6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Акциялар

Киң тикшереү
04.07.08


       Өфөлә шәхси һәм хеҙмәт транспорт составына милиция смотры үткәрелде. Вертолет майҙансығында баш ҡаланың берҙәм дислокация системаһы буйынса көн һайын хеҙмәткә баҫыусы 700-ҙән ашыу тәртип һаҡсыһы - патруль-пост хеҙмәте, ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре, участка уполномоченныйҙары, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре теҙелеп баҫты. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһы подразделениелары вәкилдәренән тыш, смотрҙа Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре хәрби хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ ОМОН яугирҙары ҡатнашты.
       Хеҙмәт етәкселәре дөйөм инструктаж үткәрҙе һәм оператив шарттар тураһында мәғлүмәттәр еткерҙе - киләсәктә бөтә Өфө гарнизоны масштабында бындай смотрҙар һәр ай һайын үткәреләсәк.
       Яңылыҡ ҡалала криминоген хәлдәр киҫкенләшеү менән бәйләнмәгән, ә быйыл 1 июлдә ғәмәлгә ингән Рәсәй Эске эштәр министрлығы приказы менән регламентланған, һәм ул илдең һәр милиция гарнизонында бер сәғәтләп берҙәм инструктаж үткәрергә йөкмәтә. Бындай ҡарар менән Рәсәй Эске эштәр министрлығында тәртип һаҡсыларының рух күтәренкелеген тәьмин итергә иҫәп тоталар, был һөҙөмтәлә уларҙың имиджында, эш сифатында ыңғай сағылырға һәм милиция сафында енәйәтселектең кәмеүенә булышлыҡ итергә тейеш.
       - Ошондай дөйөм йыйылыуҙар ваҡытында шәхси составтың тышҡы ҡиәфәте тикшерелә, оператив шарттар еткерелә, - тип һөйләне БР буйынса Эске эштәр мининистрлығының йәмәғәт хәһефһеҙлеге милицияһы начальнигы урынбаҫары Ришат Йосопов. - Дөйөм инструктаж шәхси составты тәртипкә күндерә. Был бигерәк тә патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла.
       Әйткәндәй, патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре көн һайын йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү менән шөғөлләнеүсе милиционерҙарҙың дөйөм иҫәбенең яртыһын тиерлек тәшкил итә. Өфөлә былтыр милиция патруль-пост хеҙмәтенең меңдән ашыу кешенән торған айырым полкы булдырылды. Ә патруль участкаһы етәкселәре булып участка уполномоченныйҙары тора.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал