6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Яңы китаптар

699 + Марсель Сәлимов
09.07.08


       Мәскәүҙә "Кто есть кто. Русское издание" (Who's Who. Russian Edition) тигән үҙенсәлекле биографик-ииновацион белешмә донъя күрҙе. Рәсәй Фәндәр академияһы һәм "Рус интеллектуаль проекттары" клубы етәкселегендә сыҡҡан был китапҡа дөйөм Рәсәй һәм донъя кимәлендә билдәле 700 танылған шәхес ингән, шулар иҫәбендә беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа бар. "Кто есть кто. Русское издание" (N11) белешмәһе редакторы Виктор Никеровтың үтенесенә яуап биргән бәхетлеләр "Тарихҡа килеп ҡабыуға ҡарағанда, эләгеү яҡшыраҡ" тигән ирониялы әйтемгә таянғандыр, тип уйлайым, һәм улар хаҡлы ла . Кемдәр һуң улар? Яҡташыбыҙ, "Һәнәк" журналының баш мөхәррире, танылған яҙыусы-сатирик Марсель Шәйнур улы Сәлимов кемдәр менән күршеләш һуң? "Who's Who" белешмәһенең дөйөм "ҡыйығы" аҫтына беҙҙең фән, әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәренән тыш, сит илдәрҙән данлыҡлы кешеләр ҙә теләп ингән, әммә беҙ Рәсәй патриоттары булараҡ, үҙебеҙҙең ватандаштарыбыҙҙың исемдәре менән сикләнәйек. Шулай итеп, әҫәрҙәре донъяның 40-лап теленә тәржемә ителгән Сәлимовтың "китап фатиры" буйынса күршеләре булып космонавт Алексей Леонов, сәйәсмәндәр Владимир Путин, Геннадий Зюганов, Аман Тулеев һәм Михаил Горбачев, рәссамдар Илья Глазунов һәм Никас Сафронов, билдәле скульптор Зураб Церетели, сағыу телетапшырыуҙар алып барыусы Николай Дроздов һәм Алексей Пушков, яҙыусы-прозаик, "Завтра" гәзитенең баш мөхәррире Александр Проханов, йырсы һәм сәйәсмән Иосиф Кобзон, балерина Анастасия Волочкова тора.
       Геройҙарҙың һәр береһе, тейешле анкета графаларын тултырыуҙан тыш, үҙҙәренә хас айырым бер сифаттарҙы ла күрһәткән. Беҙҙең Мар Сәлим (Дуҫлыҡ ордены кавалеры Марсель Сәлимовтың әҙәби псевдонимы) нимәләрҙе айырып күрһәткән һуң? Бөтә кире күренештәргә оппозицияла ҡалыу, шулай уҡ төнөн китап яҙыу, диванда ҡырын ятып шиғыр яҙыу. Минеңсә, насар түгел, эйеме?! Шундай вайымлы ижадсылар күберәк булһын ине!
       Марсель Сәлимов киләсәктә юмористар тураһында тотош бер сатирик роман яҙырға планлаштыра, ул уны ҡояшҡа тағы ла нығыраҡ яҡынайтыр, бер үк ваҡытта Өфөбөҙҙө лә, Башҡортостанды ла данлар, тип ышанам. Белешмәнең үҙенә килгәндә, уның менән Европаның һәм донъяның иң ҙур китапханаларында йәки интернет биттәрендә танышырға мөмкин.

Фирҙәүес Йыһаншин.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал