6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

"Башҡорт һыбайлыһы" тағы ла эйәрҙә!
15.03.04


       Быйыл башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тула.
       Республикала был иҫтәлекле датаға ҡарата байтаҡ сарал ар үткәрелә, күргәҙмәләр асыла, спектаклдәр ҡуйыла, ғөмүмән,
       илебеҙҙең ғорур улының тормошо тураһындағы хәтирәләрҙе яңыр тып торалар.
       Беҙҙең замандаштарыбыҙҙың уның образын нисек күҙ алдына
       килтерә һуң Берәүҙәр өсөн ул герой, икенселәре өсөн шағир һәм баш күтәреүсе, бәғзеләр уны халыҡ ғорурлығы тип иҫәпләй
       һәм уның исемен Октябрь проспектына бирергә тәҡдим итә. Шу л уҡ ваҡытта былай тип яуап биреүселәр араһында уны "Салау ат Юлаев" исмендәге хоккей клубының баш тренеры тип иҫәпләүс еләр ҙә бар.
       Әлбиттә, был етди түгел һәм иғтибарҙы йәлеп итмәй. Ысынын да иһә Салауат Юлаевтың исемен ҡәҙерләп, уның тормош юлын ол о ғорурлыҡ менән иҫкә алыусылар бихисап.
       Шағирҙың тыуған яҡтарында, Салауат районының Малаяҙ ауылы нда,мәҫәлән, ошо көндәрҙә милли геройға бағышланған күргәҙм ә асылды. Үҙ картиналарында тарихты сағылдырыусы рәссам Ризи м Хажиев Салауат яҙмышында драматик ролде уйнаған ауылда тыу ып үҫкән кеше.
       Үҙенең "Башҡорт һыбайлыһы" тигән картинаһын рәссам 16 йыл
       буйы яҙа. Ниндәйҙер деталде ул, ваҡыт үткәс, алып ташлай, нимәнелер өҫтәп ҡуя. Салауат Юлаевтың портретын да ул 1994 й ылда яҙған була. Был картина ла, әҙ генә үҙгәрештәр кисереп,
       күргәҙмәгә сығарыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рәссамдың байтаҡ кар тиналарына эшләгән эскиздарын үҙе түгел, ә уның улы Ралим к үрһәтә миңә. Рәссам үлгәндән һуң улы атаһының архивын һаҡла п алып ҡала. Эскиздар аарһында "Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙнал ин", "Салауат вәғәҙәһе", "Салауат йыры" картиналары бар.
       Әлбиттә, картиналарҙың күбеһе драматик сюжетта һәм ауыл тормошонан.Мәҫәлән, "Ғәйниә ҡаяһы" иҫке йола буйынса ҡартҡа кейәүгә бирелергә тейеш ҡыҙҙың трагедияһын сағылдыра. "Аслыҡ
       йылы" - һуғыш йылдарында Шабағыш ауылында аслыҡтан интеккән
       балалар яҙмышы тураһында һөйләй. "Ҡарғыш" картинаһында ҡаты
       һыуыҡтарҙан үлгән әбейҙең әсе яҙмышы... Бай балалары тара фынан онотолған әсә кеше мейесенә ут та тоҡандыра алмай, өш өп үлә.
       Сталин репрессиялары тураһындағы картинаһы ла тетрәндерге с.
       Әммә рәссам күңелһеҙ тондарҙа ғына ижад итмәгән. Уның пей заждары менән һоҡланмау мөмкин түгел. Ҡасандыр район гәзитен ә биргән әңгәмәһендә Ризим Хажиев былай тип әйткән:" Мин Шиш кин, Айвазовский, Куинджи ижады алдында баш эйәм..." Пейзажд ары уның тәбиғәт менән бергә үҙгәрә: яҙ, йәй, көҙ, ҡыш..
       Рәссамдың ижадында ҡатын-ҡыҙҙар образы айырыуса ҙур урын алып тора. Тыныс холоҡло, түҙемле, сибәр улар Хажиев картина ларында. Уларҙан аңламаҫлыҡ илаһи көс һәм матурлыҡ бөркөп то ра. Тап ошондай әсәләрҙән тыуалыр ҙа инде Салауаттар, тип уй лап ҡуйҙым мин.
       Күргәҙмә май аҙағына тиклем барасаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал