ҡараһаң, барыһы ла ябай кеүек - һәр береһенә берәр бала тарат та сыҡ. Ләкин фажиғә килеп сыҡмаһын һәм аҫрауға алыусы ғаиләләр малай йәки ҡыҙҙы кире балалар йортона килтермәһен өсөн (ә бындай хәлдәр булғылай икән), һәр уллыҡҡа алыусы менән индивидуаль эш үткәрелә. Тәрбиәселәр һәм психологтар потенциаль ата-әсәләр менән консультациялар, тренингтар үткәреү генә түгел, баланың үҙен дә ғаиләләге тормошҡа әҙерләйҙәр.
       Былтыр 183 бала әсәйле һәм атайлы булды. Улар араһында үҫмерҙәр ҙә байтаҡ. Ғаиләгә, ғәҙәттә, дүрт йәшкә тиклемге бәләкәй баланы алырға теләүҙәре бер кемгә лә сер түгел бит. Дүрт ғаиләлә ата-әсәләр балаларҙан баш тартырға мәжбүр булды, ләкин ҡабул итә алмаған өсөн түгел, ә ғаиләләр фажиғәгә тарыны. Береһендә атай кеше үлеп ҡалды, икенсеһендә үҙ балалары һәләк булды. Ләкин был сабыйҙарҙың береһе лә кире балалар йортона әйләнеп ҡайтманы, улар башҡа ғаиләләргә урынлаштырылды.
       - Идаралыҡ ысынлап та күп эштәр башҡара. Баланы яңы ата-әсәһе етемдәр йортонан алып киткәс тә, социаль хеҙмәткәрҙәр, педагогтар һәм психологтар улар менән бәйләнеште өҙмәй. Улар өсөн ғаиләлә һөйөү, күңел йылыһы, наҙ булыу мөһим. Хеҙмәт өсөн "элекке тәрбиәләнеүселәр" тигән төшөнсә юҡ. Балалар йортонан сыҡҡандарҙы ярҙамдан ташламайҙар. Уҡыу йортона инеү өсөн документтар йыйырға, эшкә урынлашырға, квадрат метрҙар менән проблеманы хәл итергә ярҙам итәләр. Торлаҡ алырға ғына түгел, ә унда лайыҡлы йәшәргә өйрәтергә, - тип айырып билдәләне Милана Марат ҡыҙы.
       Бынан тыш, бала табыу йортонда яңы тыуған сабыйҙарынан баш тартҡан йәш әсәләр менән эшләү буйынса яңы методика индерелде. Йыл башынан алып 48 процент осраҡтарҙа ғаиләне һаҡлап ҡала алдылар.
       Әлбиттә, проблемалар ҙа бар. Ләкин йәмғиәт үҙгәрә... Етемлекте еңеү кеүек ҡатмарлы процеста һығымта яһау бик еңелдән түгел. Әммә Ғаиләгә социаль ярҙам йылында етем балаларыбыҙ ғаилә табыуы - һис шикһеҙ, ыңғай тенденция.

Эльмира Сабирова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал