6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Сәйлән зебралар
08.07.08


       Гөлсинә Сабир ҡыҙы тырышлыҡ, етди иғтибар һәм сабырлыҡ талап иткән эштән ҡурҡмай. Көндөҙ ул бухгалтер булып эшләй, ә кистәрен өй эштәрен бөтөргәс, сәйлән менән сигеү сигә. Оҫта үҙе әйтеүенсә, яратҡан эшенә ул йылдар буйына килгән. Башҡорт дәүләт педагогия университетының (хәҙерге Аҡмулла исемендәге) художество-графика факультетын тамамлағас, мәктәптә уҡыта, һуңынан һөнәрен алмаштыра. Ләкин ижади һәләт, ниҙер уйлап сығарыу теләге бер ҡасан да юғалмай икән. Гөлсинә Сабир ҡыҙы бигерәк тә үҙ ғаилә ояһын ҡорғас, интерьерҙа хужалар ҡулдары менән яһалған элементтар булырға тейеш, тип уйлай һәм йортто үҙ картиналары менән биҙәргә ҡарар итә. Ләкин ул таныш материалдар - киндер һәм буяуҙарға әйләнеп ҡайтмай, ә ниндәйҙер яңы нәмәне һынап ҡарарға теләй. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ, тигәндәй, шул уҡ көндө магазиндан ижад өсөн кәрәкле бөтә нәмәләрҙе - канва, ептәр, энәләр һәм иң мөһиме - төрлө төҫтәге ваҡ ҡына сәйләндәр һатып ала.
       - Тәүге көндө төнгө сәғәт өскә тиклем маташтым, - тип хәтерләй Гөлсинә Зөфәр ҡыҙы. - Бөтә бармаҡтарымды сәнсеп бөттөм, әммә өскә өс сантиметр ҙурлығындағы квадрат сигеп ҡуйҙым.
       Ә бит ул төҫлө ептәр менән элек тә сигенгән була. Әсәһе - танылған ҡул эше оҫтаһы ҡыҙына үҙ оҫталығының бөтә серҙәрен өйрәткән. Һуңыраҡ, вузда уҡығанда, Гөлсинә Зөфәр ҡыҙы декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең башҡа жанрҙарын да үҙләштерә.
       - Сәйләндән картиналар ижад итеүҙә мин үҙемде башлап юл ярыусы итеп тоям, - ти героинябыҙ. - Был техникала эшләгән, миңә кәңәше менән ярҙам итерҙәй бер кемде лә белмәнем. Барыһына ла һынап ҡарау, хаталаныуҙар юлы менән өйрәндем. Гәзит киоскыһында йәки китапханала сәйлән менән сигеү тураһында журнал тапһам, минең өсөн ҙур уңыш булды. Бөртөкләп мәғлүмәт йыйҙым. Һөҙөмтәлә тәүге йылда бер эш башҡарып сыҡтым. Икенсе йылына инде - өсәү.
       Шулай, эш китте. Хәҙер инде бер картина сигеүгә Гөлсинә Зөфәр ҡыҙына, көн һайын кәмендә өсәр сәғәт эшләгәндә, ай ярым ваҡыт талап ителә. Бөгөн оҫтабикәнең ижад эштәре үҙенең йортон ғына түгел, әхирәт һәм дуҫтарының да фатирҙарын биҙәй. Уның яратҡан темаһы - сәскәләр. Ете йыл эсендә ул сәйләндән тиҫтәләгән картиналар сигегән.
       Бөгөн бөтә был матурлыҡты үҙ күҙҙәрең менән күреү өсөн оҫтаға ҡунаҡҡа барыу мотлаҡ түгел. Рәссамдың эштәре менән "Урал" халыҡ сәнғәте галереяһында асылған күргәҙмәлә танышырға мөмкин. Гөлсинә Зөфәр ҡыҙы әйтеүенсә, уның тәүге картиналары бик ябай. Һуңғы эштәрендә күләм күренә. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, ул төрлө төҫтәге полотноларҙан башлай - сағыу сәйләндәр менән пейзаждар һәм натюрморттар сигә. Эштә күп төҫтәр файҙаланылыуға ҡарамаҫтан, бындай полотнолар әҙерләүҙе Гөлсинә Зөфәр ҡыҙы бик ҡатмарлы тип иҫәпләмәй. Киләһе аҙым булып ҡара-аҡ һәм күк-аҡ палитраларҙы үҙләштереү тора.
       - Классик тондарҙа башҡарылған эштәр бик стилле күренә һәм һәр интерьерға ла килешә, - ти оҫта.
       Экспозицияла ҡара-аҡ гаммала сигелгән бер картина ғына - форматы буйынса ҙур булмаған "Зебралар" полотноһы - бирелгән. Был эш өсөн һүрәтте рәссам бер журналда табып, ҙурайтҡан, уны канваға күсереп, сәйлән менән сигегән.
       - Ике генә төҫ менән образдарҙы күләмле итеп биреү - ҡатмарлы бурыс, әммә үтәрлек, - ти Гөлсинә Зөфәр ҡыҙы.
       Уның һүҙҙәрен аҡ һәм күк төҫтәге сәйләндәрҙән сигелгән тотош бер картиналар галереяһы ла раҫлай.
       - Гөлсинә Сабир ҡыҙының картиналарына хайран ҡалдым. Бер минутҡа ғына тип галереяға ингәйнем, сәғәт буйына йөрөнөм дә ҡуйҙым, - тине бер ханым. - Рәссамдың эште башҡарыу техникаһы ла, төҫтәрҙе һайлауы ла иҫ китмәле. Был ысын мәғәнәһендә һөйөү һәм күңел йылыһы менән тыуҙырылған ҡатын-ҡыҙҙар сәнғәте. Киләсәктә картиналарының береһен һатып алырмын тип уйлайым, сөнки эксклюзив әҫәр фатирымдың интерьерын биҙәп торор, тип иҫәпләйем.
       "Урал" галереяһының изге традицияһында - күргәҙмә өсөн урын биреү генә түгел, шулай уҡ рәссамдарға үҙ теләге буйынса мастер-класс үткәреү мөмкинлеге лә биреү. Шуға күрә ваҡытығыҙ булһа, Гөлсинә Зөфәр ҡыҙынан бер-ике дәрес алырға мөмкин. Туранан-тура күргәҙмә залында эш урыны йыһазландырылған, канва һәм сәйләндәр бар.
       - Мин кешеләрҙе үҙем белгәнгә өйрәткем килә, - тип рәссам. - Яҡын араларҙа балалар өсөн сәйлән менән сигеү түңәрәге асырға уйлайым. Хәҙер был минең изге хыялым.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал