6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Монументаль образдар оҫтаһы
09.07.08


       1972 йылдың 8 июлендә Өфөгә совет скульпторы, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Лев Ефимович Кербель (1917-1985) килә. Был ваҡытҡа инде ул Мәскәүҙә Карл Маркс һәйкәлен ижад иткән өсөн Ленин премияһы лауреаты була. Шуға күрә лә танылған скульптор менән осрашыуҙа бик күп өфөләр ҡатнаша. Башҡортостанда һәйкәлдәр төҙөү буйынса үҙ пландары хаҡында Кербель бик һаран ғына һөйләй. Нисек скульптор булып киттең, тигән һорауға ентекле яуап бирә.
       - Әүәләп ниҙер яһау менән уҡыусы саҡтан уҡ шөғөлләндем. Билдәле скульптор Ватагин менән осрашыу хәл иткес роль уйнаны. Яңы быуынға ул саҡта бөтә юлдар асыҡ ине. Бынан тыш, 30-сы йылдарҙа балалар һәм йәштәр йәмәғәт эше менән дә ысын күңелдән һәм мауығып шөғөлләнде. Смоленск уҡыусыһына Крупская менән танышыу насип була. Тап ул мине Ленинград художество академияһына уҡырға ебәрә лә инде. Һуңыраҡ "монументаль" бүлексәне баш ҡалаға күсерәләр, шул ваҡыттан алып мин мәскәүле.
       Һуғыш башланыу менән үҙем теләп ополчениеға киттем. Контузия алып, госпиталдә ятып сыҡҡандан һуң, профессионалға әйләндем, тип әйтергә мөмкин: Төньяҡ флотта хәрби рәссам вазифаһында караптарҙы төшөрҙөм (шулай уҡ походтарға ла йөрөнөм), скульптура менән унда-бында ғына шөғөлләндем. Һуңынан, 1942 йылдың аҙағында флот командующийы, минең эштәремә иғтибар итеп, герой-фронтовиктарҙы мәңгеләштерергә ҡарар итте. Шул ваҡыттан алып минең һөнәрем - скульптура ғына. Ваҡыт үтеү менән танылыу ҙа килде.
       Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының береһенең портреты дәүләт кимәлендәге эҙемтәгә килтерҙе, тип әйтә алам. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Б. Сафоновтың скульптура портретын И.В. Сталин күреп ҡалған да "ундайҙарға тере сағында уҡ һәйкәл ҡуйырға кәрәк!" тип әйткән, тинеләр. Һуңыраҡ СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән, ике тапҡыр Геройҙарға тыуған яғында бюст ҡуйырға, тигән тәртип индерелде. Ә 1945 йылда мине Советтар Союзы Маршалы Г.К. Жуков Берлинды штурмлау геройҙарына һәм Зеелово бейеклегендәге герой-танкистарға тәүге Еңеү һәйкәлдәрен ҡуйыу өсөн саҡыртып алды.
       Суриково институтын мин 1948 йылда уҡ тамамланым. Диплом эшем ике өлөштән торҙо: Төньяҡ диңгеҙ флоты геройҙары һәм хеҙмәт резервтары. Ә институтты тамамлағас, скульптор хеҙмәтем башланды. Минең хеҙмәтем һөҙөмтәләрен Союздың төрлө ҡалаларында һәм сит илдәрҙә күрергә мөмкин.
       Лев Кербель килгәнгә тиклем Башҡортостанда, дөрөҫөрәге, Өфөлә уның берҙән-бер - 1963 йылдың ноябрендә асылған Карл Маркс (шул уҡ исемдәге урамда) һәйкәле генә була. Был тиражланған бюст була, бәлки, уның тураһында скульптор үҙе белмәгәндер ҙә.
       Ләкин 1978 йылда уҡ Л.Е. Кербель өфөләрҙе шатландыра. 18 сентябрҙә майҙанда башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафуриға һәйкәл асыла. Скульптор портрет оҡшашлығын ғына биреү түгел, ә ҙур һүҙ оҫтаһының эске кисерештәрен дә сағылдыра алған.
       Был һәйкәл өсөн Лев Ефимович Кербелгә һәм архитектор Лев Васильевич Хихлухаға Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә.
       Танылған скульпторға беҙҙең тыуған яғыбыҙ оҡшай.
       - Мин Башҡортостанға беренсе тапҡыр килгәнемдә Мәжит Ғафури һәйкәлен эшләй башланым, - тип һөйләне Лев Ефимович. - Өфө мине башта ғәжәйеп матур ерҙә урынлашыуы, йылғалары, яңы аҡ ташлы биҫтәләре менән хайран итте, ә һуңынан инде ҙур масштабтағы сәнәғәте, мәҙәниәте һәм сәнғәтенең сәскә атыуы һоҡландырҙы. Уның иҫ киткес мәҙәниәт һарайҙарын, парктарын һоҡланып һарап йөрөгәндән һуң был яҡты һәм йәшел ҡаланы - Совет Башҡортостаны баш ҡалаһын минең эштәрем дә биҙәүен теләнем...
       Һәм башҡорт ерендә Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға яңы монументаль һәйкәл барлыҡҡа килә. 1980 йылдың 8 майында уны асыу тураһында бөтә совет иленә билдәле була. Сөнки экрандарға Ленинградта ижад ителгән "Скульптор Лев Кербель" документаль фильмы сыға. Был фильм А.Матросовҡа һәм М.Ғөбәйҙуллинға һәйкәл асыу тантанаһын күрһәтеү менән асыла. Скульпторҙың инде был Тыуған илде һаҡлаусылар хөрмәтенә 16-сы монументы була.
       Был монументты беҙҙең һәр беребеҙ хәтерләй. 200 метрлыҡ пилонда Матросов менән Ғөбәйҙуллиндың бронза скульптура портреттары нығытылған, ә иң өҫтә - Алтын Йондоҙ һынланышы. Пилондың нигеҙендә - һалдат фигураһы. Уның арҡаһынан өҫкә күтелгән плащ-палаткаһы - һуғыш ялҡыны, уты кеүек.
       Монумент бөтә яҡтан да һәйбәт. Ләкин күп кенә һуғыш ветерандары, тыуған яҡты өйрәнеүсе тарихсылар данлыҡлы скульптор Кербелгә совет һалдаты Александр Матросовты тубыҡландырып ҡуйыуын кисерә алмай. Беҙҙең һалдаттар бер ваҡытта ла теҙләнмәгән.
       Һәр ижад кешеһе кеүек үк, Л.Е. Кербель дә үҙ ҡулдары менән яһаған эшенән һирәк ҡәнәғәт ҡала. Һуңғы тапҡыр Өфөгә килгәнендә ул филармония залдарын, матур люстраларҙы күреп һоҡланды. Интернациональ дуҫлыҡ музейына (Өфөлә шундай музей бар ине) үҙенең ҡайһы бер эштәрен тапшырырға вәғәҙә итте.
       Лев Ефимович Кербель Владимир Ильич Ленинға бына тигән монументаль һәйкәлдәрҙең авторы булып ҡала. Быға һеҙ 1982 йылдың 7 октябрендә асылған Асҡарҙағы (Әбйәлил районы) Ленин һәйкәлен күреп тә инана алаһығыҙ.
       Хәҙер инде онотола яҙған бөйөк совет скульпторы Кербель 1985 йылда вафат була. Элек уны маҡтай торғайнылар, хәҙер ул тиклем түгел. Ләкин Мәжит Ғафури һәйкәле, Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин мемориалы эргәһенән уҙып барғанда ете йәшлек сабый атаһынан:
       - Ә был һәйкәлдәрҙең авторы кем? - тип һорауы ихтимал бит.
       Атай кеше, бәлки, өндәшмәй ҡалыр. Ә беҙ әйтәйек:
       - СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Лев Ефимович Кербель.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал