6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

БДИ-ның ыңғай һәм кире яҡтары
07.07.08


       Һәр яңылыҡ кеүек үк, берҙәм дәүләт имтиханы төрлө бәхәстәр тыуҙыра. Уның уҡыусыларҙың белеменә йомғаҡлау контроле була аламы-юҡмы һәм хәҙерге белем биреү системаһына тап киләме-юҡмы икәнлеге хаҡында юғары уҡыу йорто һәм мәктәп уҡытыусылары, ата-әсәләр һәм был үҙгәртеп ҡороу беренсе сиратта ҡағылған кешеләр - сығарылыш класы уҡыусылары һәм абитуриенттар бәхәсләшә.
       Әммә уның "булыу йәки булмау" классик хәлен хәл итеү беҙгә бәйләнмәгән. БДИ - буласаҡ, етмәһә, эксперименттар рангынан киләһе йыл ул штатлы режимға күсәсәк. "Плюс бер балл" системаһы бөтөрөләсәк, ике берҙәм дәүләт имтиханы - рус теле һәм математика мотлаҡ булып ҡаласаҡ, тап БДИ формаһында тапшырырға кәрәкле предметтар 13 буласаҡ.
       Уның белем биреү системаһына һәм, айырым алғанда, һәр уҡыусыға нимә менән "янауы" һәм берҙәм дәүләт имтиханы ҡайһы яҡтан эшләп еткереүҙе талап итеүе тураһында "БАШвестЪ" республиканың мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов менән әңгәмәләште.
       - Һорауға, БДИ - яҡшы йәки насар, тип, бер төрлө генә яуап бирергә ярамай, - тип ҡәтғи билдәләне Владимир Викторович. - Берҙәм дәүләт имтиханы - яңы форма, тимәк, айырыуса тәүге осорҙа бөтәһе лә беҙ теләгәнсә шыма ғына бармаясаҡ. Уны эшләп еткерергә кәрәк, һәм беҙ уны бергәләп эшләйәсәкбеҙ. Әммә нимәһелер шунда уҡ килеп сыҡманы тип, БДИ-нан баш тартырға ярамай. Нимә генә тимәһендәр, сығарылыш имтихандарын үткәреүҙең бындай формаһының ыңғай яҡтары аҙ түгел.
       ӨҪТӨНЛӨКТӘРЕ
       "Объектив фактор"
       - БДИ, бәхәсһеҙ, уҡыусыларҙың белемен баһалауҙың күпкә объективыраҡ формаһы. Берҙәм дәүләт имтиханы, ахыр килеп, беҙҙе дөрөҫлөккә тура ҡарарға мәжбүр итте: күп уҡыусыларҙың тыуған мәктәбендә алған белеме, оҫталығы һәм күнекмәләре яҡшыртыуҙы талап итә. Һәм бында бөтә ғәйеп уларҙа түгел. Белем биреү системаһы, дөйөм алғанда, уҡыусынан ун йыл элеккегә ҡарағанда байтаҡ күберәк талап итә, ә бөтә был материалды һөҙөмтәле итеп кенә бирә алмай. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, мәктәптәр беҙгә биргән отчеттарҙа уҡыусыларҙың белем сифатының рәсми күрһәткестәре 50 проценттан ашып китә, БДИ һөҙөмтәләре иһә бөтөнләй икенсе күренеште "һүрәтләй". Йәнә килеп, уҡытыусының имтиханда баһаны субъектив рәүештә арттырыу йәки кәметеү мөмкинлеге юҡҡа сыға. Һәр эште уның авторын да, уҡыған урынын да белмәгән ике бойондороҡһоҙ эксперт тикшерә, ә бәхәсле хәл килеп тыуғанда өсөнсөһө лә ҡушыла. Уҡыусы "икеле" алған хәлдә лә, ул, иң элек, үҙенә үпкәләргә тейеш. Шулай итеп, БДИ - тышҡы баһа формаһы булараҡ, элеккеһенән яҡшыраҡ. Элек мәктәптәрҙә беҙ эске баһа менән генә эш иттек: педагог уҡыусыны ятлап бөткән, ул уға, шулай уҡ үҙенә лә баһа ҡуйҙы. Сығарылыш уҡыусыларының түбән балдары уҡытыусының ғына түгел, тотош белем биреү учреждениеһының эшен күрһәтә.
       "Бейеү аспекты"
       - БДИ-ның был плюсы тәүгеһе менән туранан-тура бәйләнгән. Аңлатыу өсөн һуңғы, әммә йыш ҡына осраған хәлдәрҙең береһен килтерәм. Мотлаҡ имтихандарҙың береһе буйынса бер уҡыусыға "бишле"гә бер генә балл етмәне. Уның әсәһе, министрлыҡҡа килеп, оҙаҡ ҡына ҡыҙының бейеү конкурстарында ҡатнашҡан өсөн алған грамоталарын күрһәтеп йөрөнө. Әммә килешегеҙ, эксперттар аныҡ бирелгән критерийҙар буйынса баланың билдәле бер предметтан белемен баһалай бит, ә уның хореографик һәләттәрен түгел.
       "Икеләтә һөҙөмтә"
       - Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренең вузға ингәндә иҫәпкә алыныуы, тимәк, мәктәпте әле генә тамамлаған уҡыусы- абитуриентҡа был ҡатмарлы һәм тулҡынландырғыс процедураны бер-ике ай эсендә ике тапҡыр үтергә тура килмәүе лә БДИ файҙаһына һөйләй бит.
       ЕТЕШҺЕҘЛЕКТӘРЕ
       "Физик-гуманитар профиль"
       - БДИ-ның төп кәмселектәренең береһе бөтә дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн заданиеларҙың бер төрлө булыуында. Ә бит бөтәһен дә дөйөм стандартҡа һалып булмай. Лицейҙар, гимназиялар, профилле уҡытыу алып барылған мәктәптәр һәм, ахыр килеп, киске мәктәптәр бар бит. Һәм физик-математик һәм гуманитар кластарҙа шөғөлләнгән балаларҙың төрлө предметтар буйынса белем кимәле ныҡ айырыла. Был яғы, һис шикһеҙ, өҫтәмә өйрәнеүҙе талап итә.
       "Психологик үҙенсәлектәр"
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, БДИ һөҙөмтәләре уҡыусыларҙың да, уларҙың ата-әсәләренең дә, хатта уҡытыусыларҙың үҙҙәренең дә белемде баһалауҙың был формаһына психологик әҙер булмауы тураһында һөйләй. Балаларҙың күбеһенә имтиханды сит мәктәптә, сит уҡытыусылар менән тапшырырға тура килде, был да бер ни тиклем уҡыусыларҙы ҡаушатты. Ә бит күп йылдар инде БДИ заданиелары стандартлы, уларҙың төрлө төрҙәрен интернеттан табып, шөғөлләнергә мөмкин ине. Бының урынына ҡайһы бер белем биреү учреждениеларында тырышып-тырмашып был "ҡот осҡос" системаны алдау ысулдарын уйлап сығарҙылар. Минеңсә, уҡыусыларҙы БДИ-ға әҙерләгәндә психолог консультацияһы ла бик мөһим буласаҡ, ул балаларҙы ыңғай тулҡынға көйләр, һәм улар имтиханға үтеп булмаҫлыҡ һынау итеп түгел, ә ҡәҙимге имтихан итеп ҡарарҙар ине. Белемде тикшереүҙең тест формаһы ул тиклем үк яңы түгел бит, олимпиадаларҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, уларҙың һорауҙары ла тест формаһында төҙөлә бит.
       "Ауыр тап килеү"
       - БДИ-ның етди кире яғы булып, минеңсә, баһа критерийҙары системаһы тора. Мәҫәлән, рус теле буйынса өсөнсө заданиела эксперт уҡыусының эшен 12 критерий буйынса баһалай! Был өс көндә 33500 эште тикшерергә тейешле 264 эксперт өсөн дә, был критерийҙарҙың барыһына ла тап килергә тейешле уҡыусыларҙың үҙҙәре өсөн дә ауыр. Әммә, әйтергә кәрәк, эксперттарыбыҙ был һынауҙы сыҙамлы үтте, ысын мәғәнәһендә ҙур эш башҡарып сыҡты.
       Һөйләшеү аҙағында Владимир Аристархов билдәләгәнсә, йәмғиәттең БДИ-ны ҡабул итмәүендә ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларының да өлөшө бар, улар миҙалға "барған" уҡыусының БДИ-ны насар тапшырыуы арҡаһында миҙал ала алмауы хаҡында тәфсирләп мәҡәләләр яҙып сыға.
       - Бындай хәлдәр элек-электән, БДИ барлыҡҡа килгәнсе үк булғылай торғайны. Ата-әсәләр министрлыҡҡа баһаны төҙәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә; бындай осраҡта мин бер нәмә генә тәҡдим итә алам - апелляция бирергә, - тип билдәләне министр урынбаҫары. - Ләкин юҡ, теләмәйҙәр бит. Ә быйыл бирелгән апелляцияларҙан бармаҡ менән һанарлыҡтары ғына ҡәнәғәтләндерелде, улар фактик хаталар (эксперттарҙың) булманы, ә техник хаталар ғына ине. Тураһын әйткәндә, ҡайһы бер миҙалға дәғүәселәрҙең эштәрендә төҙәтеүҙәрҙән "бармаҡ баҫырлыҡ та" урын булмаған саҡта, ниндәй миҙал тураһында һүҙ алып барырға мөмкин.
       Владимир Викторович әйтеүенсә, БДИ, сығарылыш һәм уҡыуға инеү имтиханы формаһы булараҡ, камиллаштырыуҙы талап итә, ләкин иҫке системаға әйләнеп ҡайтыу тағы ла ҙурыраҡ хата булыр ине.

Елена Мужайлова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал