6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Кемдәр Пекиндағы Уйындарға барасаҡ?
07.07.08


       Пекин уйындарына көндәр һанаулы ғына ҡалды. Беҙ барыбыҙ ҙа рәсәйҙәрҙең еңеүҙәренә шат буласаҡбыҙ, шулай ҙа яҡташтарыбыҙҙың сығыштарын айырыуса ҙур иғтибар менән күҙәтәсәкбеҙ, әлбиттә. Әле үк Башҡортостандан уйынға барыусы ете бәхетле кешенең исемен атарға мөмкин. Бер нисә кеше Ҡытайға барыу хоҡуғы алыу өсөн көрәшә әле. Был спортсыларҙың ҡайһы берҙәре бер юлы ике төбәк өсөн сығыш яһаясаҡ.
       Шулай итеп, нәфис заттан башлайыҡ. Белореттан Галина Богомолова төп олимпиада дистанцияһында - марафон уҙышында ҡатнашасаҡ.
       Ксения Москвина Пекинда урындағы халыҡ алдына һыу инеү кейемендә сығып баҫасаҡ, сөнки ул арҡаға ятып, йөҙ метр араға йөҙәсәк. Ксения Ямал-Ненец автономиялы округына әҙерләнергә китте һәм ул республикабыҙ ғына түгел, был төбәк исеменән дә сығыш яһаясаҡ.
       Ҡояшлы Башҡортостандың түҙемле улдары һәм ҡыҙҙары араһында тағы бер марафонсы бар. Ул Георгий Андреев.
       Кемдер үҙ аяҡтары менән йүгерһә, икенселәр бының өсөн механизмдар файҙаланыуҙы өҫтөн күрә. Икенсе төркөм араһында - "Ағиҙел" мәктәбе тәрбиәләнеүселәре. Владимир Гусев индивидуаль һәм төркөм уҙыштарында ҡатнашасаҡ. Александр Колобнев - төркөмдә генә.
       Ишеү слаломында ла үҙ кешеләребеҙ бар. Түбәнге Тагилда хеҙмәт итеүсе Дмитрий Ларионов менән Михаил Кузнецов икәүләп бергә Поднебесный тау йылғаһы буйлап кәмәлә үтәсәк.
       Беҙ Олимпиадаға эләгеүҙәре аныҡ билдәле булғандарҙы һанап сыҡтыҡ. Хәҙер был хоҡуҡ өсөн көрәшеүселәр тураһында.
       Ишкәксе Константин Фомичев - тәжрибәле һәм лайыҡлы спортсы. Үткән йома көндө Мәскәүҙә спорттың "уның" төрө вәкилдәре путевка өсөн көрәш башланы.
       Лилиә Шобухова менән Регина Рәхимҡолова - биш мең метрға йүгереүсе еңел атлеттар. Уларға Уйындарға эләгеү хоҡуғы өсөн көрәшеү алда тора әле.
       Тағы бер еңел атлетыбыҙ Рәмил Әритҡолов элек Туймазы өсөн сығыш яһай торғайны, хәҙер Ҡазан исеменән дә сығасаҡ. Ләкин уның Пекинға барыу-бармауы әлегә билдәле түгел.
       Анастасия Сергеева "дүртәү" составында ишә. Уның яҙмышы ла хәл ителмәгән әле.
       Өфөнән 100 килограмға тиклемге категориялағы ауыр атлет Дмитрий Клоковтың конкуренттары етди. Ул Башҡортостан һәм Мәскәү өлкәһе өсөн сығыш яһай. Тренерҙар штабы әлегә бәхетле штангистарҙың исемлеген билдәләмәгән.
       Уның ҡарауы, Афинылағы уҙған Уйындарҙың бронза призеры, Өфө ауыр атлеты Эдуард Тюкин тыуған Өфөһө өсөн дә, Башҡортостан өсөн дә һәм хатта Рәсәй өсөн дә сығыш яһамаясаҡ. Яҡташыбыҙ хәҙер Ҡаҙағстан төҫтәрен яҡлай. Элегерәк Тюкин илебеҙ йыйылма командаһы составына үтергә планлаштырғайны. Былтыр ул беҙгә:
       - Миңә хәҙер бер кем дә ярҙам итмәй. Спорт түрәләре һәм Юғары спорт оҫталығы мәктәбенән бер ниндәй ярҙам юҡ, - тип хәбәр һалды. - Бөтә нәмәгә үҙемә ирешергә тура килә. Дуҫтарым ярҙам итә.
       - Һеҙҙең менән кем шөғөлләнә?
       - Бер кем дә. Үҙ ысулым буйынса шөғөлләнәм. Яҡшы формаға эйә булдым инде.
       - Һеҙ, тимәк, күләгәнән атырға теләйһегеҙ инде. Килергә лә нимәгә һәләтле булыуығыҙҙы күрһәтергә. Рәсәйҙә квалификацияны отоп, Пекиндағы Олимпиада уйындарына эләгергә һәм унда юғары һөҙөмтәгә өлгәшергә.
       - Тап шулай планлаштырам.
       - Был тормошҡа ашырлыҡмы һуң - һеҙ бит Рәсәй йыйылма командаһы тренерҙары күҙ уңында булманығыҙ?
       - Барыһы ла тормошҡа ашырлыҡ. Иң мөһиме - һөҙөмтә күрһәтеү.
       - Күреүегеҙсә, барыһы ла тормошҡа ашырлыҡ түгел икән. Ләкин спорт эмиграцияһына ҡарамаҫтан, күптәр Өфөлә, ул еңһә йәки миҙал алһа, шат ҡына буласаҡ.
       Хәҙерге биш төр ярышсыһы Рөстәм Сабирхузин менән дә күңелһеҙерәк хәл килеп сыҡты. Ул олимпиада лицензияһын яҡланы, әммә бер ҡағиҙәгә эләкте, уға ярашлы, бер илдән икәү генә сығыш яһай ала. Рөстәм запастағы ғына булып иҫәпләнә, ә Пекинда Олимпиада чемпионы Андрей Моисеев менән донъя чемпионы Илья Фролов сығыш яһаясаҡ.
       Әлегә шуның менән тамам, артабан да беҙ һеҙҙе "БР спортсылары һәм Пекинда Олимпиада" темаһы буйынса ваҡиғалар курсында тотоуҙы дауам итәсәкбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал