6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хөкөм

Хатмы? Көт! Конвертта хәшиш
08.07.08


       Өфөлә һатыусы булып эшләгән егет наркотиктарҙы интернет буйынса һатып алған. Ул был яҡтан либераль Голландия менән кәрәкле бәйләнештәр булдырған. Әммә енәйәти эшмәкәрлекте тулыһынса йәшерен яһай алмаған. Йүнсел йәш егет криминаль тауарға бөтә донъя ауынан сыҡмай ғына заказ бирә һәм түләй алһа, наркотиктарҙы бит барып алырға кәрәк. Бына шунда ул яна ла.
       - Өфөлә йәшәүсе адресына бер нисә грамм хәшиш һалынған конверт килә, - тип һөйләй наркотиктарҙың әйләнешенә контроль буйынса Рәсәй Федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Илья Щукин. - Посылка наркополиция оперативниктары ҡулына эләгә. Артабанғы оператив саралар үткәреү барышында, был адрес буйынса ҡала магазиндарының береһендә һатыусы-консультант булып эшләгән 24 йәшлек егеттең өләсәһе һәм апаһы йәшәүе асыҡлана. Улар туғандарына сит илдән бер нисә тапҡыр ошондай конверттар килеүен раҫлай.
       Сираттағы конвертты уға почтальон ролендә наркополиция хеҙмәткәре килтерә. Егет аптырап ҡала: ул посылканы һәр ваҡыт үҙе барып алған, ә был юлы өйгә килтергәндәр, шулай ҙа конвертты ала. Ҡулындағы голланд посылкаһы менән уны тоталар ҙа. Егетте тентеп, оперативниктар уның курткаһында экстази таблеткалары һәм марихуана табалар.
       Тәүҙә егет баш тартып маташа, ләкин һуңынан "үлән" менән мауығыуын таный, ул Нидерландтан "яҡшы сифатлы" наркотиктарҙы һынап ҡарарға, шулай уҡ Рәсәйгә хәшиш килтереүҙе юлға һалырға теләй. Егет иҫерткес үләнде туранан-тура өйөндә үҫтерергә йыйынған, буғай.
       - Фатирына тентеү барышында оперативниктар ғәҙәттән тыш оранжерея таба, - тип һөйләй Щукин. - Шкафҡа фольга менән тышланған, махсус елләтеү һурҙырғысы һәм үҫемлектәр яҡшы үҫһен өсөн йылытыу лампаһы менән йыһазландырылған ҙур ҡатырға ҡумта урынлаштырылған булған. Унда хужа киндер үҫтергән. Наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре хәстәрлекле баҡсасының үҙ ҡулдары менән үҫтерелгән ике киндер ҡыуағы менән көршәктәр һәм алты грамдан ашыу марихуана таба.
       Өй шарттарында киндер үҫтерергә ҡайҙан өйрәнгән, тигән һорауға ул, шул уҡ интернеттан, тип яуап бирҙе. Селтәрҙә ул үҙ "коллегалары" менән хат алышҡан, улар менән наркотиклы үҫемлектәр үҫтереү өлкәһендәге "белеме" менән уртаҡлашҡан.
       Өфө егетенә ҡарата наркотик матдәләрҙе законһыҙ һаҡлағаны һәм үҫтереү тыйылған үҫемлектәрҙе законһыҙ үҫтергәне өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылды. Күптән түгел суд үткәрелде. Хөкөм ителеүсенең элек закон менән проблемалары булмауын һәм ыңғай характеристика килтереүен иҫәпкә алып, баш ҡаланың Октябрь район суды уны шартлы рәүештә ике йылға иркенән мәхрүм итте.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал