6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Берҙәм дәүләт имтиханы - ул насармы?
04.07.08


       Илебеҙҙә берҙәм дәүләт имтиханын индереү буйынса эксперимент бына ете йыл инде дауам итә. Шуға ҡарамаҫтан, уның тирәләй бәхәстәр тынмай. Уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә әле булһа БДИ-ның ныҡлы инеүе менән килешә алмай.
       Киләһе йылдан эксперимент туҡтатыласаҡ, һәм БДИ бөтә ил буйынса мотлаҡ буласаҡ. Кемдер быға сикһеҙ шат, икенселәр иһә, киреһенсә, БДИ уҡыусыларҙың белемен сағылдырмай, тип иҫәпләп, системаға ҡаршы торорға маташа. Хатта Рәсәй чиновниктары араһында берҙәм дәүләт имтиханына ҡаршы булып, уны закон кимәлендә кире ҡағырға маташыусылар бар. Мәҫәлән, Думаның мәғариф һәм фән буйынса комитеты ағзаһы Олег Смолин уны ирекле яһарға һәм БДИ системаһынан тарих, әҙәбиәт һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса имтихандарҙы алып ташларға тәҡдим итә.
       БР Мәғариф министрлығының берҙәм дәүләт имтиханының өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре буйынса рәсми позицияһы тураһында "БАШвестЪ"ың дүшәмбе һанында уҡырһығыҙ. Хәҙер һеҙҙең менән беҙ ни өсөн уҡыусыларҙың БДИ тапшырырға шул тиклем ҡурҡыуҙары һәм уҡытыусылар үҙҙәре берҙәм дәүләт имтиханы тураһында ни уйлауҙары хаҡында белергә тырышасаҡбыҙ.
       - Мин, ғөмүмән, берҙәм дәүләт имтиханына ҡаршымын һәм абитуриенттарҙы вузға ҡабул иткәндә бөтә БДИ һөҙөмтәләренән баш тартҡан МДУ ректоры Виктор Садовничевты тулыһынса яҡлайым, - ти Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның филология факультеты уҡытыусыһы Булат Ғәлиев.
       Ольга Зайцева, 115-се гимназия завучы:
       - Бына бер нисә йыл инде мин БДИ-ны ойоштороусы булып торам. Берҙәм дәүләт имтиханы - ул беҙҙең киләсәк, тип әйтә алам. Барыһына ла мәғлүм булыуынса, беҙҙең мәғариф системаһында, иң элек, коррупцияға һәм "блат"ҡа ҡаршы көрәшергә кәрәк бит. Тап БДИ аҡсаһы булмаған һәләтле балаларға юғары уҡыу йортона инергә мөмкинлек бирә. Инеү имтихандары институтта үткәрелгәндә бюджет урындары йыш ҡына аҡсаһы һәм бәйләнеше булғандарға эләгеүе бер кемгә лә сер түгел бит. Йыл һайын БДИ үткәреү практикаһы вуздарға БДИ-һыҙ бер ваҡытта ла үтә алмаҫлыҡ һәләтле балалар инеүен күрһәтә.
       Мин мәктәптә эшләйем һәм йылдан-йыл балаларҙың ғәҙелерәк, аңлыраҡ була барыуын күрәм. Был дәүләт имтиханында сағыла ла. БДИ буйынса эксперимент уңышлы килеп сыҡһын өсөн имтихан барышын балаларҙың үҙҙәре күҙәтеүе кәрәк, тип уйлайым. Әгәр кемгәлер дөрөҫ яуаптарҙы әйтһәләр, улар быны яҡшыраҡ күрәсәк. Килешмәгән осраҡта уҡыусылар имтихан ойоштороу буйынса апелляция бирергә ҡурҡмаҫҡа тейеш. Был беҙ иҫәп тотҡан ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәштең ҡеүәтле сығанағы.
       Мин шулай уҡ, БДИ буйынса һорауҙар бик ҡатмарлы, тип иҫәпләйем. Уларҙы ябайлаштырырға кәрәк. Ул гениаль балаларға иҫәпләнгән. Ә бит ундайҙар һирәк. Ләкин күпселекте тәшкил иткән эшһөйәр, тырыш балаларға ла мөмкинлек бирергә кәрәк. БДИ буйынса уртаса балл алһалар, улар бюджетҡа инә алмаясаҡ бит.
       Әгәр ҡалаларҙа БДИ тапшырыуға ярайһы уҡ контроль булдырылһа, ауылдарҙа бит бер ниндәй тәртип юҡ. Балаларға заданиеларҙы уҡытыусылары сисеп бирә, һуңынан ауыл балалары юғары балл ала. Был планда мин МДУ ректоры Садовничевты бик яҡшы аңлайым. Ҡабул итеү комиссияһына ауыл мәктәбен тамамлаусы 100 балл ҡуйылған БДИ тураһында таныҡлығын тотоп килеп, журналистика факультетына индереүҙе талап итһә, ә үҙе хатта "Һуғыш һәм солох"то ла уҡып сыҡмаһа, бында ни әйтәһең инде...
       Күп уҡытыусылар, БДИ уҡыусының фекерләү ҡеүәһен примитив яһай, тип иҫәпләй. Уларҙың фекеренсә, дүрт варианттан береһен һайлап, кәрәкле графаға билдә ҡуйыу өсөн ҙур аҡыл кәрәкмәй, йәнәһе. Әйткәндәй, күп уҡыусылар имтиханда шулай эшләй ҙә.
       Вадим, 16 йәш:
       - Мин барыһын да еңел генә үҙем тапшырҙым. Артыҡ әҙерләнмәнем дә, математиканан айырыуса. Бик уйланмайынса билдәләр ҡуйып сығырға мөмкин ине бит, барыбер бөтәһенә лә "өслө" тәьмин ителгәйне.
       Марина, 17 йәш:
       - Рус теленә мин үҙем әҙерләндем, "бишле"гә (81 балл) яҙҙым. Хәҙер миңә уны "универ"ҙа тапшырырға кәрәк булмаясаҡ. Математиканан бөтөнләй әҙерләнмәнем, "өйгә эш"те лә эшләмәй торғайным, сөнки ул миңә кәрәкмәй! Шуға ҡарамаҫтан, "дүртле"гә яҙҙым. Һәм был бер ниндәй әҙерлекһеҙ һәм репетиторҙарһыҙ.
       Катерина, 16 йәш:
       - Миңә БДИ оҡшай. Һәр хәлдә, туғыҙынсы класта тапшырған ҡәҙимге имтихандарҙан айырмалы рәүештә, уны артыҡ көсөргәнмәй тапшырырға мөмкин. БДИ-ла бер кем дә ҡамасауламай, күсерергә маташмай, ултырып, фекереңде туплайһың да тыныс ҡына һорауҙарға яуап бирәһең.
       Ни өсөн күп уҡыусылар БДИ-нан шул тиклем ҡурҡа һуң? Быйыл бит уларҙың күптәре берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙан баш тартты. Мәктәптә тапшырып, бер ниндәй проблемаһыҙ вузға инергә мөмкин булған физика, химия, биология урынына улар бер ниндәй кәрәге булмаған "еңел" предметтарҙы һайланы.
       - БДИ тапшырырға уҡыусыларға психологик проблемалар ҡамасаулай, - тип иҫәпләй Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин. - Әлбиттә, һәр нәмәнең ыңғай һәм кире яҡтары бар, ләкин мин кешеләргә үҙ психологияһын үҙгәртеп ҡорорға кәрәк, тип уйлайым. Ваҡыт башҡа, заң башҡа, тигәндәй, белемебеҙҙе баһалауҙың башҡа төрлө критерийҙары заманы килде. Балаларҙы БДИ-ға әҙерләргә кәрәк. Һәм репетиция балаларға был шарттарға яраҡлашырға ныҡ ҡына ярҙам итә. Имтихан - ул һәр ваҡыт көсөргәнеш инде ул. Балаларға БДИ - ул хәҙер норма, закон икәнлеген һәм унан ҡурҡырға кәрәкмәҫлеген аңлатырға кәрәк.
       Мәктәптә традицион сығарылыш иншаһын әҙәбиәт буйынса берҙәм дәүләт имтиханына алмаштырыу ҙур бәхәс тыуҙырҙы.
       - Әҙәбиәт буйынса имтихан булып мотлаҡ инша торорға тейеш, тип иҫәпләйем, - ти Булат Ғәлиев. - Мәктәптә әҙәбиәт Анна Каренинаның ниндәй транспорт аҫтына ташланыуын белеү һәм яуаптар варианттарын: а - ат; б - пароход; в - паровоз; г - осоусы тәрилкә - һайлау өсөн кәрәк түгел. Әҙәбиәт, беренсе сиратта, кешене фекерләргә һәм үҙ фекереңде матур, дөрөҫ итеп сағылдыра белергә өйрәтергә тейеш.
       Әммә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән уҡыусыларға шулай ҙа әҙәбиәт буйынса БДИ тапшырырға тура килде.
       Күп юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары БДИ һөҙөмтәләренә ышанмай. Бәлки, юҡҡа ла түгелдер. Ҡайһы бер мәктәпте тамамлаусылар әйтеүенсә, БДИ буйынса юғары балды һатып алырға мөмкин булған бит... Быға ышанырғамы, юҡмы - һеҙҙең эш. Ләкин был шулай йомаҡ булып ҡалыр, моғайын.
       Алексей, 17 йәш:
       - БДИ балаларҙан йәки уларҙың ата-әсәләренән күберәк аҡса талау өсөн булдырылған. Баһалар барыһына ла билдәле: бөтә предметтар өсөн 50 мең һум, ә математика - 70 мең һум. Уның хатта үҙ системаһы бар: һинең өсөн аҡыллы кешеләр бөтәһен дә эшләй. Дөйөм алғанда, БДИ - ул тулы алдыҡ...
       Илгиз, 17 йәш:
       - Мин былтырмы, элгәре йылмы мәктәптәрҙең береһендә 11-се класс уҡыусылары йыйылышып, БДИ-ға яуаптарҙы һатып алғандар, тип ишеткәйнем. Барыһы ла яҡшы ғына тапшырған. Тик уларҙың береһе яуаптар менән уртаҡлашырға булған һәм уларҙы интернетҡа һалған. Уны табып, имтиханын яңынан тапшырырға мәжбүр иткәндәр. Нимәһе көлкө, башҡаларын "яндырмағандар" бит.
       Роман, 16 йәш:
       - БДИ - ул бәлә. Уны "бишле"гә яҙыуҙың реаль мөмкинлеге - дөрөҫ яуаптар һатып алыу. Уларҙы интернетта табып булмай, Мәғариф министрлығының мәғлүмәттәр базаһына ла үтеп булмай. Шуға күрә иң еңеле - түләү.
       Эльмира, 17 йәш:
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, БДИ миндә насар тәьҫораттар ҡалдырҙы. Уҡытыусылар беҙҙе йыл буйына "бер нәмәне лә тапшыра алмаясаҡһығыҙ, мәктәпте оятҡа ҡалдырасаҡһығыҙ" тип ҡурҡытты. Ә һөҙөмтәлә нимә? Кластың яртыһы йә балдарҙы, йә яуаптарҙы һатып алды...
       ...Беҙ һеҙҙе, БДИ - насар, йәки киреһенсә, тип ышандырыу маҡсаты ҡуйманыҡ. Ә төрлө кешеләрҙең фекерен килтерҙек. Әлбиттә, һәр кемдең үҙ хәҡиҡәте. Беҙ иһә, эксперимент уңышлы тамамланыр, имтихандар намыҫлы үткәрелер, һәр мәктәпте тамамлаусының юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге бер төрлө булыр, тип ышанасаҡбыҙ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал