6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Футбол фанаттары үлемдән ҡурҡмай
07.07.08


       Моғайын, һәр ҡайһыбыҙ үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла төп ролдәрҙе Брэд Пит һәм Эдвард Нортон башҡарған "Бойцовский клуб" фильмын ҡарағандыр. Унда төп киногеройҙар "әгәр бер тапҡыр ҙа һуғышмаһам, үҙем турала мин нимә беләм" принцибы буйынса төҙөлгән клуб ойоштора. Кешеләр был клубта еңеү хаҡына түгел, ә ауыртыуҙан ләззәт табыу өсөн үҙ-үҙен юҡҡа сығарыу менән шөғөлләнә. Был фильм төрлө реакция уятты. Уны ҡарағандан һуң йәмғиәт таҫма идеяһы күңеленә хуш килгән һәм, киреһенсә, һуғышыуға һәм көсләүгә сиктән тыш кире ҡараған төркөмдәргә бүленде.
       Ни өсөн был ҡапыл фильм тураһында һүҙ башланы икән, тип һорарһығыҙ һеҙ. Сөнки беҙҙең реаль донъяла бер-береһе менән һуғышыуҙан ләззәт тапҡан кешеләр бар. Улар үҙҙәрен футбол фанаттары йәки футбол хулигандары тип атай, футбол командалары өсөн көйәбеҙ тигән булып, ысынында иһә икенсе клуб өсөн көйөүсе футбол фанаттары менән һуғышыу - уларҙың төп шөғөлө.
       Был йәштәр хәрәкәте уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Италияла тыуҙы. Тап шул саҡта йәштәр, әүҙем футбол көйәрмәндәре, төркөмдәргә берләшеп, йоҙроҡ менән кем көслөрәк булыуын асыҡлау өсөн үҙ-ара һуғыша башланы. Һуңынан был хәрәкәт бөтә донъяға таралды. Рәсәйҙә футбол хулигандары 90-сы йылдар башында барлыҡҡа килде. Уларҙың күп өлөшө - радикаль йәштәр ҡалалар буйлап йөрөп, үҙ футбол клубтары өсөн "көйөп", урындағы футбол фанаттары менән һуғыш ойоштора.
       Хәҙер илебеҙҙә был хәрәкәт әүҙем үҫешә. Футбол хулигандарының үҙ сленгы, үҙ модаһы, үҙ закондары, үҙ әхлағы. Күп йәш егеттәр үҙ тормошон һуғышыуһыҙ күҙ алдына ла килтермәй.
       Өфөлә мин футбол хулигандарын таба алманым, әммә улар бар, тиҙәр. Төп массаһы Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта йәшәй.
       Миңә Санкт-Петербургтан футбол хулиганы менән аралашырға тура килде. Уның исеме Дмитрий, һәм ул, тәбиғи,"Зенит" футбол клубы яҡлы.
       - Рәсәйҙә футбол фанатизмы - ойошоу һәм көс йыйыу стадияһындағы ғына, әле бик йәш күренеш, - ти Дмитрий. - Шулай ҙа беҙҙең күптәребеҙ өсөн - ул инде йәшәү стиле.
       - Һәм һеҙҙең йәшәүегеҙ нимәгә ҡайтып ҡала?
       - Беҙ футбол матчтарына йөрөйбөҙ, төрлө ҡалаларҙа булабыҙ, һуғыш ойошторабыҙ...
       - Яратҡан командаң өсөн тыныс ҡына көйөп булмаймы ни? Мотлаҡ һуғыш ойошторорға кәрәкме?
       - Минеңсә, футбол фанатизмы һәм һуғышыуҙар бер-береһе менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Һин үҙең башламаһаң да, һиңә һөжүм итеүсе кешеләргә ҡарата көс ҡулланырға тура киләсәк. Беҙ үҙ клубыбыҙ өсөн көрәшәбеҙ. Шуға күрә минең төркөмдә барыһы ла һуғыша белә.
       - Ни өсөн һеҙ бының менән шөғөлләнә башланығыҙ?
       - Беҙ бөтәһе кеүек булырға теләмәйбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙе йәмғиәткә ҡаршы ҡуябыҙ. Һуғышыу - беҙҙең тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө. Һәм бында мин ғәҙәттән тыш бер ни ҙә күрмәйем. Борон уҡ кешеләр үҙ-ара мөнәсәбәттәрен ошондай ысул менән асыҡлаған. Был һәр кемдең фиғелендә һалынған. Тик кемдер уны йәшерергә маташа, ә беҙ үҙебеҙгә нисек оҡшай, шулай йәшәйбеҙ.
       - Нисек уйлайһың, командаға үҙенең шундай агрессив көйәрмәндәре булыуы оҡшай микән?
       - Командалар үҙҙәренән кем көслөрәк булыуын йәшел газонда һынай, ә беҙ ҡайһыбыҙ көслөрәк икәнен стадиондан ситтә, ә ҡайһы берҙә туранан-тура стадионда ла асыҡлайбыҙ. Бында мин бер ниндәй насарлыҡ күрмәйем. Беҙ тыныс халыҡтан бер кемгә лә ҡамасауламайбыҙ бит. Беҙҙең һуғышыуҙар боронғо урыҫтарҙың йоҙроҡ һуғышына оҡшаған.
       - Ҡурҡыныс түгелме? Етди имгәнеү алырға, хатта үлергә мөмкин бит?
       - Беҙ үлемдән ҡурҡмайбыҙ, беҙ ошонда һәм хәҙер үлергә әҙербеҙ! Сөнки беҙ барыбер еңәсәкбеҙ. Шуға күрә нисә кеше һөжүм итеүе беҙҙе борсомай. Беҙ бер ваҡытта ла сигенмәйбеҙ һәм бирешмәйбеҙ. Шуның өсөн беҙҙе бөтәһе лә ихтирам итә. Беҙ рухи яҡтан көслөбөҙ, ә ундайҙар бер ваҡытта ла үлмәй. Беҙ үлемһеҙ.
       - Ҡалай яңғырауыҡлы һүҙҙәр... Моғайын, һеҙҙең йыш ҡына милиция менән проблемаларығыҙ булалыр?
       - Унһыҙ булмай. Беҙ үҙебеҙҙең һуғышыуҙарыбыҙҙың законға ҡаршы булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Ләкин шулай итеп адреналинды сығармай тороп, беҙ йәшәй алмайбыҙ. Шуға күрә лә ойошмаған һуғышыуҙар үткәреүҙән туҡтаныҡ. Беҙ бының өсөн махсус бүленгән ябыҡ урындарҙа һуғышабыҙ. Улар тураһында һуғышыуҙа ҡатнашыусылар ғына белә. Ә беҙҙең фанаттар бәрелешенең видеояҙмалары бер ваҡытта ла интернетҡа эләкмәй.
       - Һуғышыуҙан һәм футболға походтарҙан тыш, һин тағы берәй нәмә менән шөғөлләнәһеңме?
       - Әлбиттә, мин Питерҙа абруйлы университетта уҡыйым. Ғөмүмән, дуҫтарымдың күбеһе уҡый, хатта ҡайһы берҙәре аспирантурала.
       - Ә мин, мәҫәлән, уҡыу һәм һеҙҙеке кеүек йәшәү рәүеше бер-береһенә тап килмәй, тип иҫәпләй инем.
       - Эйе лә... Беҙ барыбыҙ ҙа насар ғаиләләрҙән, ПТУ тамамлаусылар, бер ерҙә лә эшләмәйбеҙ, эскеселәр, наркомандарбыҙ... Былар барыһы ла һеҙҙең стереотиптар. Беҙҙең арала төрлө кешеләр бар: байҙар ҙа, ярлылар ҙа, ахмаҡтар ҙа, аҡыллылар ҙа... Ә бит футбол хулигандарының күбеһе юғары белемле, шулай уҡ күптәр әле юғарыу уҡыу йортонда уҡып йөрөй. Улар араһында ҙур компанияларҙа эшләүселәр, үҙ бизнестары булған кешеләр бар.
       - Һеҙҙең, йәштәр хәрәкәте булараҡ, үҙегеҙгә генә хас һыҙаттарығыҙ бармы. Кейем, музыка...
       - Беҙҙең билдәле бер дресс-кодыбыҙ бар. 90-сы йылдар башында фанаттарҙы скинхедтарҙан айырып булмай торғайны. Хәҙер барыһы ла үҙгәрҙе. Беҙ ҡиммәтле, абруйлы маркалы кейем кейәбеҙ. Өҫ-башыбыҙ беҙҙең һәр ваҡыт яҡшы булырға тейеш. Элек бындай кейем булмай торғайны, беҙ уға интернет аша заказ бирә инек, сэконд-хэндтарҙан һатып алдыҡ. Хәҙер һәр ҡалала һатып алырға мөмкин.
       - Ә музыка яғынан ни әйтерһең?
       - Беҙ панк, калифорния серфын, нью-металл, ска тыңлайбыҙ. Беҙҙең арала рус рогын: Шевчук, Сукачевты яратыусылар бар. "Ленинград"ты бик тә яратабыҙ.
       - Һеҙ "үҙегеҙҙеке"ләрҙе "ситтәр"ҙән нисек айыраһығыҙ?
       - Артыҡ күҙгә ташланмаған айырым бер билдәләр буйынса, ләкин уларҙы мин әйтә алмайым.
       - Дөрөҫөн генә әйт әле, бындай йәшәү рәүешенән арыманыңмы?
       - Һәр кем үҙенә кәрәкте һайлай. Һәр кемдең үҙ юлы. Ә мин һайлағанмын, дуҫтарым да шулай уҡ. Һәм беҙ сигенергә йыйынмайбыҙ.
       - Һинең өсөн нимә мөһимерәк, футболмы әллә һуғышыумы?
       - Мин футболға һуғышыу өсөн йөрөйөм...
       Нишләйһең, Дмитрийҙың һуңғы яуабынан барыһы ла аңлашыла. Футбол хулигандары өсөн уйын үҙе күптән инде икенсе планда. Улар өсөн иң мөһиме - бер-береһенең яңағын емереү. Улар үҙҙәренең һуғышынан тыныс халыҡ зыян күрмәй, тип ышандырһалар ҙа, быға ышаныуы ҡыйын. Кем белә, бәлки, улар хәҙер бер-береһен туҡмар, ә һуңынан был ялҡытһа, урамдағы кешеләргә ташланыр.
       Миңә ҡалһа, әле Дәүләт Думаһында ҡаралған футбол фанаттарын тыйыу тураһындағы закон проекты бик нигеҙле һәм йәмғиәтебеҙгә кәрәк. Тик мәсьәлә шунда: властар футбол фанаттарын нисек айырыр һәм бынан тыныс футбол көйәрмәндәре зыян күрмәҫме икән?

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал